+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Декабрь 2017, 13:04

Яҡты эҙ ҡалдырҙы

20 декабрҙә шағир, прозаик, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Әнүр Вахитовтың тыуыуына 85 йыл тулды (1932-1984). Әҙәбиәттең ниндәй генә жанрында эшләмәһен, ул һәр ҡайһыһында тос фекерле әҫәрҙәр яҙып ҡалдырҙы. Уның ижад ғүмере барлығы сирек быуат тирәһе менән хисаплана, әммә башҡорт һүҙ сәнғәтенең 60–70-се йылдарын унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

20 декабрҙә шағир, прозаик, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Әнүр Вахитовтың тыуыуына 85 йыл тулды (1932-1984). Әҙәбиәттең ниндәй генә жанрында эшләмәһен, ул һәр ҡайһыһында тос фекерле әҫәрҙәр яҙып ҡалдырҙы. Уның ижад ғүмере барлығы сирек быуат тирәһе менән хисаплана, әммә башҡорт һүҙ сәнғәтенең 60–70-се йылдарын унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Ижадын ул шиғырҙарҙан башлай. Беренсе шиғырын 1945 йылда Ҡауарҙы ете йыллыҡ мәктәбенең бишенсе класында уҡығанда яҙа. Ул 9 Майҙа, Еңеү көнөндә тыуа. Үҙенең миңә һөйләүе буйынса, мәктәпкә китеп барышлай үҙенең яратҡан уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова тап була. Уҡытыусыһы: “Әнүр туғаным, һуғыш бөткән, беҙ еңдек!” – тип илай-илай уны ҡосаҡлап ала. Үҙе түгелеп илай, үҙе шул һүҙҙәрҙе һамаҡлай икән. Уҡытыусыһының ошо һөйөнсөһө тыуҙыра ла инде шиғыр юлдарын. Әйткәндәй, Әнүр Вахитов уҡытыусыһына ғүмер буйы оло ихтирам йөрөттө, уны оло шәхес, талантлы педагог, тип атай торғайны. Һуңынан ул киң танылыу алған мәғариф алдынғыһы булып таныла, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була.

Тәүге шиғырҙар йыйынтығы Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында 1961 йылда тикшерелә. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, башҡа билдәле шағирҙар ҡатнашҡан секция ултырышы ҡулъяҙманы ыңғай баһалай, китап итеп сығарырға фатиха бирә. Ләкин йәш шағир нәшриәткә әлеге йыйынтығын түгел, ә “Салауат күпере” тигән хикәйәттәр тупланмаһын алып бара. (Ул 1963 йылда донъя күрә. Алғараҡ китеп шуны ла өҫтәргә кәрәктер, союзда тикшерелгән әлеге ҡулъяҙманы архивынан алып 1992 йылда, тикшергәндән һуң 30 йыл үткәс, “Тамырҙарым” тигән исем менән нәшер итергә насип булды). Хикәйәттәр, прозаның бер төрө булараҡ, Әнүр Вахитовҡа тиклем юҡ фиғылында ине.

Хикәйәттәрҙән һуң ул яйлап хикәйәләргә “күсте”, торараҡ повестар яҙа башланы, ҙур күләмле әҫәр, атап әйткәндә, роман хаҡында хыял йөрөттө. Белеүемсә, уның план-проспекты төҙөлөп, Ғафури районы ерлегендә булған ваҡиғалар сылбыры йыйыла башлағайны.

Әнүр Вахитов ижады башҡорт прозаһының тарихын, үҫеш юлдарын, үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бағышланды. Ул уны рус, башҡа туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып өйрәнде. Ижад һәм фән уның булмышының ике ҡанаты ине. “Эпик киңлектәрҙә” (1968), “Таланттың асылы” (1972), Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә русса сыҡҡан “Башкирский советский роман” (1978), “Офоҡтар киңәйгәндә” (1979), ҡулъяҙма рәүешендә тороп ҡалған һәм байтаҡ йылдар үткәс миңә донъя күрһәтергә насип булған “Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары” (2007) һымаҡ фундаменталь хеҙмәттәре ошо өлкәлә етди эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә яҙылған. Әйткәндәй, аҙаҡҡы хеҙмәте уның докторлыҡ диссертацияһы ла ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡаҙаҡ ССР-ының Фәндәр академияһындағы Сәнғәт институтына яҡларға барырға ике ай ҡалғас вафат булып ҡуйҙы...

Академик Ғайса Хөсәйенов үҙенең “Утыҙ икенселәрҙән икәү” тигән мәҡәләһендә (“Ағиҙел”, 1989 йыл, 9-сы һан) былай тип яҙҙы: “Үҙ романын ижад итергә насип булмаһа ла, Әнүр Вахитов башҡорт романының ғилми биографияһын яҙҙы. Әҙәбиәтебеҙҙә, шөкөр, хәҙер романдар күп, әммә уның яҙылған биографияһы әле берәү генә. Уның берҙән-бер авторы - Әнүр Вахитов. Уға Әнүр үҙенең егерме йылдан артығыраҡ ғүмерен бағышланы.” Шөһрәтле академиктың юғары баһаһы менән килешмәү мөмкин түгел.

Әнүр Вахитовтың әҙәби ижадының нигеҙҙәре - тулыһынса тыуған яғында, тыуған мөхитендә. Еҙем һәм Егән йылғалары, Сейәлетүбә, Олотау, Бүлсәр, Ырғыҙлы, Уҡлыҡая, Мағаш тауҙары, халыҡ күңелендә һаҡланған легенда, риүәйәттәр сағыла уның хикәйә, хикәйәттәрендә. Туғай, Яңы Ҡауарҙы, Имәндәш ауылдары кешеләренең прототиптарын табырға мөмкин. Шуға ла әҫәрҙәрендәге ваҡиғалар ерлекле, ышандырғыс, характерҙар таныулы. Күп кенә хикәйәттәренең төп геройы Әхмәҙулла бабай үҙе генә ни тора!

Ул ун өс йыл дауамында Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итте. Бының өсөн күпме ваҡыт, көс, күҙ нуры сарыф ителә. Кешенекен уҡығансы үҙеңдекен яҙ ине ул, тип үкенеп ултырған саҡтарын да хәтерләйем. Үҙем дә ошо вазифала ун өс йыл эшләгәс, бының ниндәй ауыр һәм мәшәҡәтле эш икәнен бик яҡшы беләм!

Талантлы кеше һәр өлкәлә лә талантлы була, тиҙәр. Мәктәпте тамамлағас бер иптәше менән Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының математика факультетына уҡырға инергә ниәтләнәләр. Тик иптәшенең һүҙенә ышанып, бармай ҡала. Был тарихты ул миңә үкенеберәк һөйләне. Моғайын, инер инем, математиканы яраттым, мәктәп программаһын яҡшы белә инем, насар математик булмаҫ, ҡайтып берәй институтта уҡытып йөрөр инем, тине.

Был ваҡиғаны мин уның предметты тәрән белеүен күрһәтеү өсөн генә түгел, ә характерында үҙ-үҙенә тәрән ышаныс, ынтылыш, алдына ҡуйған маҡсатына ирешергә тырышыу ғәйрәте булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу маҡсатында иҫкә төшөрҙөм. Ғөмүмән, ниндәй йүнәлештә китһә лә ул үҙ һөнәренең оҫтаһы булыр ине. Минең быға иманым камил.

Бына шундай тәрән белемле кеше, алдынғы ҡарашлы ғалим, оло шәхес ине яҡташыбыҙ Әнүр Вахитов.
Читайте нас: