Был исемлекте Әсҡәт Фәхретдинов, Мөхәррәм Ибраһимов, Лотфрахман Мәүлембирҙин, Зөһрә Шаһиева, Абдулла Байбулдин һ.б. тип байтаҡ оҙайтырға ла булыр ине, ысынлап та, республика “Оҙон көй” бәйгеһендә Гран-приҙарға лайыҡ булған ауылдаштарыбыҙ Рәмил Сәйфуллин, Булат Йосопов, лауреаттар Әнүәр Ғәзизов, Әлфиә Степанованың булыуы үҙе үк башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың кимәле тураһында һөйләй.
Фестиваль дауамында йыр-моң һөйөүселәр “Илсе Ғайса”, “Уйыл”, “Һандуғас”, “Азамат”, “Ғәҙебәк Насир”, “Үткән ғүмер”, “Мәндем”, ”Йәмәлекәй тауы”, “Уралым”, “Был донъяның ҡәҙерен беләйек” кеүек халыҡ йырҙарын тыңлап зауыҡланды. Уларҙы үҙҙәрен күптән йырсы итеп танытҡан ауылдаштарыбыҙ – Ниязи Вәлиев, Таһир Яхин, Заһира Вәлиева, Наил Хызыров, Әлфиә Степанова, Р.Сабитова, Нәркәс Байбулдина, Зәкир Ишмырҙин, Эльвира Фәхретдинова башҡарҙы. Махсус ҡунаҡ Рәмил Сәйфуллин данлыҡлы йырсы, бейеүсе, ҡыҫҡаһы, “филармон” Әсҡәт Фәхретдинов иҫтәлегенә уның репертуарынан “Алатау” йырын ишеттерҙе. Яҙыусы Гөлнур Яҡупова йырҙы иң ҡеүәтле жанр, сөнки уның өс ҡанаты бар (шағир, композитор, йырсы) тип атап, халыҡ йырҙарына һоҡланып яҙған шиғырҙарын уҡыны. Миңниә Вәлиева Ҡаранйылға ауылы йырсыһы, иртә мәрхүм булған Миңнур Исхаҡовты иҫкә алды. Йыр-моңдар ағинәйҙәр, үҫмер ҡыҙҙар бейеүҙәре, гармунсылар ансамбле сығыштары менән үрелеп барҙы. Фестивалдә ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, алып барыусы һәм музыкаль яҡтан биҙәүселәргә “Сәйетбаба” милли-мәҙәни үҙәге, эшҡыуарҙар Зәлиә һәм Фәйез Фәйзуллиндар, Ғәйшә һәм Хәннән Ишмырҙиндар, “Әбелғужиндар” тарафынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, изге теләктәр әйтелде. 20-нән 30-ға тиклем йәш арауығында бер ҡатнашыусының да булмауы, 30-ҙан 40-ҡа тиклем йәштә ике генә сығыш яһаусы булыуы халҡыбыҙҙың оҙон көй тигән хазинаһының ысынлап та, хәүеф аҫтында икәнен асыҡ күрһәтте, тимәк, бындай сараларҙы, бәлки оҫталыҡ дәресе рәүешендә, йышыраҡ ойоштороу һәм өҙлөкһөҙ пропагандалау кәрәктер.