Мәҙәниәт хеҙмәт-кәрҙәре көнө уңайынан был өлкәләге уңыштар, йыл һуҙымында башҡарылған эштәр, алдағы бурыстар тураһында мәғлүмәт алыр өсөн район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна Соколоваға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:
-Бөгөн райондың мәҙәниәт тарма-ғында 140 кеше хеҙмәт итә. Улар барыһы ла тормошҡа икенсерәк ҡарашта булған, уны матурыраҡ, зауыҡлыраҡ итергә тырышҡан ижад кешеләре. Был турала йыл һуҙымында үткәрелгән бихисап мәҙәни саралар, һәүәҫкәр артистарҙың ра-йон, республика кимәлендә төрлө конкурс-бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулауы аныҡ һөйләй. Уҙған йылда республиканың Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурста Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто” грантына 100 мең һум һәм ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” грантына 50 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Быйыл фольклор байрамдарының, һабантуйҙарҙың уртаһында ҡайнаған, халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеүҙә оҙаҡ йылдар эшләгән Сәйетбаба ауылының балаҫ һуғыу оҫтаһы Рәбиға Йәрмиеваны республикала тәүге тапҡыр бирелгән “Халыҡ оҫтаһы” исеменә тәҡдим иттек.
Айырым коллективтарҙың уңыштары ла күп булды. Һәр мәҙәни сараның биҙәге – Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Асанай” (етәксеһе – Гәүһәр Байбулдина) халыҡ фольклор ансамблен айырым билдәләп үтер инем. Уларҙы район, республика, хатта сит өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр.
Ауыл мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереүҙә, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуҙа ҙур эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, 2017 йылда Баҡраҡ ауыл клубы бинаһына капиталь ремонт эшләнде һәм газ үтте. Архангелка, Ҡурғашлы, Үзбәк клубтарында музыкаль аппаратура, Ҡурғашлы ауыл клубында мейес яңыртылды. Бурлы мәҙәниәт йортона “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса капиталь ремонт үтеп, ишек, тәҙрәләр алмаштырылды, фойе заманса төҫ алды. Шундай уҡ ремонттан һуң Ибраһим, Аҡкүл клубтары яңы көс менән эшләп алып китте. Авария хәлендәге Антоновка ауылының мәҙәниәт усағы балалар баҡсаһы бинаһына күсерелде. Йөҙимән ауылында ла ошондай уҡ эш планлаштырылған. Ағымдағы йылда Ҡауарҙы клубының йылытыу системаһына капиталь ремонт, Үзбәк һәм Мораҡ ауыл клубтарында ремонт үткәреү ҡаралған. Быйыл башҡарыласаҡ тағы ла бер мөһим эшебеҙ – “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты буйынса бүленгән 3 миллион һум аҡсаны үҙләштереү. Республиканан был грантҡа 53 клуб ғариза биргән, шуларҙың 15-е, шул иҫәптән район мәҙәниәт һарайы, конкурстан үтеү бәхетенә иреште. Был аҡсалар 2 йүнәлештә – матди-техник базаны нығытыуға (яҡтыртыу ҡоролмалары, музыкаль аппаратура, яңы костюмдар) һәм ағымдағы ремонтҡа (бейеү залын һәм ингән урындағы фойены ремонтлауға) тотоноласаҡ.
Мәҙәни сараларға килгәндә, уларҙың күбеһе уҙып киткән Экология йылы һәм 2020 йылда буласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылау сиктәрендә үтте. Уларҙа бар клубтар ҙа әүҙем ҡатнашты. Бәләкәй ауылдар клубтары араһынан уңышлы сығыштары менән һөйөндөргән Ибраһим (художество етәксеһе Алина Әбделмәнова), Ташлы (Гүзәл Мәүлетҡолова), Баҡраҡ (Лилиә Күскилдина) ауыл клубтарын билдәләп үтер инем. Юлыҡ клубы (Нурсилә Ҡасҡынова) төрлө түңәрәктәр эше менән айырылып торҙо.
Эшебеҙҙең төп йүнәлеше – һәүәҫкәр артистарҙы ижади берекмәләргә йәлеп итеүгә, халыҡтың ялын ойоштороуға мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән фольклор, бейеү, вокал, драма түңәрәктәре күп көс һала. Район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров беҙҙең алға “Һәр бала түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә, ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булырға тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы. Шуға күрә мәҙәниәт йорттарында өлкәндәр өсөн ойошторолған ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар (мәҫәлән, сәскә үҫтереүселәр, бәйләү, фитнес, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр) менән бер рәттән, балалар өсөн түңәрәктәр (йыр, бейеү, ҡурай, ағасты һырлап биҙәү, талдан, ҡағыҙҙан үреү, робототехника һ.б.) эшләй.
айында “халыҡ”, мартта “өлгөлө” коллективтары үҙ исемдәрен яҡланы. Шулай уҡ “Төлкәҫ” балалар бейеү ансамбленә (етәксеһе Айгөл Буранова) һәм Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Сөмбөл” балалар театрына (Рәүилә Йәнтүрина) “өлгөлө” исемдәре бирелде.
Мәҙәниәт хеҙмәт-кәрҙәренең уртаса эш хаҡы Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 22,5 мең һумға еткерелде. Район, республика кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү сараларын да ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гәүһәр Байбулдина Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына тәҡдим ителде. Байрам уңайынан оҙаҡ йылдар район халыҡ театрҙарында уйнаған бер төркөм һәүәҫкәр артистарға “Республика халыҡ ижады үҙәге”нең, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә район Советының Маҡтау грамоталары тапшырыласаҡ.
Ҡәҙерле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, беҙҙән бөгөн яңы башланғыстар, инициатива, энергия һәм, заманса итеп әйткәндә, креатив талап ителә. Беҙ бай милли мәҙәниәтебеҙҙе артабан да үҫтерергә, юғалтмаҫҡа тейешбеҙ, һәм быны бөтәбеҙ бергә башҡара алабыҙ. Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйем.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА яҙып алды.