Башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе башҡарыу оҫтаһы Мәрфуға Бәшәрова менән моң һөйөүселәр төрлө йыр конкурстарында, айырыуса яҡташыбыҙ Зәки Мәхмүтов исемендәге халыҡ йырҙары бәйгеһендә осраша.
Былтырғыһында йырсы үҙ йәш төркөмөндә 1-се урын яуланы. Был һәләте уға атаһы Ғәни Халиҡовтан (йырлаған да, оҫта тальянсы ла булған) бирелгән. Хәйер, Мәрфуға апайҙан ҡала ғаиләләрендәге 7 баланың (3-һө – мәрхүм) барыһы ла бик матур йырлай.
Үзбәк ауылында ты-уып үҫкән Мәрфуға Ғәни ҡыҙының тормош юлы ябай, тыуған төйәге мәктәбендә – башланғыс, Еҙем-Ҡаранда урта мәктәпте тамамлағас, Ҡырмыҫҡалылағы бухгал-терҙар курсында уҡый. Хеҙмәт юлын “Ағиҙел” колхозында иҫәпсе булып башлай, хәҙер хаҡлы ялда. Ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. Тормош иптәше Әмир Бәшәров менән Эльвира һәм Венера исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Өлкәне – “Красноусол” шифаханаһында, кесеһе Бүздәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.