+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Февраль 2018, 11:48

Ҡараншишмәнән илһам алып

Уҡытыусы-ветеран, район һәм респуб-лика баҫмаларының штаттан тыш авторы Флүрә Хәлилова бер-бер артлы ике китап баҫтырып сығарып, ошо шатлығын матур сарала ауылдаштары, яҡындары, матбуғат баҫмалары вәкилдәре менән уртаҡлашты.

Уҡытыусы-ветеран, район һәм респуб-лика баҫмаларының штаттан тыш авторы Флүрә Хәлилова бер-бер артлы ике китап баҫтырып сығарып, ошо шатлығын матур сарала ауылдаштары, яҡындары, матбуғат баҫмалары вәкилдәре менән уртаҡлашты.

...Милли кейемдәге ҡыҙ сәхнә алдына көйәнтәләп һыу алып керә. Был – ауылға исеме ҡушылған, мәшһүр Мәжит Ғафуриҙан алып тағы бик күптәргә йәшәү көсө, илһам биргән, туңыу белмәҫ данлыҡлы Ҡаран шишмә һыуы. Кисәне шишмә һыуын түргә ҡуйып, уны ҡунаҡтарға тәмләтеп башлау бик мәғәнәле: бөгөнгө сара сәбәпсеһе Флүрә Хәмит ҡыҙы үҙе лә ошо шишмәнән илһамланып, уға һоҡланып йәшәй. Хәйер, кендек ҡаны тамған Еҙем-Ҡаранын, уның бай тарихын, матур бөгөнгөһөн, уңған кешеләрен, һәйбәт эштәрен данлап туймаҫ, булған кәмселектәргә күҙ йома алмаҫ фиҙаҡәр шәхес тә ул.

Матбуғат менән хеҙмәттәшлеккә олпат йәшкә еткәс кенә килһә лә, Ф.Хәлилованың ижади багажы һәлмәк, тос. Унда тыуған ауылы, мәктәбе тарихы ла, илдә барған ваҡиғаларға үҙенең, ауылдаштарының ҡарашы ла, баҫмалар иғлан иткән төрлө конкурс-бәйгеләргә яҙылған мәҡәләләр ҙә, шиғырҙар ҙа бар. Ике тиҫтә йыллыҡ ижади хеҙмәт емештәренең иң тостарын туплап, “Йөрәк ауазы” һәм “Инә ҡаҙ” тип аталған китаптар баҫтырып сығара ул. Улар “Ағиҙел китапханаһы” серияһында, йәғни республика әҙәби журналы мөхәрририәте ярҙамы менән донъя күргән. Шуға ла китаптың исем туйына “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары мөхәррире, яҙыусы, драматург Рәлиф Кинйәбаев, “Тамаша” журналы мөхәррире, драматург Сөләймән Латипов, “Ағиҙел” журналының бүлек мөдире, яҙыусы Сабир Шәрипов та килгәйне.

- Еҙем-Ҡаран минең өсөн ғәжәйеп иҫтәлек арҡылы яҡын, - тип бер ваҡиғаны бәйән итеүҙән башланы үҙ сығышын Рәлиф Мөстәҡим улы. – 1980 йылда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 100 йыллығы СССР кимәлендә киң билдәләнде. Еҙем-Ҡаранда үткән байрамда Төркмәнстан яҙыусыһы Саитзада Сатай ҙа була. Аҙаҡ ул үҙ яҙмаларында: “Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында минең полкта бер башҡорт һалдаты булды. Ул яуға Мәжит Ғафуриҙың китабын тотоп килгәйне, һәр саҡ ошо китапты үҙе менән алып йөрөттө, буш ваҡыттарҙа алып уҡый ине. Мәшһүр шағир исеме, ижады менән тәүге танышыуым шулай булды. Ә һалдатымдың исеме Мөстәҡим Кинйәбаев ине”, - тип яҙып сыға. Был бит минең атайым! Ул саҡта ул мәрхүм ине инде. Ошо яҙманы уҡығас, мин С.Сатайға хат яҙып ебәрҙем, аҙаҡ осрашырға ла насип булды. Бына шундай хәтирәләр менән бәйле Еҙем-Ҡаран һәр саҡ ниндәйҙер серле лә, ҡөҙрәтле лә урын булып күңелдә ҡалды. Һиҙемләүем дөрөҫ тә, буғай. Шағирҙың бөгөнгө ауылдаштары ла матур күңелле, ижади шәхестәр икән. Бына Флүрә Хәмит ҡыҙы Хәлилова – тап шундайҙарҙан.

- Яҙыусыһы булған ауыл – бик бәхетле. Ошонда тыуып-үҫеп, ошонда йәшәгән, һәр аҙымы күҙ алдында торған яҙыусығыҙ булыуы – икеләтә бәхет. Ул үҙ төйәгенең ысын патриоты. Үҙ артынан китап ҡалдырып, йәғни ауылығыҙ йылъяҙмаһын мәңгеләштереп, иҫ киткес ҙур эш башҡарған. Уның ижады - эскерһеҙ, ихлас. Унда сафлыҡ бөркөлөп тора, - тине үҙ сығышында яҙыусы Сабир Шәрипов.

Сөләймән Латипов та ҡәләмдәштәренең һүҙен ҡеүәтләп, ауылығыҙҙы данлаған, күтәргән ошондай шәхестәрҙе күтәрегеҙ һәм ҡәҙерләгеҙ, тип мөрәжәғәт итте һәм, драматург булараҡ, Флүрә Хәмит ҡыҙына драма жанрына ныҡлабыраҡ тотонорға кәңәш итте.

“Табын” гәзитенең яуаплы секретары Зифа Ғайсина гәзиттең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты Ф.Хәлиловаға Рәхмәт хаты тапшырып, тап ошондай тулы ҡанлы тормош менән йәшәүсе, бер нәмәгә лә битараф булмаған кешеләр ауыл йәне, уларҙың гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүе оло табыш икәненә баҫым яһаны.

Район Ағинәйҙәр ойошмаһы һәм “Табын” район гәзите эргәһендә эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова, авторҙы тәбрикләп, уны электән, уҡытыусы сағынан, коллега булараҡ белеүен, ижади эшләгән, алдынғы ҡарашлы, абруйлы мөғәллимә икәнен билдәләп үтте. Әҙәби берекмә ағзаһы булараҡ та әүҙем ижад итеүен әйтте.

Еҙем-Ҡаран ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сәриә Мәһәҙиева ла элекке хеҙмәттәшенә йылы теләктәрен еткерҙе.

- Һәр нәмәне үҙенә хас тырышлыҡ менән башҡарыусы егәрле кеше ул, - тине ул. – Ире Миҙхәт Ишмөхәмәт улы менән ғаилә тормошон да, уҡытыусылыҡ эшен дә ҡулға-ҡул тотошоп, тиң алып барҙылар, дүрт балаларын да тәрбиәле, белемле, ысын граждандар итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп кинәнәләр.

Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова Ф.Хәлиловаға рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе.

- Бынан бер нисә йыл элек республика күләмендә һәр ауылдың үҙенсәлеген сағылдырырҙай брендтар конкурсы үтте. Беҙ ауылыбыҙҙың илһам шишмәһе – Ҡараншишмә Еҙем-Ҡарандың йөҙөк ҡашы булырға хаҡлы тип, уның хаҡында видеояҙма эшләнек. Уның нигеҙенә тап Флүрә Хәмит ҡыҙының шишмәбеҙ һәм уның легендалары хаҡында яҙған мәҡәләләре, хәтирәләре ятты. Видеояҙмала Флүрә ханымдың үҙенең һөйләгәндәре лә бар. Ошо эшебеҙ беҙгә ҙур еңеү килтерҙе. Уңышыбыҙҙың яртыһы – һеҙҙең өлөш, - тине Рәүилә Рөстәм ҡыҙы. – Ғөмүмән, Флүрә ханым ауылыбыҙҙа үткән һәр сарала уйландырып-көлдөрөп тә, тоҙлап-борослап та сәхнәнән сығыш яһай. Еҙем-Ҡарандың йондоҙо, һүҙ ҡәҙерле шәхесе тип таныйбыҙ һеҙҙе.

Сарала ҡатнашыусыларға был матур видеояҙманы тамаша ҡылыу мөмкинлеге лә бирелде.

Был көндө Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусылары Ф.Хәлилованың шиғырҙарын уҡыны, “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары Гүзәл Шафиҡова менән Динира Биктимерова авторҙың икенсе китабына ингән төп әҫәр - “Инә ҡаҙ” пьесаһынан өҙөк башҡарҙы. Ошо төбәктең иң моңло йырсыһы Динислам Шафиҡов башҡарған йырҙар күңел ҡылдарына сиртте. Күрше Баҡраҡ ауылы һәүәҫкәрҙәренең йыр-бейеүле сәләме, Юлиә Хәсәнованың Ф.Хәлилованың “Аҙымымды баҫҡан һайын” шиғырын уҡыуы ла һәр кемгә оҡшаны. Кисәне Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе директоры урынбаҫары Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина әҙерләп, юғары кимәлдә, ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы.

Ижад кешеһе үҙенең хеҙмәтен баһалауға мохтаж. Яҙғандарым ҡабул ителерме, аңларҙармы, тигән һорауҙы үҙ-үҙенә ҡат-ҡат бирә. Һәр кемгә лә донъя, ил күләмендә танылыу килмәҫ. Әммә күңелендә йөрөткән фекерҙәрен, уйланыуҙарын көтөп алған ауыл-даштары, райондаштары, Флүрә Хәлилова миҫалындағы һымаҡ республика халҡы бар икән, тимәк, мәҡәләләре, яҙмалары төн йоҡоларынан яҙҙырып бушҡа тыумаған. Ауыл-

даштарына, ғаиләһенә, дуҫ-иптәштәренә, килгән ҡунаҡтарға һәм матбуғат әһелдәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндә Флүрә Хәмит ҡыҙының йәнә икенсе һулышы асылғандай ине. Тимәк, артабанғы китаптар көтөргә лә урын бар.
Читайте нас: