+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде

Халҡыбыҙҙың рухи байлығын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, үҫтереү, пропагандалауға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур көс һала. Уларҙың һөнәри байрамы уңайынан район мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади коллективтар ҡатнашлығында күркәм сара үтте.

Халҡыбыҙҙың рухи байлығын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, үҫтереү, пропагандалауға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур көс һала. Уларҙың һөнәри байрамы уңайынан район мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади коллективтар ҡатнашлығында күркәм сара үтте.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Соколова өлгәшелгән уңыштарҙы барлап, алда торған эштәр, бурыс-маҡсаттар хаҡында һөйләне, коллегаларын байрам менән тәбрикләне. Район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Шамил Хәбибуллин күп яҡлы мәҙәни эшмәкәрлек алып барған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн район китапханаһының баш китапханасыһы Фәүзиә Зәйнуллинаға, “Айгүзәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Айгөл Бурановаға, Бурлы ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Эльвира Абдрахмановаға район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Ҡотлау менән сығыш яһаған эске эштәр бүлеге вәкиле, подполковник Сергей Попов Е.В.Соколоваға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк бирҙе. Районда Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылына арналған саралар үтә. Тәжрибәле, эшкә етди ҡараған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр сараны юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур көс һалған бер төркөм алдынғылар район мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Байрамда мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы – уларға йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре еткерелеп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Күркәм сараны “Эксклюзив”, “Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамблдәренең сағыу сығыштары, Илнур Фәйзуллиндың “Ҡара тауыҡ” бейеүе, Табын ауылынан Мгер Аванесян, Красноусол шифаханаһы мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәре Венер Хәбибуллин, район мәҙәниәт йорто хормейстеры Рәзилә Хәбибуллина, Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йорто баш художество етәксеһе Юлай Аҙнағоловтың моңло йырҙары биҙәне. Байрам һуңында “Театр яҙы” фестиваленә йомғаҡ яһалды.


Читайте нас: