+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәй һандығындағы серҙәрҙе асып...

Уҙған дүшәмбелә район мәҙәниәт һарайында Красноусол ағинәйҙәре ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм район китапханаһы менән берлектә “Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, фәһемле сара - конкурс үткәрҙе. Байрамда ейән-ейәнсәрҙәре менән биш өләсәй ҡатнашты.

Кисә яҡташыбыҙ СалауатЙосоповтың “Һандыҡ” шиғыры менән асылды.

“Асылмаған серле донъя булып

Өй түрендә һандыҡ торор ине.

Бала-саға тейеп ҡуймаһын, тип,

Өләсәйем аңдып торор ине...”

Шаршау асыла. Сәхнә түрендә матур итеп биҙәлгән башҡорт тирмәһе. Һике, унда ашъяулыҡ йәйелгән һәм ризыҡтар теҙелгән, ә эргәһендә һандыҡ. Стена аҫалы балаҫтар, сигелгән-нағышланған таҫтамалдар менән биҙәлгән. Һике янында сәңгелдәк һәм эскәмйәләр теҙелгән. Һандыҡ эргәһендә өләсәй (алып барыу-сы Гөлшат Вәлиева) ултыра. Унан ҡайһы бер әйберҙәрҙе алып, һылап-һыйпап кире һала, ҡайһыларын стенаға элә. Шул мәлдә йүгерешеп ейәнсәре менән балалар килеп керә. Өләсәй уларҙы янына саҡыра. Һәм берәм-берәм һандыҡтағы боронғо ҡомартҡылар менән таныштыра. Өләсәй ҡунаҡ көтөүен – әхирәттәре – ағинәйҙәр килеүен белдерә, ә балаларға өләсәйҙәре менән килеүҙәрен саҡырып ҡала. Күп тә үтмәй, ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләп өләсәйҙәр килеп тә етте. Уңарсы булмай ағинәйҙәр ҙә күренде. Бында өләсәйҙәр буш ҡул менән килмәгән, һәр ҡайһыһы һандыҡ төбөндә ятҡан ҡомартҡы, үҙ ғаиләһенә генә хас шөғөл алып килгән...

Ниһайәт, байрам - бәйгелә өләсәйҙәр үҙҙәре менән таныштырып үткәндән һуң, бишек йырын да йырланылар, әкиәттәр ҙә һөйләнеләр, концерт номерҙары менән дә сығыш яһанылар. Шулай уҡ сәхнә түрендә үҙҙәре әҙерләгән милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙән күргәҙмә лә ойошторғандар. Сара барышында өләсәй: “Ейәндәребеҙгә үҙебеҙ уйнап үҫкән уйындарҙы, йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, бергәләшеп байрам итеп алайыҡ”, - тигәс, ағинәйҙәр элекке уйындарҙы ла иҫтәренә төшөрөп, күмәкләшеп “Үгеҙ йөҙөк”, “Наза” уйындарын уйнанылар. Ә инде һәр сығышты жюри баһаланы.

Шулай итеп, үҙенсәлекле, матур байрамды алып барып, өләсәй һандығында нимәләр барлығын барлаған Красно-усолдан 2 ҡыҙ әсәһе, 4 ейән, 2 ейәнсәрҙең һәм бер ҡиәмәтлек ейәнсәрҙең (Зарина исемле ҡыҙ менән ҡатнашты) өләсәһе Гөлшат Вәлиева һәм Юлыҡтан ҡыҙы, ейәнсәре менән Нәфисә Ҡужина (2 ҡыҙы, 1 ейәнсәре бар) 3-сө урынға лайыҡ булды. Ҡауарҙы ауылынан 2 ҡыҙ, 1 улдың әсәһе һәм өләсәй Рәмилә Ғәлина (ҡәйенһеңлеһенең ҡыҙының ҡыҙы Сулпан менән ҡатнашты) менән Үзбәктән 4 ҡыҙ, 2 улдың әсәһе, 16 ейән-ейәнсәрҙең өләсәһе Миңзилә Ғәлинаның (ҡыҙы, 2 ейәнсәре, ейәне менән ҡатнашты) сығышы 2-се урын менән баһаланды. Ә 1-се урынды Толпар ауылынан 3 ул һәм 3 ҡыҙ әсәһе, 3 ейәнсәр, 1 ейәндең өләсәһе Миңнисара Фәтҡотдинова яуланы. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе, балалар бағыусылар әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланды.

Сара һуңында район ағинәй-

ҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова сараны ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырып үтте. Районыбыҙҙың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова ла үҙ бүләген әҙерләгән – уға еңеүсе Миңнисара Фәтҡотдинова лайыҡ булды. Сәхнә түренә 93 йәшлек ағинәй, 55 тапҡыр өләсәй (56-сыһы тыуасаҡ!) Сәғиҙә Суфиянова саҡырылып, уға “Иман нуры” кибете хужабикәһе Альмира Ғөбәйҙуллина бүләген тапшырҙы.

Быуындар күсәгилешлелеген сағылдырған, туған телде бар нескәлегендә, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырыуға ҡоролған нәфис тамаша өләсәйҙәр әҙерләп килтергән ризыҡтарҙы тәмләп, сәй эсеү менән тамамланды.
Читайте нас: