2 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында “Таланттарҙың мең төҫө” тигән исем аҫтында хеҙмәт коллективтары араһында смотр-конкурс булып үтте.
Республика конкурсының ра-йон этабында мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары, китапхана, социаль хеҙмәт, газ хужалығы һәм башҡа предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙ һәләттәрен асты.
Тамаша үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре башҡарыуындағы йомро икмәктәр (карауайҙар) менән бейеүҙән башланды. Бейеүселәрҙең сығышын Красноусолдағы 1-се урта мәктәп педагогы Инна Ғәзетдинова башҡарған “Тыуған ил нимәнән башлана?” йыры алыштырҙы. Артабан “Фомин” икмәкханаһы икмәк бешереүселәренең “Өҫтәлдәге икмәккә дан!” тип исемләнгән шиғри композицияһы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ә бына Яңғыҙҡайын ауылының мәҙәниәт йорто һәм социаль хеҙмәткәрҙәренең Ленин исемендәге колхоз эшсәндәре менән берлектәге “Элек нисек ерҙе һөрөп-сәсеп урып һуғыуҙары”н сағылдырған фольклор композицияһын, Курорт мәктәбе уҡытыусыһы Айрат Сөләймәновтың “Сәсеүсе” бейеүен, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең “Ғафури еренә дан!” тип исемләнгән музыкаль хорео-график композицияһын, “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре коллективының “Икмәк һәм тоҙ” бейеү композицияһын тамашасылар яратып ҡарап, көслө алҡыштарға күмде. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының уҡытыусы-тәрбиәселәре жюри хөкөмөнә бер нисә сығыш - “Ураҡсылар” бейеүен, “Йәйғор нурҙары” йырын тәҡдим итте. Был коллектив иң күп һанлы булыуы, юғары башҡарыу оҫталығы менән дә айырылып торҙо. Красноусолдағы 2-се мәктәп педагогтары ла конкурсҡа ике йыр әҙерләгән. Улар башҡарған йырҙарҙың береһе - үҙенсәлеклелеге менән айырылған “Трактористочка” (башлап йырлаусы – Миңзиә Йомағолова) йыры тамашасылар күңеленә хуш килде. Бурлы ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Эльвира Абдрахманова менән “Урожай” КХ-һы бухгалтеры Светлана Ғүмәрова “Сабата”, Сәйетбаба урта мәктәбе уҡытыусылары һәм мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре ураҡсылар бейеүҙәрен, Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзиров, “Газ-сервис” йәмғиәтенән Риф Фәтҡуллин, Табын ауы-лынан эшҡыуар Мгер Аванесян, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең уҡытыусы ир-егеттәр вокаль ансамбле, Мораҡ, Антоновка мәктәптәре коллективтары йыр-моңдарын бүләк итте. Үзбәк ауылынан элемтә хеҙмәткәре Рәшиҙә Ҡорбанғолова уҡыуындағы (4-се класс уҡыусыһы Радмир Ниғмәтуллин ярҙам итте) Әнғәм Атнабаевтың “Ҡара икмәк” шиғыры
буйынса ҡыҫҡа ғына сәхнә әҫәре ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булды. Табын ауылындағы “Шәфҡәтлелек” стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе (элекке ҡарттар йорто) хеҙмәткәрҙәре конкурсҡа “Блокада икмәге” тигән шиғри композиция һәм йыр алып килгәйне. “Бауырһаҡ” (бүләк) бейеүен башҡарған Красноусол башҡорт гимназия-интернаты секретары Гөлнур Хисаметдинова сәхнәгә саҡырып сығарылған “Урожай” КХ-һының алдынғы, 45 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә механизаторы, күптән түгел 60 йәшен билдәләүгә ҡарамаҫтан, һаман да тыуған хужалығы баҫыуҙарында тир түккән Рәшит Яҡуповҡа бейеүен һәм һуңынан бауырһағын бүләк итте. Красноусолдағы 3-сө мәктәп педагогы Елена Зәйнешева икмәк хаҡында һөйләне, ошо уҡ мәктәп уҡытыусыһы Азамат Абдуллин менән хеҙмәткәр Алия Смирнова Ә.Атнабаевтың “Игеҙәктәр” спектакленән өҙөк менән тамашасыны илатҡансы көлдөрөп, бәйгегә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Икенсе йыл рәттән уҙған конкурстың сираттағыһы 3-сө мәктәп коллективы хоры (ҡатнашыусылар һаны буйынса иң күбе) башҡарыуында “Икмәк бөтәһенә лә баш” тигән йыр менән тамамланды. Дөйөм алғанда, конкурс үҙенең маҡсатына иреште, тиергә мөмкин, сөнки ҡатнашыусыларҙың төрлө өлкәлә эшләүенә ҡарамаҫтан, сәнғәтте яратыуы, йыр-бейеүгә маһирлығы, йәшеренеп ятҡан күпме һәләттәрҙең асылыуы һоҡланыу тыуҙырҙы.
Район смотр-конкурсын әҙерләп уҙғарыусы Елена Рябова һүҙ алып, бар коллективтарға ла рәхмәт әйтте, күпме һәләттәр асылыуын белдерҙе. Һәм былтыр конкурстың төбәк бәйгеһендә 8 ра-йон араһында 1-се урын яулауҙарын, 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булыуҙарын билдәләп үтте.
Артабан һүҙ жюриға бирелде. Район мәҙәниәт
бүлеге начальнигы Елена Соколова матур сығыштар өсөн барлыҡ ҡатнашыусыларға (ғорурланырлыҡ коллективтар булыуын да билдәләне), күркәм байрамды әҙерләп уҙғарыусыларға, режиссеры, район мәҙәниәт һарайының баш художество етәксеһе Елена Рябоваға һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Ниһайәт, төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр аталды. Яңғыҙ йыр башҡарыусылар араһында Мгер Аванесян (Табын) – I, Урал Вәзиров (Ташлы) – II, Риф Фәтҡуллин менән Инна Ғәзетдинова (Красноусол) III дәрәжә Дип-лом менән бүләкләнде. Вокаль ансамблдәрҙән Красноусолдағы 1-се мәктәп ир-егеттәре ансамбле - I, 2-се мәктәп коллективы – II, Красно-усол башҡорт гимназияһы менән мораҡтар III дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Хореография (соло) номинацияһында Айрат Сөләймәнов (Курорт мәктәбе) - I, Гөлнур Хисаметдинова (КБГИ) - II, Э.Абдрахманова, С.Ғүмәрова (Бурлы) III дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнде. Ансамблдәрҙән КБГИ-ға - I, сәйетбабаларға - II, үҙәк ра-йон китапханаһы, “Тирәккәй” балалар баҡсаһы коллективтарына III дәрәжә Дипломдар бирелде. Нәфис һүҙ номинацияһында Рәшиҙә Ҡорбанғолова (Үзбәк) - I, “Фомин” икмәкханаһы - II, Табын ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре III дәрәжә Дипломдарға эйә булды. Шулай уҡ яңғыҙ нәфис һүҙ оҫталары Елена Зәйнешева менән Елена Сәмиғуллина I, II дәрәжә Дипломдар алды. Театр номинацияһында 3-сө мәктәп, фольк-лор номинацияһында Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йорто коллективтары I дәрәжә Дипломдарға лайыҡ булды. Номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнгәндән һуң, дөйөм һөҙөмтәләр яһалып, “Таланттарҙың мең төҫө” смотр-конкурсының еңеүсеһе, йәғни иң яҡшы хеҙмәт коллективы тип 3-сө мәктәп һәләттәре табылды һәм 1-се урын да тап улар өлөшөнә яҙҙы, 2-се мәктәпкә – 2-се, “Миләшкәй” балалар баҡсаһына 3-сө урындар бирелде. Еңеүселәргә ра-йон хакимиәтенең Дипломдары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.