Быйылғы еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы шағирәнең йәнтөйәге Сәйетбабала үтеүе сараға үҙенсәлекле биҙәк, илаһи моң өҫтәне. Мәктәптең тамаша залына йыйылған уҡыусылар, уҡытыусылар, төрлө ауылдарҙан килгән бәйге еңеүселәре, Өфөнән килгән ҡунаҡтар – Гөлнур апай Яҡупова, “Аманат” журналының бүлек мөхәррире Зөбәржәт Яҡупова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Басирова, “Табын” гәзите хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Осрашыу Юлдаш Байбулдиндың ҡурай моңдары, Алһыу Садиҡова уҡыған Гөлнур Яҡупованың тыуған ауылы тураһындағы шиғыры менән башланып китте. Сәйетбаба мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Иҙрисова кисәне асҡас, шағирәне сәхнә түренә саҡырҙы. 6-сы класс ҡыҙҙары Алтынай Шәйхолова, Розалия Мәжитова, Гөлназ Юлбарисова “Бүләк” бейеүен башҡарып, Гөлнур апайға сигелгән ҡулъяулыҡ бүләк иттеләр. “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин һүҙ алып, “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһе шиғырҙарын, сәсмә әҫәрҙәрен редакцияға ебәргән бихисап йәш ижадсыға ҡанат ҡуйҙы. Улар киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, илебеҙҙең, телебеҙҙең бәҫен күтәреүселәр булып торалар. Уҡыусыларҙың ижад емештәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ,” – тине.
Артабан осрашыуҙың төп өлөшө – еңеүселәрҙе бүләкләү башланды. “Ғаиләм - ҡәлғәм” номинацияһында Ҡарағай мәктәбе уҡыусыһы Зарина Үтәгәнова, “Тыуған яғым – алтын бишек” – Элина Урманшина (КБГИ), “Ижади балҡыш” Миңнегөл Хисмәтуллина (Үзбәк мәктәбе), “Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл” – Ильяс Рәсүлев (Үзбәк мәктәбе), “Борон-борон заманда” – Әлиә Хисамова (КБГИ), “Сәсмәүер” – Наҙгөл Йәғәфәрова (Бурлы мәктәбе), “Батыр даны мәңгелек” – Сәйҙә Хужаева (КБГИ) бүләкләнде. “Өмөтлө ҡәләм” конкурсының еңеүсеһе тип Юлыҡ мәктәбенән Динара Насирова (етәксеһе Альмира Яҡшыбаева) табылды. 2-се урынға Сәйетбаба мәктәбенән Камила Ҡунафина (етәксеһе Инера Сираева) һәм 3-сө урынға Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Илмира Ҡотова (етәксеһе Илира Иҙрисова) лайыҡ булды. Уҡыусыларҙың һәр береһе үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Еңеүселәргә Дип-ломдар, бағыусылар әҙерләгән матур бүләктәр, ә тәүге өс урынды алыусыларға быларҙан тыш Гөлнур Яҡупованың аҡсалата премиялары, яңы ғына донъя күргән “Тәбиғәттә ҡунаҡта” һәм “Йыртҡыс ҡаны” китаптары тапшырылды.
Йола буйынса осрашыу һуңында Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы һүҙ алды. “Мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһағанда мин ныҡ тулҡынланам, сөнки һеҙ минең иң талапсан уҡыусыларым, һеҙҙән киләсәктә Ғафури еренең ҙур шәхестәре сығасаҡ. Ижад итеүселәргә мин һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙермен, хатта тәүге китабығыҙҙы сығарышырға ла. Интернетта “Өмөтлө ҡәләм” тигән төркөм бар, “Табын” гәзите менән бер рәттән шиғырҙарығыҙҙы шунда ла ебәрегеҙ. Теләгегеҙ булһа, үҙегеҙгә килеп оҫталыҡ дәрестәре үткәреп йөрөргә лә ризамын. Сәйетбаба мәктәбенән генә 12 яҙыусы сыҡҡан. Шуға күрә мин һаман да көтәм әлеге быуын уҡыусылары араһынан да шағирҙар, яҙыусылар сығыр, тип. Ни тиһәң дә, беренсе халыҡ шағирының тыуған ере бит беҙҙең йәнтөйәгебеҙ! Шиғыр яҙыу ауыр хеҙмәт. Күп уҡығыҙ, күҙәтеүсән булығыҙ, хәл-ваҡиғаларҙы үҙегеҙ аша үткәреп, аҡ ҡағыҙға төшөрөргә өйрәнегеҙ,” - тине. Шағирә бынан күп йылдар элек башланған эште дауам итеүсе “Табын” гәзитенә рәхмәт әйтте. “Мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк ра-йон гәзитендә әҫәрҙәрең баҫылып сығыу оло бәхет бит ул. Миңә, мәҫәлән, ундай бәхет эләкмәне. Мәктәп стена гәзитендә донъя күргән тәүге ижад емештәремде күреп, иғтибарлап, “һинең һәләтең, ҡәләмең бар, әйҙә, һылыу, яҙыш әле” тип, күңелемде үҫтереп ебәргән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Асия Зиннәт ҡыҙы Сәйфуллинаға рәхмәтлемен. Бөгөнгө көндә 19 китап авторымын, Жәлил Ке-йекбаев, Муса Йәлил исемендәге әҙәби премиялар лауреатымын, әле лә илһамланып ижад итәм,” – тине. Йырлы-бейеүле шиғыр кисәһе ойошторғандары өсөн Сәйетбаба урта мәктәбе коллективына ла рәхмәтле булыуын белдерҙе, мәктәп китапханаһына китаптар бүләк итте, тыуған яғына бөтмәҫ һөйөү менән һуғарылған “Йәнтөйәк” поэмаһының өҙөгөн уҡып ишеттерҙе.