+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Яҙ һулышы” наҙ бөркә

Район мәҙәниәт һарайы алдында “Яҙ һулышы” сараһы “Мәҙәни минимум” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙғарылды.

Район мәҙәниәт һарайы алдында “Яҙ һулышы” сараһы “Мәҙәни минимум” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙғарылды.

Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте секторы мәҙәниәт бүлеге һәм башҡа ойошмалар менән берлектә уҙғарған сарала барлыҡ ҡатнашыусыларҙың йөҙҙәрендә лә, ысынлап та, яҙ һулышы сағыла ине. Был көндө бер нисә майҙансыҡта мастер-класс уҙғарылды, балалар менән төрлө уйындар ойошторолдо, мәҙәниәт һарайының фойеһында социаль бөҙрәхана эшләне, робот техникаһы түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр үҙ эштәрен күрһәтте. Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда “Еңеү волонтерҙары”, “Йәш гвардия” активистары ҡатнашыусыларға сараның программаларын таратып сыҡтылар. Сауҙа рәттәрендә балаларға төрлө тәмлекәстәр һатып алырға мөмкин ине. Шулай уҡ социаль йәрминкә лә эшләне. Һәр кем үҙенә кәрәкмәгән әйбер килтереп, йәрминкәнән үҙенә бушлай икенсе әйбер һайлап алыу мөмкинлеге бар ине. Ғаилә йылына арнап тәү башлап “Ғаилә бренды” күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Унда Красноусолдан 10 ғаилә – Шахматовтар (ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар), Салауатовтар (ҡул эштәре), Башировтар (балсыҡ һындарҙан уйынсыҡтар, төрлө әйберҙәр), Солтановтар (бал продукцияһы), Яҡуповтар (ит ризыҡтары), Рудкевич (бәйләм әйберҙәр, сәскәләр), Иҙиәтуллиндар (картиналар), Мишиндар (сигелгән әйберҙәр), Йәнмырҙиндар (тере сәскәләр күргәҙмәһе), Ғүмәровтар (бәйләм әйберҙәр, бешерелгән ризыҡтар) ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе бүләктәр әҙерләгән.

“Яҙ һулышы” байрамы күңелдәргә дәрт өҫтәне. Был байрамды ойоштороуға район ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ғаилә” күп функциялы үҙәге, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе, Красноусол ауыл биләмәһе, Балалар ижады үҙәге, “Изгелек шишмәһе” ойошмаһы, үҙәк район китапханаһы, “Истмен” фотосалоны, Красноусолдағы 2-се мәктәп ирекмәндәре һәм башҡалар күп көс һалған. Байрам сараһы мәҙәниәт һарайы һәм Балалар ижады үҙәге һәүәҫкәрҙәренең концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сара флешмоб менән тамамланды.
Читайте нас: