+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
17 Октябрь 2017, 17:57

Тамаша оҡшаны

Яңыраҡ Ғафури халыҡ театры артистары “Йәшлеккә ҡайтыу” спектакле менән беҙҙең Ташлы ауылында сығыш яһаны.

Яңыраҡ Ғафури халыҡ театры артистары “Йәшлеккә ҡайтыу” спектакле менән беҙҙең Ташлы ауылында сығыш яһаны.
Спектаклдә барған ваҡиғаларға эйәреп, берсә көлөргә, берсә уйланырға мәжбүр итте тамашасыны артистар. Уларҙың һәр береһе үҙ ролен шул тиклем ихлас, бирелеп башҡарҙы, образдарын тулы итеп асып бирҙе. Төп ролдәге Рәмил Сәйфуллин, Фәнзил Ғәлин һәм Рима Зәйнуллина, Эльвира Насирова һәм Наил Вәлиев, Фәйрүзә Рәхмәтуллинаның уйыны шул тиклем күңелгә ятышлы. Ә Айрат Баймөхәмәтовтың йәштәрсә дәртле бабайына ҡарап, көлмәҫ ереңдән көлөрһөң. Артистарҙың матур, моңло йырҙар башҡарыуы спектаклде тағы ла ба-йыта төшкән. Тауыш операторы Радик Иҫәнғәлин оҫта итеп музыка менән биҙәне. Тамашасы өсөн яңы булған әҫәрҙе әҙерләп, сәхнәгә сығарған, коллективты туплап, төрлө ауыл тамашасыларына тәҡдим иткән режиссер Зәйтүнә Зәйнешеваға айырыуса ҙур рәхмәт.
Залда ауылыбыҙҙың төрлө милләт кешеләре ултырһа ла, спектакль һәр кемгә аңлашылды, барыһына ла ныҡ оҡшаны. Шундай тамашалар менән тағы ла килеүҙәрен һорап ҡалдылар.
Читайте нас: