+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Ноябрь 2017, 11:45

Күңелдәрҙе күтәрҙе тамашалар

Бәхетленең ҡунағы бергә тигәндәй, күптән түгел генә беҙҙең Толпар ауылы халҡы ике төрлө тамаша ҡылды.

Бәхетленең ҡунағы бергә тигәндәй, күптән түгел генә беҙҙең Толпар ауылы халҡы ике төрлө тамаша ҡылды. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәровтың “Йәшлеккә ҡайтыу” комедияһын сәхнәләштерһә, Имәндәш ауылының һәүәҫкәр артистары концерт менән килеп ҡайтты.

“Йәшлеккә ҡайтыу” спектаклен ҡарағанда тамашасылар үҙҙәренең йәшлегенә ҡайтып әйләнгәндәй булды.

...Асмалы тәҙрәнән Мансур бабай (Рәмил Сәйфуллин) күршеләрендә барған туйҙы елкенеп ҡарап тора. Әбейе Әҡлимәнең (Римма Зәйнуллина) һалҡын тейҙереп ҡуйыуың бар бит тиеүен дә ишетмәй ул. Эх, ҡайҙа ҡалды икән йәш саҡтарым, бер миҙгелгә генә булһа ла әйләнеп ҡайтырға ине, тип һөйләнә-

һөйләнә һаман тәҙрә аша урамды байҡап баҫып тора бирә. Бабайҙың ихлас уйҙарын ҡабул иткәндәй, фәрештә (Фәйрүзә Рәхмәтуллина) килеп, уны йәш сағына ҡайтара. Кемдең генә йәш сағына әйләнеп ҡайтҡыһы килмәй инде?! Ә шулай ҙа, аҡыллыға ишара тигәндәй, күптәргә аңлашылғандыр, Хоҙай биргән бүләкте ҡәҙерләп, һәр кем үҙ тормошона шөкөр итеп, ҡәнәғәт булып йәшәргә тейеш. Йәшлегенә ҡайтҡан Мансурға әлеге олоғайған сағы бик ҡәҙерле булып сыға. Йәш Мансур ролен Фәнзил Ғәлин шул тиклем килештереп уйнаны. Күрше бабай Зәйнулла ролен Айрат Баймөхәмәтов, Лялечка – Эльвира Насирова, уны яратып йөрөгән Илдарҙы Наил Вәлиев бик оҫта итеп башҡарҙылар. Ошондай матур, ҡыҙыҡ һәм фәһемле спектакль менән килгән режиссер Зәйтүнә Зәйнешеваға, музыкаль яҡтан биҙәүсе Радик Иҫәнғәлинға һәм артистарға рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ.

Имәндәштәр концерт программаларын “Имәндәш” йыры менән башлап ебәрҙе. Рәзилә Зөбәйҙуллина, Фәниә Усманова, Лиза Собханғолованың йырҙары халыҡ күңеленә хуш килде. Үҙе баянда уйнап йырлаған Зөфәр Юнысовты һәм Резеда Ишемйәрованы сәхнәгә ҡат-

ҡат саҡырып йырлаттылар. “Әхирәттәр” төркөмө башҡарған күмәк бейеүҙәр тамашаға йәм өҫтәне. Коллективтың иң оло кешеһе Мафруза апай Йәғәфәрова биҙрә менән бейеүен йәштәрсә дәрт-дарман менән башҡарҙы. Ҡыҙыҡлы скетчтар менән көлдөрөп, халыҡтың күңелен күтәреп ебәрҙе имәндәштәр. Күпселеген оло кешеләрҙән торған коллектив ағзалары баянсы Зөфәр Юнысов, ҡумыҙсы Салауат Түзбәков, ҡалаҡсылар һәм башҡалар матур ансамбль төҙөгән. Концертты ойоштороусылар - китапханасы Рәзилә Зөбәйҙуллинаға, клуб мөдире Фәниә Усмановаға һәм художество етәксеһе Рамаҙан Мәхмүтовҡа рәхмәтлебеҙ.

Донъя эше, тормош мәшәҡәте мәңге бөтмәй бит ул. Ауылыбыҙ халҡын тормош ығы-

зығыһынан бер аҙға ғына булһа ла арындырып, ошондай матур эстәлекле тамашалары менән күңелле ял бүләк иткән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә һәм имәндәштәргә ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Ә инде килгән ҡунаҡтарҙы йылы аштары, тәмле сәйҙәре менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалыусы Толпар ауыл клубы мөдире Гөлназ Хәким ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Флүр Фәррәх улы Фәтҡотдиновтарға изгелектәре үҙҙәренә игелек булып ҡайтһын тип теләйбеҙ.


Читайте нас: