Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белегеҙсе шағир ҡәҙерен!..
Яңыраҡ Үзбәк мәктәбендә ике ауылдаш яҙыусының ижадына арналып, халыҡ шағиры һүҙҙәренә тап килерҙәй, "Тыуған ерҙән илһам алам" тип аталған күркәм кисәнең шаһиты булырға тура килде. Сарала Үзбәк мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларынан тыш, ҡунаҡтар - район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, шағирә Фәүзиә Ҡотлогилдина, Юлыҡ, Ҡауарҙы,Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Йөҙимән мәктәптәре, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусылары, ғаилә ағзалары, район мәҙәниәт һарайы артистары, ауыл кешеләре ҡатнашты. Стенала Фәрғәт Ғәлиндың ижадына арнап “Эҙең ҡалһын ерҙә нур булып”, ә Рәмил Ғимраниға “Үҙе яҙған ижад юлы бар” тигән стендтар, өҫтәлдә ижад емештәре - китаптар урын алған.
Уҡыусылар махсус рәүештә Үзбәк мәктәбенә атап яҙылған Гимнды (Ф.Ғәлин һүҙҙәре, Р.Ғимрани көйө) башҡарғандан һуң, мәктәп директоры Айгөл Кинйәбай ҡыҙы Ғәбдиева сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да сәләмләне һәм байрамдың матур үтеүен теләне.
Артабан һүҙ оҫталарының тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Рузалина Сәғитова Ф.Ғәлин тураһында, Илүзә Кинйәбаева ҡыҫҡаса Рәмил Ғимраниҙың биографияһы менән таныштырҙы.
Ҡәләм оҫталарының икеһе лә сатира-юмористика өлкәһендә уңышлы эшләй. Мәктәп уҡыусылары Илназ Рәсүлов, Филүзә Башарова, Лиә Рәсүловалар “Хәтерһеҙлек” (Ф.Ғәлин) һәм “Юғалып ҡалманы” (Р.Ғимрани) исемле сатирик хикәйәләрен сәхнәләштереп, тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим итте.
Шиғриәт кисәһендә илһамланып шиғыр уҡыусылар бик күп булды, иң кескәй ҡатнашыусылар - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм бер төркөм мәктәп уҡыусылары күренекле ауылдаштарының шиғри шәлкемдәрен уҡып ишеттерҙе, тәүгеләре йыр ҙа башҡарҙы. Сығыштарҙың барыһын да тамашасылар алҡыштар менән оҙатты.
Мәктәп уҡыусылары араһында шиғри күңелле ауылдаштарының юлын дауам итеп, күңелендә ижад осҡоно йөрөтөүселәр ҙә бар икән. Ильяс Сәфәрғәлин (Ф.Ғәлиндың ейәне), Филүзә Башарова, Ильяс Рәсүлов, Илморат Хәкимов, Миләүшә менән Диләрә Шәриповалар үҙҙәренең ижад емештәренән “ауыҙ иттерҙе”.
Кисә барышында яҙыусыларҙың үҫеп килеүсе быуын – мәктәп уҡыусыларында туған телгә, ижадҡа һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреүҙәре, уларға кәңәшсе лә, әйҙәүсе лә булыуҙары һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Тап ошо көндө Үзбәк мәктәбендә Ф.Ғәлин һәм Р.Ғимраниҙың шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы ла үткәйне. Унда алда һанап үтелгән мәктәптәрҙән 40-тан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Конкурстың еңеүселәрен ҡотлау өсөн һүҙ район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Булат ҡыҙы Басироваға бирелде. Ул район конкурсының тәүләп үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уҡыусыларҙың бик күп ҡатнашыуын ыңғай яҡтан билдәләп үтте һәм уның һуңғыһы булмауын теләне. Еңеүселәр ике төркөмдә – башланғыс һәм 5-9-сы кластар араһында билдәләнде. Бәләкәстәр араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Булат Мусин – 1-се, Рөстәм Шафиҡов (Үзбәк мәктәбе), Алһыу Ғәлимова (КБГИ) – 2-се, Әҙилә Ноғайғолова (КБГИ), Эльвина Башарова (Бурлы), Илназ Мөхәмәтйәнов (Еҙем-Ҡаран мәктәбе) 3-сө урындар яуланы. Өлкәндәрҙән Рушана Тоҡомбәтоваға (Бурлы мәктәбе) – 1-се, Алтынай Шәйхоловаға (Сәйетбаба), сатирик шиғыр ятлаған Әлфир Фәтҡотдиновҡа (Йөҙимән) – 2-се, Нәркәс Мөхәмәҙиеваға (КБГИ), Миңлегөл Хисмәтуллина менән Вилдан Хажиевҡа (икеһе лә Үзбәк мәктәбенән) 3-сө урындар бирелде. Ә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Ҡоломбәтова Гран-приға лайыҡ булды. Юлыҡ мәктәбенән Алһыу Урманшина менән Динислам Кәримов “Ижади ҡараш”, Сәйетбаба ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Наҙгөл Зәйнетдинова “Өмөт” номинацияларында билдәләнде. Еңеүселәр район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән һәм аҡсалата бүләкләнде. Осрашыу кисәһенең инициаторы ла, уның бағыусыһы ла булып, конкурс еңеүселәренә аҡсалата бүләктәр әҙерләгән (Гран-при яулаусы 1 мең һум аҡса менән бүләкләнеүе генә лә ни тора!) Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәноваға, үҙе сарала ҡатнаша алмаһа ла, барыһы ла рәхмәтле булды. Шағирҙар үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәгән, иң яҡшы бүләк – китап, тигәндәй, балаларҙы китаптары менән ҡыуандырҙы.
Ниһайәт, сират ҡәләм оҫталарының үҙҙәренә лә етте. Н.Фәрхшатов исемендәге премияның 2001, 2010 йылдарҙағы лауреаты, шиғырҙар, йырҙар, юмористик хикәйәләр авторы Фәрғәт Ғәлинға һүҙ бирелгәс, ул сараны ойоштороп уҙғарыусы мәктәп коллективына, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенә, ҡатнашыусыларға, уҡытыусыһы Фәриҙә Ильясоваға үҙендә саҡ тоҡанып килгән ижад осҡонон дөрләтеп ебәреп, илһамландырыуы өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәм үҙенең бер шәлкем шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Ә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр композитор, сәсмә әҫәрҙәр һәм шиғыр китаптары авторы, район мәҙәниәт һарайының “Уҡлығая” ирҙәр вокал ансамбле етәксеһе Рәмил Ғимрани үҙенең ҡәләмдәшенә ижади үрҙәр теләне, киләсәктә лә мәғәнәле йырҙарға шиғырҙар ижад итергә яҙһын тигән теләктә ҡалды, әсәһенә арналған, шулай уҡ балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, “Йәшлек үтте” йырын башҡарҙы.
Артабан һүҙ Фәрғәт Ғәлиндың ҡыҙы Гөлфирә Ишкинаға бирелеп, ул атаһын ҙурлап, ошондай матур сара ойошторғандары өсөн тыуған мәктәбе коллективына, айырыуса директоры Айгөл Ғәбдиеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Атайымдың шиғырҙары йырлап ҡына тора”, тип билдәләп, “Атай йыры”н (Ф.Ғәлин һүҙҙәре, Р.Ғимрани көйө) тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим итте.
Сарала ҡунаҡтарға ла һүҙ бирелде, ауылдаштары исеменән мәғариф ветераны Фәриҙә Ильясова, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Родина ауылы шағирәһе Фәүзиә Ҡотлогилдина ҡәләм оҫталарын ҡотлап, артабан да ижадтарында уңыштар теләне. Фәүзиә апай “Ғафури егеттәре” тигән шиғырын уҡыны.
Ғөмүмән, шиғриәт кисәһе шиғри һүҙгә лә, йыр-моңға ла бай булды. Район мәҙәниәт һарайы артистары Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдары, Ғәзиз Ҡунаҡбаев башҡарған йырҙар сараға матур биҙәк өҫтәне. Композитор шулай уҡ районыбыҙ ауылдарына 40-лап йыр ижад иткән. Үзбәк ауылына арнап яҙған йыры Р.Ҡотдосов башҡарыуында яңғыраны. Сараны музыкаль яҡтан район мәҙәниәт һарайы баянсыһы Наил Вәлиев биҙәне.
Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул заманының,
Һәм көсө лә уның халҡында.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғариповтың был һүҙҙәре бөгөнгө осрашыуҙа ҡатнашҡан яҙыусыларыбыҙға ла тап килә. Сөнки улар туған халҡынан көс алып, киләсәгебеҙ тураһында ҡайғыртып йәшәгән оло шәхестәр.
Кисә барышында матур ғүмер юлы үткән ижадсыларҙың егәрлелектәренә, баҫалҡылыҡтарына тағы ла бер тапҡыр һоҡландыҡ, һәр эште күңел һалып, тир түгеп башҡарыуҙары һөҙөмтәһендә ирешелгән уңыштарының емештәрен бергәләп тирҙек. Ошондай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткән күркәм шиғриәт кисәһенән барыһы ла рухланып, уны ойоштороп уҙғарыуҙа ҙур тырышлыҡ һалған Үзбәк мәктәбе коллективына, тос ярҙам ҡулы һуҙған Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәтенә рәхмәтле булып таралышты.