Республиканың бик күп район-ҡалаларында ҙур уңыш менән барған “Әүлиә” спектакленең премьераһы, ниһайәт, беҙҙең районға ла килеп етте. Яҡташыбыҙ яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” әҫәре бу-йынса ижад ителгән спектакл-де сәхнәгә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ҡуйған.
Ролдәрҙә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының бөтә ижади коллективы ҡатнаша. Төп ролдәрҙе: Мөжәүир хәҙрәтте Урал Зәйнуллин, Гөлйемеш – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова, НКВД тәфтишсеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин, райком секретары – Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, төрмә начальнигы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев һәм башҡа танылған артистар башҡара.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтен, алдан күреү һәләтен, кәрәмәттәрен үҙ күҙҙәре менән күреп белгән замандаштары уны үҙе иҫән сағында уҡ башҡорттоң бөйөк әүлиәһе тип нарыҡлай. Ул бағымсы булараҡ, үҙенә ярҙам һорап килеүсе меңәрләгән кешене һауыҡтырыуы, яҡты йөҙө, эскерһеҙлеге, милләт айырмауы, ихласлығы менән халыҡ хәтерендә тик яҡты хәтирәләр ҡалдыра.
19-сы быуаттың аҙағынан 20-се быуаттың урталарына
тиклем тормошто сағылдырған спектаклдә шул йылдарҙағы бар тарихи ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Улар тураһындағы видеоролик тамаша мәлендә экранда күрһәтелә. 2 бүлектән торған спектаклдең рус теленә туранан-тура тәржемәһе лә буласаҡ.
Барығыҙҙы ла бер аҙға ғына донъя мәшәҡәттәрен онотоп, дини һәм рухи аҙыҡ алырға спектаклгә саҡырабыҙ. Тамашаларға рәхим итегеҙ!