-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
21 Декабрь 2016, 21:06

Кеше китә - эше ҡала

Бына йыл буйы барған Кино йылы ла әкрен генә аҙағына яҡынлаша. Районыбыҙҙа ла төрлө саралар үткәрелде, гәзит биттәрендә бик күптәр тураһында матур иҫтәлектәр донъя күрҙе.

1935 йылда Игенйылға ауылында Хөсниямал менән Хөрмәтулла Мәҡсүтовтар ғаиләһендә бер малай тыуа, уға Фәнир тип исем ҡушалар. Ләкин сабыйҙың балалыҡ йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Ул осор балаларына төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ башынан үткәрергә тура килә Фәнир ағайға. Етемлек әсеһен дә, аслыҡ, яланғаслыҡ та, кәмһетелеүҙәр ҙә үтә буйға бәләкәй генә, ябыҡ ҡына малай башынан. Кесе һеңлеһе Рәйхана менән ултырып илаған ваҡыттары әҙ булмай. Ләкин йәшәргә булған теләк, барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла еңергә көс бирә. Фәнир ағайға ла 4 класс белем менән генә ҡәнәғәтләнергә ҡала. Малайлыҡтан өлкәндәр йөгөн күтәрә ул.

Башҡа йәштәр менән бергә колхоз эштәренә йөрөй. Алсаҡ, йылмайып ҡына йөрөгән ябай ғына ауыл егете баянда ла уйнай. Етәкселек уны клубҡа мөдир итеп тәғәйенләй. Шуға ла инде уға "мөдир” тигән ҡушамат мәңгелеккә йәбешеп ҡала.

Клубта концерттар ойошторола, спектаклдәр ҡуйыла. Атаһының туғаны Мансур ағай кәңәше менән Фәнир ағай Бәләбәй ҡалаһына киномеханиктар курсына уҡырға юллана. Йәш егет өсөн был шатлыҡтың иң ҙуры була. Уҡып ҡайтҡан егет башкөллө эшкә сума, үҙ эшенең оҫтаһына, фанатына әйләнә.

Бәхеткә, ауылда, районда беренселәрҙән булып, мәҙәниәт йорто төҙөлә. Заманса тамаша залы ғына түгел, ҡала кинотеатрҙарында ғына булған киноаппаратура ла урынлаштырыла. Шул ваҡыттарҙа иң ныҡ һөйөнгәне Фәнир ағай булғандыр, моғайын. Ул эшен шул саҡлы яратып башҡара: көндөҙ балалар өсөн сеанстар, кистәрен өлкәндәр өсөн кинолар күрһәтелә. Кино алдынан лекциялар уҡыла, документаль фильмдар күрһәтелә. Халыҡ эркелеп киноға йөрөй. Ҙур экран, йомшаҡ креслолар, йылы, һәр кемде йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алған Фәнир ағай, кассир булып эшләгән Бикә апай кешеләрҙе кистәрен клубҡа йөрөргә мәжбүр итә. Улар үҙ эштәренә шул тиклем мөкиббән инеләр. Кешеләр әле лә уларҙы хайран ҡалып иҫкә ала.

Беҙҙең ауыл кешеләре ҡала кинотеатрҙарында күрһәтелгән фильмдар ҡарап йәшәне. Нисек тиһегеҙме? "Красноусол” шифаханаһының кинозалында ҡуйылған киноларҙың бөткәнен Фәнир ағай мотоциклы, һуңыраҡ машинаһы менән көтөп тора ла, алып ҡайта, күрһәтә, иртән тағын илтеп ҡуя. Элек һинд киноларын яратып ҡарай ине бит халыҡ. Улар 2 сериялы. Ундай ваҡыттарҙа шифахананан бер серияһын алып ҡайта, урынлаштыра, ҡатыны фильмды күрһәтә, ә ул фильмдың икенсе серияһын алырға китә. Ул йылына бер-ике тапҡыр ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә ҡабатлана: ҡойма ямғырҙарҙа ла, сатлама һыуыҡтарҙа ла. Шулай йөрөр өсөн үҙ эшеңде нисек яратырға кәрәк икән?!

Ул һәр ваҡыт үҙ эшен яратып, күңел йылыһын биреп башҡарҙы. Күптәрҙә киноға мөхәббәт тәрбиәләүҙә уның да өлөшө бар. Кинолар күрһәтелмәй башлағас та, ул видеомагнитофондан фильмдар күрһәтеп йөрөнө әле.

Фәнир ағай яҡшы киномеханик ҡына түгел, матурлыҡты, яңылыҡты, техниканы яратыусы кеше лә ине. Ауылда беренселәрҙән булып инвалид мотоколяскаһынан машина йыйып алды, уны яратып "Шайтан” тип йөрөтә ине, һуңынан беренсе булып трактор эшләне. Үҙе яһаған транспорт сараһында утын да, бесән дә ташынылар. Төҫлө телевизорҙар сыҡҡас, беренсе булып улар алды, күптәр спектаклдәр, фигуралы шыуыуҙы ҡарарға йөрөй ине. Беренсе видеомагнитофон, беренсе камера… Ул видеокамераға кемдәрҙең туйҙары, юбилейҙары, һабантуйҙар, ауылдағы төрлө саралар төшмәне икән? Уҡыған булһа, унан бик яҡшы кинорежиссер, йәки кинооператор сыҡҡан булыр ине. Был эште лә ул ҙур оҫталыҡ менән, ижади башҡарҙы. Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте тигәндәй, Фәнир Мәҡсүтовҡа 1974 йылда РСФСР Дәүләт Кино коллегияһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Үҙәк Комитеты ҡарары менән "Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән исем бирелә.

Диафильмдар яһау, фотоға төшөрөү, техника йыйыу… Бына ниндәй һәләт биргән булған Хоҙай Тәғәлә уға.

Актерлыҡ һәләте лә булған унда. Стәрлетамаҡ ҡала Мәҙәниәт һарайы янындағы Башҡорт театр студияһында уҡып, таныҡлыҡ алыуға ирешеүе ошо хаҡта һөйләй. Алыштырғыһыҙ Ҡыш бабай булып, Яңы йыл төнөндә ауылдаштарын байрам менән ҡотлап йөрөй торғайны.

Кешегә тупаҫ һүҙ әйтмәҫ, эсеп-иҫереп йөрөмәҫ Фәнир ағай ҡатыны Бикә апай менән тырышып донъя көттөләр. Һәр ваҡыт етеш йәшәнеләр. Йорттарында – таҙалыҡ, баҡсаларында – йәшелсә-емеш, өй эсендә, тирә-яҡта гөлдәр донъяһы.

Улар бер ҡыҙ, ике ул үҫтерҙеләр. Төп нигеҙҙә улы Флүр ғаиләһе менән йәшәй. Фәнир ағай менән Бикә апай икеһе лә был яҡты донъяла юҡтар инде. Ләкин ауыл халҡы уларҙы матур хәтирәләр менән иҫкә ала, күптәр гөрләп киноға йөрөгән саҡтарын һағынып хәтерләй. Клубҡа барған кешеләр тамаша залында эленеп торған экранға ҡараған һайын, Фәнир ағайҙы ла иҫкә төшөрмәй ҡалмайҙыр. "Беҙҙе лә онотмағыҙ”, - тигәндәй эленеп тора ул.

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Игенйылға ауылы.
Читайте нас: