Күңелле йәшәй сәйетбабалар. Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек иң ҡалҡыу урынында асылған мәҙәниәт усағы ауылды йәмләп кенә ултырмай, ә халыҡтың күңелен имләүсе изге йортҡа әүерелде. Был бина йылдың бөтә миҙгелендә умарта күселәй гөж килеп тора. Бер бүлмәлә балалар шөғөлләнһә, икенсеһендә өлкәндәр "Байыҡ" республика телевизион бәйгеһенең финал концертына әҙерләнә. Ә инде сәйетбабаларҙың район ғына түгел, республикала үткән төрлө йыр, бейеү фестивалдәрендә ҡатнашып, матур һөҙөмтәләргә өлгәшеүе уларҙың уңышы, өҙлөкһөҙ хеҙмәте хаҡында һөйләй.
Был юлы иһә БАССР-ҙың 100 йыллығына һәм Әсәләр көнөнә арналған "Уйнағыҙ әле, гармундар" байрамы ауыл ғына түгел, барлыҡ район һәүәҫкәрҙәрен бер сәхнәгә йыйҙы.
Район үҙәге Красноусолдан килеп еткән Наилә Хәбибуллина менән Лилиә Сәйәхова ошондай сара үткәрелеүгә ҡыуанысын белдерҙе.
- Гармун бәләкәйҙән айырылмаҫ дуҫым булды, - ти Наилә ханым. - Кәйефем ҡырылып торған саҡта гармунымды ҡулыма алып һыҙҙырып ебәреүем була, күңелдәге ауыр уйҙар һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға. Гармунсылар бәйгеһе була тигәс, ҡыуанып килдек.
Бурлы ауылынан Ғабдулла Абдрахманов - ҡатнашыусылар араһында иң өлкәне. Уға 79 йәш. Район хужалыҡтарында колхоз рәйесе, инженер вазифаһын да башҡарған ул.
- Үҙемде белгәнем бирле ҡулымдан гармуным төшмәне, - тине ул хәтирәләргә бирелеп. - Дүрт улым да гармунда яҡшы уйнай. Ә Илдус был шөғөлдө профессиональ кимәлдә үҙләштерҙе. Бөгөн Себер тарафтарында ошо йүнәлештә йәштәргә белем бирә.
Ул арала байрамдың ойоштороусыһы, ауыл ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин менән әңгәмәләшеп алырға форсат булды.
- Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым, сөнки гармун моңон тыңлап, уйнап, йырлап-бейеп үҫкән быуын кешеһемен.
Байрам сәнғәткә һөйөү уятыу, башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалау, йыр-моңға әүәҫ йәштәрҙе асыҡлау, дәртләндереү, оҫталыҡтарын үҫтереү, башҡорт халыҡ ижады аша әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолдо. Бәйгенең шарты буйынса ҡатнашыусылар бер халыҡ, бер бейеү көйө башҡарырға тейеш. Уларҙың йәше һәм гармун төрө буйынса сикләү юҡ.
- Үҙегеҙ ҡасан гармунда уйнарға өйрәндегеҙ? - тип ҡыҙыҡһынам инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла һаман йәштәрсә теремек, еңел кәүҙәле ветерандан.
- Ун ике йәштә. Халыҡ араһында, гармунда мунсала уйнарға өйрәнәләр, тигән лаҡап йәшәй бит инде. Тәүге көйҙө мунсала сығарҙым. Шулай ҙа үҙемдең гармуным булмауы ныҡ ҡыйын ине. Атайымдың алып бирерҙәй мөмкинселеге булманы - колхозда йүнле эш хаҡы юҡ. Шуға ла эшләй башлаһам, иң тәүҙә гармун аласаҡмын тигән маҡсат ҡуйҙым. Стәрлетамаҡ ҡалаһында училищены тамамлағас, беренсе хеҙмәт хаҡына "Беларусь" тигән гармун алдым. Армияла хеҙмәт иткәндә һәр ваҡыт гармунда уйнай торғайным.
Уңған кеше бөтә ергә лә өлгөрә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Закир ағай балаларында ла сәнғәткә мөхәббәт тәрбиәләп үҫтергән. Өфөлә үткәрелгән "Тальян гармун" байрамдарында ғаиләһе менән сығыш яһап, халыҡты һоҡландыра. Хәҙер Закир ағайҙың төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәләп гармуны бар. Бөгөн улы Таһирҙың был шөғөлдө үҙ итеүенә бәхетле атай ҡыуанып бөтә алмай.
Ғабдулла Абдрахманов атаһын һуғышҡа оҙатҡан саҡта уйнаған көйҙө уйнап ишеттерһә, Наил Хызыров "Кил, иркәм" йырын үҙе уйнап, үҙе йырлап халыҡты ҡыуандырҙы. Бер туған Флүр, Фәрит, Фәнүр Фәхриевтар - Ҡаранйылға егеттәре. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡаты яраланып ҡайтҡан атайҙары Ғималетдин ағай ауырыу-һыҙланыуын гармун телдәре менән баҫыр булған. Иртә мәрхүм булған яугирҙың балаларына төп мираҫы - гармун. Егеттәр бөгөн бөтә мәҙәни сараларҙың йәме.
Уларҙы хаҡлы ялға сығып тыуған ауылына йәшәргә ҡайтҡан Хатмулла Байбулдин, Закир Ишмырҙин, Сәлимйән Түзбәков, Әхнәф Суфиянов, Таһир Ишмырҙин алмаштырҙы. Бәйгелә ҡатнашыусыларға диплом, аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Ҡара көҙҙөң болоҡһоу кисендә яңғыраған гармун моңдары тамашасылар күңелен оҙаҡ ваҡыт йылытып торор әле. Кем белә, бәлки, ошо байрамда зиһененә халҡыбыҙҙың танһыҡ көйҙәрен һеңдергән йәш быуын үҙе лә тиҙҙән ҡулына ошо серле уйын ҡоралын алыр.