+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
6 Февраль 2018, 13:32

“Мағаш тауышы”нда ишетелде тыуған яҡтың шиғри моңо

Ошо көндәрҙә үҙәк район китапханаһында “Табын” гәзите эргәһендә эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең сираттағы ултырышы үтте.

Ошо көндәрҙә үҙәк район китапханаһында “Табын” гәзите эргәһендә эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең сираттағы ултырышы үтте.

Китапханасылар сараға ентек-ле әҙерләнгән – берекмә ағзаларының сыҡҡан китаптарынан “Тыуған яҡ моңо” тигән күргәҙмә ойошторған, һәр береһенең ижад үҙенсәлеген иҫәпкә алып, бай йөкмәткеле сценарий төҙөгән. Әҙәби осрашыуҙа районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән ижадсылар – Еҙем-Ҡарандан Әлфиә Исҡужина, Үзбәктән Илфат Ғәлин, Бәләкәй Үтәштән Наил Мөхәмәтйәнов, Ерек ауылынан Миңтимер Кәримов, Яугилденән Лилиә Миниязова, Родина-Ватан ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина, Игенйылғанан Зилә Сәйетбатталова, Красноусолдан Рәмил Ғимрани, Салауат Йосопов, Саимә Игелекова, Айгөл Кәлимуллина ҡатнашты. Сараны алып барыусы китапханасы Динара Әхмәдова ҡунаҡтар менән таныштырғандан һуң, әҙәби берекмә етәксеһе Рәмзиә Монасиповаға һүҙ бирҙе.

- Был осрашыуҙы китапханасылар менән ойоштороу дөрөҫ тип уйлайым. Сөнки барыһы ла китаптан башлана. Беҙҙең әҙәби берекмә һуңғы 3 йылда күп эштәр башҡарҙы, улар барыһы ла альбомға йыйылған. Дөйөм алғанда, ижадсылар 3 йүнәлештә эшләй: “Табын” гәзите аша гәзит уҡыусыларҙы үҙҙәренең шиғырҙары менән таныштыра, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итә. 2015 йыл Әҙәбиәт йылы булғайны. “Табын” гәзитенең 8 һанында беҙҙең ижад емештәре баҫылды. Ә үткән йылда “Мағаш тауышы” тик 3 һанда ғына

донъя күрҙе. Ағымдағы йылда һәр квартал һайын 1 әҙәби бит сығарһаҡ ине тигән өмөттә ҡалабыҙ. “Мағаш тауышы” берекмәһенең әүҙем ағзалары Фәүзиә Ҡотлогилдина, Флүрә Хәлилова, Рәмил Ғимрани һәм Фәрғәт Ғәлиндың ижад кисәләре үтеүе лә матур күренеш булды. Р.Ғимрани менән Ф.Ғәлин уҡыусылар араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен дә ойоштороп, үҙебеҙгә алмашҡа ижадсылар әҙерләү эшенә ҙур өлөш индерҙе. Үҙнәшер юлы менән китаптар ҙа сығара беҙҙең шағирҙарыбыҙ. Уҙған йылда Ф.Ҡотлогилдинаның, әле күптән түгел генә Еҙем-Ҡаран ауылында Флүрә Хәлилованың 2 китабының исем

туйына барҙыҡ. Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа арналған сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ. Киләсәктә барығыҙҙы ла ошондай сараларға йөрөргә һәм, әлбиттә, матбуғатта тағы ла әүҙемерәк яҙышырға, төрлө әҙәби конкурстарға әҫәрҙәрегеҙҙе ебәрергә саҡырам, - тип тамамланы сығышын Рәмзиә Ғайса ҡыҙы.

Артабан һүҙ шағир, композитор, робағи-мәҫәлдәр ижад итеүсе Рәмил Ғимраниға бирелде. Ул “Һайыҫҡан хыялы” исемле мәҫәлен һәм бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе, бы-йыл “Дыуамал йәшлек” тигән хикәйә ижад итеүе, 70-ләгән йыр, бик күп шиғыр-робағиҙар, сәсмә әҫәрҙәрҙән бер китаплыҡ материал йыйылыуы тураһында һөйләне. Унан һуң сығыш яһаған Фәүзиә Ҡотлогилдина үҙ ижады менән таныштырҙы, күптән түгел үҙе ҡатнашҡан “Рәсәй-1” телеканалында “Хәйерле иртә!” тапшырыуының видеояҙмаһын күрһәтте. Ул ижадташ дуҫтарын Интернет селтәрендә әүҙемерәк аралашырға, төрлө шиғри төркөмдәрҙә ойошторолған бәйгеләрҙә үҙ көстәрен һынап ҡарарға саҡырҙы. Ошо көндәрҙә сираттағы интернет-әйтеш бәйгеһендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеп сыҡҡан Айгөл Кәлимуллинаны ҡотлап үтте.

Шулай уҡ осрашыуҙа Әлфиә Исҡужина, Салауат Йосопов, Зилә Сәйетбатталова, Илфат Ғәлин, Миңтимер Кәримов, Лилиә Миниязова ижадҡа нисек килеүҙәре тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. “Табын” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, яуаплы секретарь Зифа Ғайсина үҙ сығышында гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған әҙәби берекмә ағзаларына баҫманы уҡымлыраҡ итеүгә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте, “Ғафури” халыҡ теат-ры етәксеһе Зәйтүнә Зәйнешеваға Рәлиф Кинйәбаевтың пьесалар китаптарын тапшырҙы. Сара барышында эшлекле тәҡдимдәр ҙә булды. Мәҫәлән, Л.Миниязова Интернетта “Мағаш тауышы” төркөмөн булдырып, унда ҡуйыласаҡ шиғырҙар тураһында фекер алышыу, кәңәштәр биреү мөмкинлеге тураһында әйтте. Р.Монасипова Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә район мәҙәниәт һарайында һәләтле ижади ғаиләләр менән сара үткәрәйек һәм уның сценарийын Зәйтүнә Зәйнешеваға йөкмәтәйек, тине. Был тәҡдимдәрҙе барыһы ла хуплап ҡаршы алды.

Осрашыу иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды. Саранан һуң әҙәби берекмәнең бер төркөм ағзалары оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә йәштәрсә дәртле йөрәкле, үткер ҡәләмле ветеран-шағир Вилдан Әйүп улы Шәриповты күптән түгел үткән юбилейы менән ҡотларға юлланды.
Читайте нас: