+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
22 Декабрь 2017, 11:44

“Түрешле йәйләүендә”

Быйылғы йыл Сәйетбаба ауылының “Мырҙаҡай” бейеү ансамбле өсөн емешле булды. 2013 йылда өлкәндәрҙән генә торған ансамбль булдырыу уйын Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гәүһәр Байбулдина тормошҡа ашыра.

Быйылғы йыл Сәйетбаба ауылының “Мырҙаҡай” бейеү ансамбле өсөн емешле булды. 2013 йылда өлкәндәрҙән генә торған ансамбль булдырыу уйын Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гәүһәр Байбулдина тормошҡа ашыра.

Хаҡлы ялда булһалар ҙа, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, йыр-бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға маһир, йәштәргә өлгө булырҙай бер төркөм апай-ағайҙарҙы йыйып, ең һыҙғанып эш башлайҙар. Ансамблдә Әлфиә Степанова, Рәүилә Лоҡманова, Фәниә Фәйзуллина, Разифа Ишембәтова, Хөснә Заһиҙуллина, Рисәлә Фәхретдинова, Земфира Юлбарисова, Миңнира Сәйфуллина, Мәҙинә Байбулдина, Хәмдиә Фәхретдинова, Миңһылыу Абдуллина, Закир Ишмырҙин, Рәзим Мәүлетҡолов, Фәнил Суфиянов, Фәрит, Фәнүр, Флүр Фәхриевтар, Хатмулла Байбулдин, Нәғим Суфиянов, Илһам Байбулдин һәм Илнар Ишемйәров шөғөлләнә. Ансамбль тәүҙә ауылда ойошторолған йыйындарҙа, шәжәрә байрамдарында, һуңынан республикала йыл һайын үтеп килгән “Яратам һине, тормош!” оло кешеләр фестивалендә сығыш яһап, ра-йонда ғына түгел, зона, республика кимәлендә еңеүҙәр яулай.

Быйыл иһә “Байыҡ” рес-публика телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итәләр. 1-се турҙа хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алик Шәмситов һалған “Быҙыбыт

уйындары” менән сығыш яһайҙар. Киске уйын ваҡытында ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп быҙыбытта (элек тараҡҡа ҡағыҙ ҡуйып көй сығарғандар) уйнап башҡарылған бейеүҙе жюри ағзалары бик йылы ҡабул итә. Үҙҙәренең теләктәрен, иҫкәрмәләрен әйткәндән һуң, 2-се турға саҡыралар. Был юлы ансамбль етәксеһе Гәүһәр Байбулдина республикала киң билдәле хореограф Рәйес Низаметдиновты саҡыра. Ул Сәйетбаба ауылы ерлегендәге фольклорға таянып, “Түрешле йәйләүендә” бейеүен ижад итә.

...Йәйҙең эҫе бер көнөндә колхозсылар Түрешле яланында бесән саба. Бына, ниһайәт, төшкө ял. Шул арала ашҡа ғына түгел, эшкә лә үҙҙәре менән алып йөрөгән уйын ҡоралдарында – гармун, ҡурай, ҡумыҙ, быҙыбытта уйнап, таҡмаҡ әйтешеп уйын-көлкө ҡоралар. Уйын ҡыҙған ғына мәлдә яланға бригадир (Закир Ишмырҙин) килеп керә. Ансамблдең иң оло ағзаһы, 72 йәшен тултырһа ла һаман да йәштәрсә еңел кәүҙәле, дәртле йөрәкле Закир Вәлиулла улы саратский гармунында бейеү көйөн һыҙҙырып, бейей башлай. Бер аҙҙан эшкә тотонорға ваҡыт тип, бесәнселәрҙе бейеүҙән туҡтата.

Колхозсылар:

Түрешленең яланында бесән сапһаң тирләтә, 300 г ите менән бригадир шәп эшләтә, - тип йырлап, бейей-бейей сәхнәнән сығып китәләр. Бына шундай халыҡсан да, шул уҡ ваҡытта ысын сәнғәт өлгөһө кимәлендә башҡарылған бейеү “Байыҡ”тың 2-се турында абруйлы жюриҙың маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ була һәм Гала-концертҡа саҡырыла. Ансамблдең етәксеһе Гәүһәр Байбулдина әйтеүенсә, 3 көн һуҙымында барған финал бәйге бик көсөргәнешле, сәмле була. Әбйәлил, Стәрлебаш һәм башҡа райондарҙан, Пермь өлкәһе, Татарстан, Осетия Республикаларынан килгән яҡшы әҙерлекле коллективтар араһында “Мырҙаҡай”ҙар һынатмай. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй үткәргән репетициялар үҙ һөҙөмтәһен бирә – улар бейеү коллективтары араһында Әбйәлил районының “Серҙәштәр” ансамбленән генә ҡалышып, 1-се урынды яулай. “Байыҡ” бәйгеһендә тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеүҙәре ансамблдең оло еңеүе лә, шул уҡ ваҡытта киләсәккә яңы бейеүҙәр ижад итеү өсөн ҙур этәргес көс, илһам сығанағы ла. Ансамбль ағзалары һәм етәксеһе Г.Байбулдина бәйгелә ҡатнашыу мөмкинлеге биргән район хакимиәтенә, бағыусы - район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәковҡа, ҡатын-ҡыҙҙарға матур сәхнә күлдәктәре теккән Гүзәл Яхинаға, автобусында йөрөтөп алып ҡайтыусы Салауат Муллагилдинға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәләр.

Тамашасы ихтирамын яулап өлгөргән “Мырҙаҡай” ансамбленә алдағы йылдарҙа ла өр-яңы бейеүҙәр менән сығыш яһап, халыҡтың сәнғәтебеҙгә, йолаларыбыҙға булған һөйөүен, ҡыҙыҡһыныуын һүндермәй эшләһендәр тип теләргә генә ҡала.
Читайте нас: