+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
22 Декабрь 2017, 12:06

Башҡортса дискотека һәм бал-маскарад

Район мәҙәниәт бүлеге Яңы йылды күңелле итеп ҡаршылау өсөн матур-матур саралар әҙерләй.

Район мәҙәниәт бүлеге Яңы йылды күңелле итеп ҡаршылау өсөн матур-матур саралар әҙерләй.

27 декабрҙә Район мәҙәниәт һарайында “Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу мажаралары” тип аталған башҡортса дискотека була. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, дәртле йырҙар, Ҡыш бабай бүләктәре көтә. Сара 20.00 сәғәттә башлана, билет хаҡы 50 һум. (18+).

30 декабрҙә иһә мәҙәниәт һарайында матур йолаға әйләнгән Бал-маскарад була. Йыл хужаһы хөрмәтенә ул “Баскервилдәр эте” Яңы йыл триллеры тип атала. Уның программаһында: Яңы йыл йырҙары, бейеүҙәр, уйындар, конкурстар, “Дог-шоу” конкурсы (белешмәләр өсөн телефондар: 2-16-88, 8-919-157-80-64 – Рәзилә Рәис ҡыҙы). Шулай уҡ Яңы йыл дискотекаһы. Башлана 20.00 сәғәттә. Инеү – 100 һум, үҙ этен алып килеүселәргә – бушлай (18+).
Читайте нас: