-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Декабрь 2016, 22:07

Йырламайса нисек түҙәйем?

Йыр-моң йәшәр. Тыуыр шағирҙар ҙаЕрҙә һандуғастар булғанда...

Зоя Риф ҡыҙы 1961 йылдың 16 ноябрендә донъяға килә. 8-се класты тамамлағас, 1977 йылда Сала-

уат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына штукатур-малярлыҡҡа уҡырға керә. Уҡыуын матур ғына тамамлап, бер йылдан артыҡ комбинатта эшләй. 1980 йылда 5 ҡыҙҙы Ялта ҡалаһына командировкаға ебәрәләр, донъя күреп, матур ғына эшләп йөрөп ҡайта ҡыҙҙар.

1982 йылда Зоя Риф ҡыҙы тормошҡа сыға - Ғәлинур Кәримов менән яҙмышын бәйләй һәм йәш ғаилә тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә (әйткәндәй, 2017 йылдың ғинуарында уларҙың бергә йәшәүҙәренә 35 йыл тула). Бәләкәйҙән йыр-моңға тартылған, нескә күңелле, матур тауышлы Зоя Риф ҡыҙы 1983 йылда ауыл клубында художество етәксеһе булып эш башлай. Һәм ошонан башлана ла инде йырлы-моңло хеҙмәт юлы. Районда үткән йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, һабантуйҙарҙа сығыш яһап, ауыл сәхнәһенә үҙешмәкәр артистарҙы йыйып, ең һыҙғанып эшләй ул.

Ҡыҙҙары һәм ике улдары донъяға килеп, матур ғына йәшәп ятҡанда, ғаиләгә оло ҡайғы килә. 1990 йылдың март айында ут менән шаярып, ике бәләкәстәре Рифат менән Юнирҙың ғүмере өҙөлә... Күтәрә алмаҫтай оло ҡайғынан һығылып төшмәҫкә атай-әсәй ҡайҙан көс алғандыр, билдәһеҙ... Тормош дауам итә, йөрәктәге яралар тәрән эҙ ҡалдырып булһа ла уңала төшә...

Әлеге көндә бәхетле өләсәй менән олатай улар. Ҡыҙҙары Әилә менән кейәүҙәре Азаттың Алмаз һәм Амелия исемле балалары үҫә, улдары Рифат Себер яҡтарында эшләп йөрөй. Мал аҫрап, йыл да күп итеп ҡош-ҡорт ҡарап, иртә яҙҙан ҡара көҙгә

тиклем баҙарға май-ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек һатырға йөрөтөп, тырышып донъя көтә Кәримовтар ғаиләһе. Күршелә генә йәшәгән атаһы менән әсәһе лә уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай.

"Йырһыҙ, моңһоҙ йәшәй алмайым”, - ти Зоя Кәримова. Ысынлап та, һәр байрам сараһына яңынан-яңы йырҙар өйрәнеп, күңел биреп эшләй ул. Хәҙер инде уның үҙ тамашасыһы бар. Концертҡа әҙерләнә башлаһаң: ”Ә Зоя йырлаймы һуң?” - тип һорайҙар. Уның моңон, уның тауышын ғына тыңларға килеүселәр бар, тимәк!

Хеҙмәттәшем Зоя Риф ҡыҙы Кәримова күркәм юбилейын - 55 йәшен билдәләне. Ерҙәге һандуғастар һайрап торғанда йәшәүе лә, эшләүе лә күңелле, йырлы-моңло оҙон ғүмер һиңә, тип, иң изге теләктәремде еткерәм.

Роза КӘРИМОВА,

Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортоноң

художество етәксеһе.
Читайте нас: