+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Декабрь 2017, 12:24

Тыуған яҡтан көс-ҡеүәт алып

Яҡташ яҙыусыбыҙ, күренекле журналист Марат Әминевтың юбилейына арналған саралар башта үҙе белем алған Юлыҡ мәктәбендә, һуңынан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үтте.

Яҡташ яҙыусыбыҙ, күренекле журналист Марат Әминевтың юбилейына арналған саралар башта үҙе белем алған Юлыҡ мәктәбендә, һуңынан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үтте.

Әҙипте һәм уның ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәрен – бер туған ағаһы, күренекле прозаик Әмир Әминев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, сатира һәм юмор оҫтаһы, оҙаҡ йылдар һуҙымында “Һәнәк” журналының баш мөхәррире йөгөн тартҡан, бөгөн хаҡлы ялдағы Марсель Сәлимов, класташы, рухташы һәм дуҫы, эске эштәр хеҙмәте ветераны, отставкалағы подполковник Рәшит Монасиповты Юлыҡ мәктәбендә ололоҡлап ҡаршы алдылар.

Мәктәп фойеһына уҡыусыларҙан тыш хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, ауыл халҡы ла килгән ине. Сараны алып барыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Марат Әминевтың ике туған һеңлеһе Альмира Яҡшыбаева яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Сара барышында яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып ишеттерелде, уҡыусылар араһында викторина ойошторолдо. Еңеүселәргә Марат Әминев бүләктәр инселәне. Юлыҡ мәктәбе директоры Рәфис Абдрахманов:

- Мәктәбебеҙҙә Әмир Әминев, Марат Әминев кеүек яҙыусылар уҡып сығыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Марат ҡорҙашҡа артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ошо сараға әҙерлек алдынан архив материалдары менән танышып ултырғайным. Марат Мөхәмәт улының нисек уҡыуы менән ҡыҙыҡһынып, аттестатына ниндәй билдәләр ҡуйылыуының күсермәһен алдым. Бына ҡарағыҙ, ни бары дүрт кенә “4”-һе бар, ҡалғандары тотош “5”-ле. Марат Мөхәмәт улы журналистика һәм яҙыусылыҡ буйынса китмәй башҡа тармаҡҡа тотонһа ла, ҙур уңыштарға өлгәшер ине,- тине һәм уға бүләк тапшырҙы.

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужин да үҙенең изге теләктәрен еткереп, яҡташын бүләкләне. “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин менән фотохәбәрсе Наил Латипов элекке хеҙмәттәштәрен юбилейы айҡанлы ҡотлап үттеләр. Ауыл халҡы исеменән Юлыҡ ауылы аҡһаҡалы Таһир Юлмөхәмәтов һүҙ алып, Марат Әминевты ҡотланы һәм ғаиләһе исеменән күстәнәс тапшырҙы.

Класташтары – Фәрзәнә Кәримова менән Нурсилә Шафиҡова бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, Марат менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бәйән итеүҙәре сараны рәсмилектән арындырып ебәрҙе. Юлыҡ мәктәбендә юбилярҙы уҡытҡан уҡытыусыларҙың сығыштары ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

-Марат бәләкәйҙән тыйнаҡ һәм баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта уҡыуға отҡор, сос булды. Әҙәби әҫәрҙәрҙе, гәзит-журналдарҙы йотлоғоп уҡыуы иҫтә ҡалған. Ул барлыҡ фәндәрҙе лә тигеҙ үҙләштерҙе, кластың алдынғы уҡыусыһы булды, - тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты класс етәкселәре Флүрә Юлмөхәмәтова.

Ә инде элекке инглиз теле уҡытыусыһы Римма Рафиҡова Марат Әминевтың тормош юлы һәм ижадына бағышлап биографик поэма ижад иткән һәм сарала ҡатнашыусыларға уҡып ишеттерҙе. Юбилярҙы бер туған ағалары – Әмир менән Фәрүәз Әминевтар ҙа ҡотлап үтте.

-Яңы ғына Мараттың 35 йәшен билдәләгәйнек, инде алтын юбилейына ла аяҡ баҫтыҡ. Ул ике өлкәлә – журналистика ла, яҙыусылыҡта ла уңышлы эшләй. Яҙыусылыҡ - бер цех, журналистика икенсе цех. Уларҙы бутап ҡарарға ярамай. Бөгөн ул әҙәбиәт донъяһында үҙ юлын, үҙ стилен тапҡан әҙип. Прозаиктар ғәҙәттә 50 йәш тирәһендә өлгөрә. Сөнки был жанр тормош тәжрибәһе талап итә һәм баш менән ултырып эшләй торған эш. Маратты өлгөрөп еткән прозаик тип иҫәпләйем һәм уға ижади уңыштар теләйем, - тине һәм мәктәп китапханаһына үҙенең “Бер кәмәлә” исемле китабын бүләк итте.

Фәрүәз Әминев та ағаһының ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылды һәм Юлыҡ мәктәбен бынан 40 йыл элек тамамлауҙары хаҡында әйтеп үтеп, мәктәпкә иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин Марат Әминевты Яҙыусылар берлеге исеменән ҡотлап Маҡтау грамотаһы һәм бүләк тапшырҙы, ижади уңыштар теләне.

Сатирик яҙыусы һәм шағир Марсель Сәлимов йәш ҡәләмдәшенең ижадына юғары баһа бирҙе, артабан да арымай-талмай ижад итергә саҡырҙы. Инглиз телендә баҫылып сыҡҡан “Күгәрсен һөтө” исемле китабын Римма Рафиҡоваға, Юлыҡ мәктәбенә үҙенең китаптарын, “Крокодил” һәм “Һәнәк” журналдарын (әҫәрҙәре ошо журналдарҙа баҫылған) бүләк итте. Мәктәптең 5-се класс уҡыусылары Марат Әминевтың әҫәрҙәрен таҡмаҡҡа һалғандар һәм уҡытыусылары Альмира Яҡшыбаеваның гармун моңона ҡушылып таҡмаҡ әйттеләр. Рәшит Монасипов дуҫының һәр тын алышын белеп тороуын, ҡыйыш атып тура тейҙереүен, баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта егәрле кеше булыуын билдәләне. Һуңынан юбилярҙың үҙенә һүҙ бирелде.

-Хөрмәтле яҡташтарым, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәремде ҡабул итеп алығыҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт белдерәм. Бөгөн мине ҙурланығыҙ, ололоҡланығыҙ, һеҙ әйткән кеше булырға тырышырмын, - тип көлдөрөп тә алды. Уҡыусыларҙың тырышып уҡыуҙарын, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне, мәктәпкә китаптарын бүләк итте.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатындағы осрашыу ҙа бик фәһемле һәм күңелле булды. Директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Дилбәр Насирова сараны асып, һүҙҙе уҡыусыларға бирҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡолов етәкселегендәге уҡыусылар килгән ҡунаҡтарға үҙ һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Әмир Әминев, Рәшит Зәйнуллин, Марсель Сәлимов, Марат Әминевтарҙың сығыштары уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. “Айгүзәл” бейеү ансамбленең “Йәшлек”, “Төлкәҫ” бейеү ансамбленең “Быяла ярсыҡ - уйынсыҡ” бейеүҙәре, 6-сы класс егеттәре башҡарыуындағы “Мин башҡорт”, “Ҡолонсаҡ” вокаль ансамбленең “Аттар” йырҙары сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Марат Әминев та гимназияға буш ҡул менән килмәгән. Уҡыу алдынғылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала еңеүселәр һәм призерҙар, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашыусы йәмәғәтселәр уның ҡулынан китаптар алып ҡыуанды. Бына улар: 8”А” класынан Денис Шәмсетдинов, Азалия Моратшина, Искәндәр Фәтҡотдинов, 8”Б” класынан Әлиә Аҫылбәкова, Резеда Бохармәтова, Сулпан Сәлимова, Илүзә Мөхәмәтйәнова, 7”А” класынан Лилиә Саттарова, 9”А” класынан Искәндәр Әбсәләмов, Наҙгөл Фәхретдинова. Әҙип ҡулынан китап алыу уларҙы киләсәктә яңы ижади үрҙәргә дәртләндерер тип ышанғы килә. Дөйөм алғанда, ике урында ла осрашыу ойошҡан рәүештә һәм бик йылы шарттарҙа үтте. Уҡыусылар өсөн күренекле яҙыусылар менән аралашыу ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булғандыр.
Читайте нас: