0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
5 Ғинуар 2018, 12:14

Ҡәҙерле кескәй дуҫтарыбыҙ, йәш ижадсылар!

Яҡташыбыҙ, шағирә һәм яҙыусы Гөлнур апай Яҡупова нигеҙ һалған “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенең 2018 йылғыһы старт ала. Бәйге папкаһында йәш ижадсыларҙың байтаҡ әҫәрҙәре бар ҙа инде. Уға тағы ла яңы эштәр өҫтәлер тип ышанабыҙ.Ә әлегә - бер шәлкем шиғырҙар.

Һүҙ - Үзбәк мәктәбе уҡыусыларына

Яңы йыл килде

Яңы йыл килә беҙгә,

Ҡыш бабай менән бергә.

Бүләктәре бигерәк күп,

Миңә, һиңә уйынсыҡ.

Ҡыҙҙары бейеп тора,

Малайҙар йырлап тора.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу

Матур бүләктәр бирә.

Филүзә БАШАРОВА,

5-се класс.

Әйҙәгеҙ, тышҡа

Ап-аҡ ҡарҙар яуа ҡышта,

Шундай рәхәт күңелгә.

Ислам туған, әйҙә тышҡа,

Саңғыларҙа шыуырға.

Уйнап, көлөп, шаярып,

Күңелде күтәрәйек.

Урам буйы торһон гөрләп,

Дуҫтарҙы ла йыяйыҡ.

Илморат ХӘКИМОВ,

5-се класс.

Ҡышҡы биҙәк

Декабрь айы еткәс,

Көткән ҡыш килеп етте.

Матур биҙәктәре менән

Тәҙрәләрҙе биҙәп китте.

Рәсимә КИНЙӘБАЕВА,

5-се класс.

Ҡышын беҙгә бик күңелле,

Күбәләкләп ҡар яуа.

Урам буйында бала-саға

Йүгерә, ҡар бәрешә.

Ә мин өйҙә бер үҙем

Шиғыр яҙып ултырам.

Яҙып бөткәс, уҡытыусы

Әлфиә апаға бирәм.

Ильяс СӘФӘРҒӘЛИН,

8-се класс.

Яңы йыл

Бөгөн беҙҙә Яңы йыл,

Иң матуры булыр ул.

Күп шиғырҙар беләбеҙ,

Ҡыш бабайға һөйләрбеҙ.

Яңы йылды яратам,

Был байрамды онотмам.

Бергә-бергә шатлана,

Бөтәһе лә уны ярата.

Ильяс РӘСҮЛЕВ,

6-сы класс.

Ҡышҡы тәбиғәт

Ҡышҡы урман ап-аҡ,

Осоп килде аҡ ҡарҙар.

Алып килде һыуыҡтар,

Тәҙрәләргә биҙәктәр.

Айҙың тәүге нурҙары,

Яҡтыртты барыр юлды.

Яңы айҙың нурҙары

Сағылдырҙы күҙҙәрҙе.

Миләүшә ШӘРИПОВА,

5-се класс.


Читайте нас: