+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Декабрь 2016, 20:28

Милли биҙәктәрҙән илһамланып...

Йылдың һуңғы айҙарында үтелгәнгә ниндәйҙер йомғаҡ яһау- үҙенсәлекле йолаға әйләнгән.

"Милли биҙәк” нимәһе менән үҙенсәлекле, унда беҙҙең борондан килгән башҡорт биҙәктәрен хәҙерге заман кейемендә һәм көнкүрешендә ҡулланыуҙы күрһәтеү һәм пропагандалау булды.



Әсәйем, махсус белеме булмаһа ла, үҙ ваҡытында Сәйетбаба ауылында "быта-

уай” асҡан кеше. Ситтән килгән йәш киленгә шундай бурыс йөкмәтелгән икән, тимәк, уның "оҫта тегенсе” даны сыҡҡан булған. Бәләкәйҙән үк шул кейем ижад итеү мөхитендә үҫкән бала булараҡ, әсәйемдең зауҡы миңә лә күскән икән. Ул күптән инде көндәлек тормошта әберкәле күлдәктәрҙә, камзулда, сигеүле ҡалпаҡтарҙа йөрөүгә күсте. Журналда иғлан ителгәнсе үк милли биҙәкле жилет тегеп кейеү идеяһы бар ине, бәйге шарттары быны тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтте генә. Ә башҡорт орнаменты һалынған сумка иһә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, заказ биреүселәр ҙә табылды. Стилләштерелгән башҡорт биҙәүес әйберҙәренә ҡыҙығыуым күптән булһа ла, яҙ айҙарында ғына был өлкәлә тәүге аҙымдарымды яһаным. Ярты йыл эсендә рес-публика кимәлендәге дүрт этнофестивалдә күргәҙмә-һатыу менән ҡатнаштым, мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары менән билдәләндем. Эшләгән әйберҙәремдең Башҡортостан сиген үтеп Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Түбәнге Кама, Магнитогорск кеүек ҡалаларға тик-лем таралыуын белеү ғорурлыҡ. Күңелемә ятҡан шөғөл менән булышыу бер кинәнес булһа, клиенттарыма килешлеһен һайлашып, зауыҡтарын ҡәнәғәтләндереүемә улар менән бергә ҡыуанам, артабан камиллашыуға илһамланам.

"Башҡортостан ҡыҙы”ның йомғаҡлау кисәһенә саҡырыу алыуым ижади шәхестәр, ҡул эше оҫталары менән танышыу, аралашыу даирәһен тағы ла киңәйтеү мөмкинлеге асылыуы менән рухландырҙы. Өмөттәр аҡланды, "Театро” клубында арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар, йәмәғәт ойошмалары, милли матбуғат һәм телевидение ҡатнашлығында бик йәмле кисә ойошторолдо.


Оҫталар менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ, Интернет селтәре аша таныш-дуҫтар менән аралаштыҡ, ижадҡа һәм матурлыҡҡа ғашиҡ йәндәр менән бер тулҡында булыу күңелдәргә бер зауыҡ булды. Ауылдашым, Герой әсә Зөбәйҙә Һөйөндөкованың "Ағинәй” номинацияһында еңеп, "Киске Өфө” баҫмаһынан затлы бүләк менән билдәләнеүенә

айырыуса һөйөндөм. Зөбәйҙә апай ғүмер буйы ҡул эштәре менән шөғөлләнә, милли кейемдәр ҙә күп текте, ҡашмау, һаҡал кеүек биҙәүестәр эшләү тәжрибәһе лә бар. Шундай береһенән-береһе тәжрибәлерәк оҫталар араһында икенсе урынға лайыҡ булыуым ғәжәп тә, ҙур ҡыуаныс та.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Селтәр” бәйгеһендә Ғафуриҙан бер кемдең дә ҡатнашмауы күңелде ҡырҙы. Башлыса Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Ейәнсура кеүек Урал аръяғы райондарынан тиҫтәләрсә оҫталар үҙ яғының биҙәүестәрен киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итте. Бер нисә быуат элек эшләнгән ҡомартҡыларҙы күреп,тотоп ҡарап зауыҡланыу иҫ киткес тойғолар уятты. Беҙҙең төбәктәге биҙәү әйберҙәре үҙенә башҡа, формаһы һәм ҙурлығы буйынса ла икенсе төрлө булған. Шуларҙы реконструкциялап халыҡҡа кире ҡайтарыуҙа, пропагандалауҙа аҡһауыбыҙ үкенесле хәл.

Этномәҙәниәткә бәйле бәйгеләр киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. Башҡортостандың уртаһында йәшәп, ошондай сараларҙан ситтә тормаһаҡ ине киләсәктә.
Читайте нас: