Күптән түгел районыбыҙҙың үҙешмәкәр театр коллективтары ҙур һынау үтте: спектаклдәр әҙерләп, Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә өс йылға бер раҫланырға тейеш булған “халыҡ” исемен яҡлап сығыш яһаны. Эшләп килгән 5 халыҡ театрының 4-һе (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актерҙары сирләү сәбәпле, яңғыҙҡайындарҙың “имтиханы” һуңғараҡҡа күсерелде) республика Халыҡ ижады үҙәгенең театр буйынса төп белгесе Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина алдында һынау тотто.
Сәйетбаба мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “Аҡбейек” халыҡ театры Нәжип Асанбаевтың “Һыу юлы” исемле 3 шаршаулыҡ комедияһын әҙерләгән. Спектаклде сәхнәгә ҡуйған Асфат Юлбарисов ролдәрҙе һәр башҡарыусыға дөрөҫ һайлап бирергә тырышҡан. Артистарҙың һәр ҡайһыһы үҙ ролен аса белде, тип әйтергә кәрәк. Төп - йәш егет менән ҡыҙ Йософ һәм Зөләйха ролдәрен Асфат Юлбарисов, Гәүһәр Байбулдина тормошсан итеп башҡарҙы. Шулай уҡ Хөснә Заһиҙуллина (Нәғимә), Фәнүр Фәхриев (Биктимер), Земфира Мәжитова (Зәмзәбикә), Флүр Фәхриев (Үлмәҫғол), Рәүилә Йәнтүрина (Вәлимә), Лариса Фәттәхова (Ҡарлуғас), Нәғим Суфиянов (Сәләх), Илнар Ишемйәров (Нурис) үҙ ролдәрен еренә еткереп, илһамланып башҡарҙылар. Артистарға һәйбәт сығыш яһау өсөн, әлбиттә, сәхнә биҙәлеше лә оло ярҙамсы – улар үҙҙәрен тап ошо тормошта тип хис итеп уйнанылар. Бейеүҙәр, йырҙар оҫта башҡарыла. Сәхнә әҫәрен музыкаль яҡтан Илһам Байбулдин, декорациялар менән Илгиз Рахманғолов биҙәгән.
А.Ғөзәйеров исемендәге Бурлы ауылы мәҙәниәт йорто драма коллективы Флорид Бүләковтың “Бабай урлау” комедияһын сәхнәләштергән. Мәжит Фәйзуллин (Абдулла), Шамил Тәүхетдинов (Петя), Фәнисә Ғәлимова (Хәнә), Раушания Мифтахова (Әҡлимә), Эльвира Абдрахманова (Фатима), Светлана Ғүмәрова (Сәлимә) үҙ ролдәрен еренә еткереп башҡарҙы.