+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Декабрь 2017, 17:38

Юғары баһаланды

Күптән түгел Өфө ҡалаһында Конгресс-холда илебеҙ төбәктәренең мәғариф һәм крайҙы өйрәнеү йүнәлешендәге өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министрлыҡтары, республика хөкүмәте вәкилдәре, 50-нән ашыу төбәктән килгән мәғариф идаралығы органдары етәкселәре ҡатнашты.

Ғафури күргәҙмәһе бай булыуы менән айырылып торҙо.

Сараны тантаналы асыу сиктәрендә туризм һәм крайҙы өйрәнеү күргәҙмәһе ойошторолдо. Балалар ижады үҙәге (директоры – И.П.Шаульская) күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре әҙерләп алып барҙы. Туризм һәм геология буйынса Р.Я.Мирхәйҙәров, А.Р.Миңлебаев (Балалар ижады үҙәге педагогтары) ойошторған башҡорт йәшмәһе ҡаҙылмалары үҙенең үҙенсәлекле булыуы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Башҡорт туҡыусылығы өлгөләрен Г.Р.Рәхмәтуллина (Ҡарағай мәктәбе), кейеҙ баҫыуҙы З.И.Баранова (Балалар ижады үҙәге) менән Т.В.Михайлова (Курорт мәктәбе), талдан үреүҙе В.Р.Ғүмәров (Бурлы мәктәбе), ағасты һырлап эшләүҙе А.Н.Ипатов (1-се мәктәп) һәм А.А.Заплатин, ағасты биҙәкләүҙе Н.А.Шәйҙуллина (Балалар ижады үҙәге), ҡул эштәре һәм декорҙы П.Н.Бохармәтова һәм сыуаш биҙәктәрен Л.Б.Петрова (Аҡкүл мәктәбе), балсыҡ менән эшләүҙе Ю.З.Салауатова (КБГИ) күрһәтте. Районыбыҙ оҫталары С.Д.Тимофеева, А.А.Заплатиндың, ШЭ Р.М.Бәширов (йорт һәм баҡса биҙәү өсөн фигуралар), А.Х.Ғөбәйҙуллина, Смирновтар ғаиләһе, Г.М.Шахматованың (туҡыманан ҡурсаҡтар) ижад эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Педагогтар һәм уҡыусылар оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашып, мәғариф министры Г.Р.Шафиҡованың ыңғай баһаһын алды. Ә министрлыҡтың тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Р.С.Хисаметдинова: “Ғафури районының күргәҙмәһе бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Республиканың бөтә өҫтәмә белем биреү ойошмалары ла бындай күп яҡлы һәм төрлө пландағы эш менән маҡтана алмай,” – тине.

Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашыу мөмкинлеге биргән район мәғариф бүлегенә һәм бағыусы-эшҡыуарҙарға, өҫтәмә белем биреү педагогтарына рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Читайте нас: