-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Ғинуар 2018, 12:26

Рухтары ҡайтты йәдкәр булып

Ҡауарҙы мәктәбендә ике күренекле яҡташыбыҙ – ғалим һәм яҙыусы Әнүр Вахитов менән Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Зәйнетдиновҡа арнап музей асылды.

Ҡауарҙы мәктәбендә ике күренекле яҡташыбыҙ – ғалим һәм яҙыусы Әнүр Вахитов менән Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Зәйнетдиновҡа арнап музей асылды.

Тантанаға күренекле яҡташтарыбыҙҙың коллегалары, яҡындары, туғандары килгән ине. Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары, филология фәндәре докторҙары Ғиниәт Ҡунафин менән Мирас Иҙелбаев, Рәшит Зәйнетдиновтың улдары Таһир менән Урал, арҡаҙашы, фекерҙәше, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лау-

реаты Георгий Калитов, рәссам, скульптор Хәниф Хәбибрахманов, энекәштәре Әмир менән Марат Әминевтар, бер туған һеңлекәштәре Флүрә Шәрипова, Әнүр Вахитовтың ҡыҙы Шәүрә Вахитова, башҡа яҡындары, туғандары булды.

Башта мәктәп фойеһында Хәтер кисәһе булып үтте. Мәктәп уҡыусылары Әнүр Вахитов һәм Рәшит Зәйнетдиновтың тормош юлына һәм ижадына арналған әҙәби-мәҙәни композиция әҙерләгән. Ғайса Исхаҡов менән Нурзиә Иҙрисова сараны матур итеп алып барҙылар. Нурзиә Иҙрисованың үҙе башҡарыуындағы һәм Юлай Аҙнағолов менән берлектәге дуэты, Альмир Әбелғужин менән Илнар Зөлҡәрнәев башҡарыуындағы йырҙар, Нурания Фазләхмәтованың Әнүр Вахитовтың шиғырҙарын һөйләп ишеттереүе, яҙыусының “Өс бөртөк бойҙай” әҫәрен сәхнәләштереүҙәре күңелдәргә хуш килде.

Артабан Әмир Әминев килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтте һәм тәүге һүҙҙе яҡташыбыҙ, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафинға бирҙе. Башта ул Әнүр Вахитовтың ижадына һәм тормош юлына байҡау яһаны, уның менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләүҙәрен һағынып иҫкә алды, оло йөрәкле шәхес булыуын билдәләне. Әнүр Вахитовҡа арнап “Баҡый китап ҡалдырҙы” исемле китап сығарыуын, “баҡыйлыҡ”тың мәңгелек төшөнсәһе менән бер икәнлеген билдәләне.

- Рәшит Сәйфетдин улы менән дә яҡындан аралашып йәшәнек. Уның Георгий Калитов менән берлектә “Ер рухы” триптихын яҙа башлауы һәм БДУ-ның төп корпусына урынлаштырыу тарихы минең башланғыста, ул саҡтағы ректорыбыҙ Рәғиб Ғимаевтың аңлап ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә башҡарып сығылды. Ике рәссамдың берлектә башҡарылған был эше һуңғараҡ Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. “Табын” яҡташтар йәмғиәтенә етәкселек иткән йылдарҙа Рәшит Зәйнетдинов йәмғиәттең иң әүҙем ағзаларының береһе булды. Һәр ултырышта ихлас ҡатнаша, үҙ теләк-тәҡдимдәре менән уртаҡлаша ине. Ғөмүмән, ике яҡташыбыҙ ҙа оло йөрәкле кешеләр булды һәм беҙ улар менән ғорурланырға хаҡлы,- тине Ғиниәт Сәфиулла улы.

Мирас Иҙелбаев үҙ сығышында Әнүр Вахитов менән бер бүлмәлә ултырып эшләү йылдарын иҫкә алды, уның әҫәрҙәре, ғилми хеҙмәттәре хаҡында һөйләне.

- Мин үҙем Баймаҡ районынан. Элек телевизор булмаған осорҙа төп мәғлүмәт сығанағы булып гәзит-журналдар торҙо. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Әнүр Вахитовты мәҡәләләре аша уҡып белә инем. Беҙҙең яҡта “Әнүр” исеме юҡ, Әнүәр генә бар. Баштараҡ гәзиттә бер хәрефен төшөрөп ҡалдырғандармы икән әллә, тип тә уйлай торған инем. Күп йылдар уҙғас Әнүр Хисмәт улы менән бер бүлмәлә ултырып эшләү бәхете тейҙе. Ул бик егәрле, аҙ һүҙле, мәғлүмәтле, холҡо менән бер аҙ ҡырыҫыраҡ кеше булды. Шул уҡ ваҡытта ул бик ярҙамсыл, кеше хәленә инә белеүсе кеше ине,- тине Мирас Хәмзә улы.

Георгий Калитов “Ер рухы” триптихын нисек итеп бергә ижад итеүҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләне. Был әҫәрҙе ижад итер өсөн күп уҡырға, тарихты төплө өйрәнергә кәрәклеген белдерҙе.

“Мин Рәшит Зәйнетдиновтан 14 йәшкә кесерәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ул һәр саҡ миңә ихтирам менән ҡараны. Беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙҙең һүҙенә ҡолаҡ һала инек, әрепләшкән сағыбыҙ булманы”,- тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты Георгий Калитов.

Рәшит Зәйнетдиновтың коллегаһы, ҡоҙаһы Хәниф Хәбибрахмановтың да уртаҡлашыр хәтирәләре күп ине. Әйткәндәй, Хәниф Хәбибрахманов скульптор булараҡ Красноусол ауылындағы Геройҙар Аллеяһындағы Геройҙар бюсын, “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендәге Георгий Вахрушевтың бюсын, Өфөләге “Ете ҡыҙ” скульптура композицияһын, Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейын һәм ундағы һәйкәлдәрҙе эшләгән кеше.

Хәтер кисәһе барышында Шәүрә Вахитова, Урал Зәйнетдинов, Әмир һәм Марат Әминевтар, Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ҡауарҙынан Рим Насиров, Роберт Бәширов, Зәйтүнә Дәүләтбаева, һеңлеләре Флүрә Шәрипова хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Сара һуңында Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужин музей булдырыуға күп көс һалған Урал менән Таһир Зәйнетдиновтарға, Әмир менән Марат Әминевтарға, Роберт Бәшировҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.

Музей ысынлап та бик дан итеп булдырылған. Ике шәхескә лә берҙәй иғтибар бирелгән. Таһир менән Урал Зәйнетдиновтарҙың рәссам-дизайнер булыуҙары күҙгә ташланып тора. Музейҙы тап улар биҙәгән дә инде. Киләсәктә бындағы экспонаттарҙы тағы ла байытыу күҙ уңында тотола. Шулай итеп, районда Мәжит Ғафури, Жәлил Кейекбаев музейҙарына өҫтәп тағы ла бер музей барлыҡҡа килә тигән һүҙ. Дөрөҫ, райондаш әҙиптәребеҙгә арналған башҡа музейҙар ҙа бар районда. Йөҙимән мәктәбендә Ғәйфулла Вәлиев, Яңғыҙҡайында Рәшит Сабитов, Еҙем-Ҡаран мәктәбендә Шакир Насиров ижадына арналған мөйөштәр бар һәм киләсәктә улар айырым музей булырлыҡ. Ә Ҡауарҙыла ике яҡташ шәхесебеҙгә музей асылыуы инде ҡасандыр үҙҙәре белем алған мәктәпкә рухтары әйләнеп ҡайтыуы тип ҡарарға кәрәктер. Ошондай шәхестәребеҙҙе ололоҡлағанда, киләсәк быуынды улар рухында тәрбиәләгәндә генә беҙ милләт булараҡ үҙ асылыбыҙҙы юғалтмаясаҡбыҙ.
Читайте нас: