Был сарала егеттәр аҙ булды. Шулай ҙа Илсур Шәйәхмәтов менән Вилдан Сабитовтың Рәшит Назаров шиғырҙарын һөйләп ишеттереүҙәре күңелгә май булып яғылды. Эйе, сығыштарҙың барыһы ла бик матур, йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, конкурс шарты буйынса номинациялар һәм еңеүселәр билдәләнде. Баһалама ағзалары – “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова, гимназия директорының фән эштәре буйынса урынбаҫары Раушания Дәүләтбаева, БДУ-ның 4-се курс студенты Алмаз Мөхәмәтшин, өлкән тәрбиәсе Гөлнара Мөхәмәтшина һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Мәүлетҡоловаға еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Шулай итеп, “Тапҡыр һүҙ” номинацияһында Альбина һәм Лиана Мырҙабаевалар, “Телһөйәр” – Айһылыу Сабит ҡыҙы һәм Әмилә Ноғайғолова, “Туған телгә мәҙхиә” – Роза һәм Гөлйәр Кәримовалар, “Әсәйем-ҡәҙерлем” – Гөлшат һәм Алик Дәүләтовтар,”Илһөйәрлек” номинацияһында Әмир Кәлимуллин өләсәһе Вәрисә Шәйхетдин ҡыҙы менән, “Ғаиләм-ҡәлғәм” номинацияһында Йәмилә һәм Ләйлә Сәғитовалар еңеүсе тип табылды. Айгөл һәм Илдар Солтанморатовтар, Аделина һәм Ирина Вафиналар, Элина һәм Илгиз Урманшиндарға – 3-сө, Фәүзиә Ҡотлогилдина менән Айҙар Иҙрисовҡа, Алһыу һәм Руфина Мырҙаҡаеваларға 2-се, ә Зарина һәм Раушания Ғималетдиноваларға бер тауыштан беренсе урын бирелде. Шулай итеп, гимназияла тәү башлап уҙғарылған шиғри бәйге тамамланды. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, төйөрө тойолманы. Еңеүселәргә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ғаилә йылында ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, шул уҡ ваҡытта туған телебеҙгә ҡарата һөйөү уятыуға ҡоролған бындай саралар һәр саҡ шулай юғары кимәлдә уҙып торһон. Был сараны уҙғарыуға гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары күп көс һалған.