Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә уҙғарылған яҡташ яҙыусылар менән осрашыу “Тамырҙарым ошо тупраҡта” тигән исем аҫтында уҙып, Әнүр Вахитовтың “Тамырҙарым” тигән шиғыры менән башланып китте.
Декабрь айында Ә.Вахитовтың тыуыуына 85 йыл булыр ине, кисәгә уның юлын дауам итеүселәр йыйылды. Яҙыусы, драматург, шағир, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, билдәле яҙыусы-сатирик, журналист, “Башҡортостан” гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире Венер Исхаҡов, Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреа-ты, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәйлә Сабитова, әлеге көндә Ауырғазы районы Степановка ауылында балаларға химия-биология серҙәрен төшөндөрөүсе ауылдашыбыҙ, “Күңел моңо” исемле шиғырҙар йыйынтығы авторы Миңнира Бикәнәсова-Үтәгәнова, БДПУ-ла эшләгән фән кандидаты, әүҙем йәмәғәтсе Миңниә Вәлиева ул көндө үҙҙәре белем алған мәктәпкә осрашыуға тулҡынланып та, ғорурланып та килде.
Кисәне ойоштороусы һәм алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хөрмәт ҡыҙы Иҙрисова һәр береһе менән таныштырып, сәхнә түренә саҡыра барҙы. Уҡыусылар яҙыусыларҙың тормош юлы менән танышты, шиғыр, сәсмә әҫәрҙәренән өҙөктәр һөйләне. Мин Миңнира Үтәгәнова-Бикәнәсова тураһында сығыш яһаһам, Лилиә Мәжитова Венер Исхаҡов, Алһыу Шәйхолова Мөнир Ҡунафин һәм Илүзә Фәхретдинова Рәйлә Сабитова хаҡында һөйләне. Әҫәрҙәрҙе тасуири итеп Алтынай Шәйхолова, Гөлназ Юлбарисова, Айгөл Ҡунафина, Алһыу Садиҡова, Гөлнара Юлбарисова, Наҙгөл Рахманғолова һөйләп ишеттерҙе.
Яҙыусылар нисек ижад итә башлауҙарын, кемдәр ярҙам итеп ебәреүҙәрен һөйләне, беҙгә тырышып уҡырға, киләсәктә лайыҡлы кешеләр булып үҫергә, үҙҙәре эшләп йөрөгән гәзит-журналдар тураһында сығыш яһанылар. Уларға һорауҙар ҙа күп бирелде. Һәр һорауға ентекле, тулы яуаптар алдыҡ. Кисәлә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар китаптар, биҙәүестәр, музейға сигелгән картина бүләк иттеләр. Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы Яңы йылға байрамдар уҙғарыуға ярҙам итәсәген дә белдерҙе.
5-6-сы класс ҡыҙҙарының “Шаян ҡыҙҙар” бейеүе, “Мәндем буйы” йырҙары, 10-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Байбулдинаның “Оҙон сәс” бейеүе, 6-сы класс уҡыусыһы Алтынай Шәйхолованың “Ай, былбылым” йыры осрашыуға йәм өҫтәне һәм ҡунаҡтарға музыкаль сәләм булып яңғыраны.
Кисә һуңында мәктәп директоры З.Х.Хәйруллина сығыш яһап, ҡунаҡтар менән мәктәп араһындағы бәйләнештең өҙөлмәүен, ижади уңыштар теләне.