+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Ғинуар 2018, 13:22

Мырҙаҡай тыпырҙығы

(Мәҡәләмде Сәйетбаба ауылының данлыҡлы бейеүсеһе Әсҡәт Исмәғил улы Фәхретдинов иҫтәлегенә арнайым). Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең, беренсенән, дәртле, шаян, икенсенән, һалмаҡ, һығылмалы, талғын бейеүҙәре менән дан тота. Милли мираҫын, рухи хазина байлыҡтарын быуындан-быуынға ҡәҙерләп һаҡлай һәм тапшыра килә. Бейеү – халыҡҡа боронғо йолаларыбыҙҙы, халыҡ ижадын бейеү теле менән ябай һәм оҫта итеп әйтеп биреү ул. Шуға ла бейеү сәнғәтен төплө генә аңлау өсөн, халыҡ ижадын яҡшы белергә кәрәк. Халыҡ моңо, йыры, бейеүе – улар сәнғәттең ҡабатланмаҫ ижад емештәре, иң юғары өлгөһө булып тора. Беҙҙең ауылдың үҙенең бейеү стиле – тыпырҙығы бар. Мәҫәлән, Толпар тыпырҙығы, Ҡаранйылға, Туғай һәм Яугилде тыпырҙыҡтары булыуы ла билдәле. Хәҙер был тыпырҙыҡтар онотолоп бара. Киске уйындар ойошторолмай, аулаҡтар бөттө.

(Мәҡәләмде Сәйетбаба ауылының данлыҡлы бейеүсеһе Әсҡәт Исмәғил улы Фәхретдинов иҫтәлегенә арнайым).

Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең, беренсенән, дәртле, шаян, икенсенән, һалмаҡ, һығылмалы, талғын бейеүҙәре менән дан тота. Милли мираҫын, рухи хазина байлыҡтарын быуындан-быуынға ҡәҙерләп һаҡлай һәм тапшыра килә. Бейеү – халыҡҡа боронғо йолаларыбыҙҙы, халыҡ ижадын бейеү теле менән ябай һәм оҫта итеп әйтеп биреү ул. Шуға ла бейеү сәнғәтен төплө генә аңлау өсөн, халыҡ ижадын яҡшы белергә кәрәк. Халыҡ моңо, йыры, бейеүе – улар сәнғәттең ҡабатланмаҫ ижад емештәре, иң юғары өлгөһө булып тора. Беҙҙең ауылдың үҙенең бейеү стиле – тыпырҙығы бар. Мәҫәлән, Толпар тыпырҙығы, Ҡаранйылға, Туғай һәм Яугилде тыпырҙыҡтары булыуы ла билдәле. Хәҙер был тыпырҙыҡтар онотолоп бара. Киске уйындар ойошторолмай, аулаҡтар бөттө.

Мәҡәләмдең геройы оҫта бейеүсе Әсҡәт Фәхретдинов Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итә һәм Александров исемендәге данлыҡлы бейеү ансамблендә 5 йыл бейей. Ауылына ҡайтҡас, йәштәрҙе бейеү алымдарына өйрәтеп, сығыштар ойошторҙо, ауылдың данын күтәрҙе. Уның тырышлығы менән һәүәҫкәр бейеүселәребеҙ лауреат, дипломант булдылар. 1960 йылда Стәрлетамаҡта уҙған фестивалдә уңышлы сығыш яһап, 12 райондан килгән бейеүселәр араһында 1-се урынды яулап, лауреат исемен алдылар. Әсҡәт үҙенсәлекле бик күп бейеүҙәр һалды, өҫтәүенә, оҫта ҡурайсы, өзләүсе лә ине. Ауыл халҡы уны һаман да онотмай, матур хәтирәләр менән иҫкә ала. Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылау саралары сиктәрендә ауылдың Ололар ҡоро үҙебеҙҙең ерлектәге таланттарҙы халыҡҡа еткереү маҡсатында Әсҡәт бейеүсенең Хәтер кисәһен уҙғарыуға әҙерлекте башланы ла инде. Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гәүһәр Байбулдина был йәһәттән ең һыҙғанып эшкә тотондо.

Халыҡ таланттары һәр төбәктә лә бар. Улар тураһында йәштәргә һөйләү, һәләтлеләрен сәнғәткә йәлеп итеү – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Йоҡлап-мүкләнеп ятыу килешмәҫ, быуындар бәйләнешен юғалтмайыҡ. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора.
Читайте нас: