-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Йөрәк һүҙе” – Бурлыла

Шиғриәт байрамында ҡатнашыусылар.
Шиғриәт байрамында ҡатнашыусылар.
Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде.

Һәм йомарлап устарыма

Илттем уны дуҫтарыма.

Бына ошо үлемһеҙ шиғыр юлдары менән асылды Бурлы мәҙәниәт йортонда уҙған “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғриәт бәйгеһе.

Шиғриәт – күңелгә, хискә иң ныҡ тәьҫир итә торған хикмәтле һүҙ сәнғәте ул. Шиғырҙың тәьҫир көсө, тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла бит халҡыбыҙ элек-электән шиғырға мөрәжәғәт иткән, ҡайғыһын да, шатлығын да шиғыр юлдарына һалған.

Республика башланғысы менән күтәреп алынған “Йөрәк һүҙе” шиғыр бәйгеһен Бурлы ауыл советы һәм Бурлы урта мәктәбе лә хуплап ҡаршы алды. Биләмәгә ҡараған Бурлы, Яугилде, Байымбәт, Ҡормантау ауылдарынан килгән уҡыусылар үҙҙәре генә түгел, ә ғаиләләре менән сығыш яһанылар. Бәйгегә яҡташыбыҙ, билдәле журналист Венер Исхаҡов менән талантлы йәш яҙыусы, “Ҡалдырма, әсәй” китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтовтың килеүе байрамға йәм өҫтәне.

Бурлы урта мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Хәлилова, татар теле һәм башҡорт теле, башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре шиғыр бәйгеһен үткәреү өсөн күп көс һалған.

Шиғыр юлдары ниндәй генә теманы сағылдырманы. Республикабыҙҙа Ғаилә йылы булғанлыҡтан, ғаилә темаһына арналған сығыштар күп булды. Ғәлиндар, Зәйнуллиндар, Сәлимйәновтар, Мөхәмәтйәровтар, Мөхәрмәтовтар, Буранғоловтарҙың тулы ғаилә менән сығыш яһауҙары бик матур, үҙенсәлекле булды. Туған телгә, Тыуған илгә арналған шиғырҙарын ҙур оҫталыҡ менән уҡыған Ситдиҡовтар, Ишмөхәмәтовтар, Ғәлиевтарҙың сығышы айырыуса һәләтле булыуҙарын күрһәтте. Ҡорманғоловтар, Суфияновалар, Долиналар ғаиләләре иһә Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыш осоро балаларының яҙмышы хаҡындағы шиғыр юлдарын тәьҫирләнеп уҡыны. Ә инде Тоҡомбәтовтарҙың Кемеровола булған фажиғәне һүрәтләгән шиғырҙары күҙ йәштәре аша тыңланылды. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа бағышланған “Мин үлмәнем әле, башҡорттар”, Ә.Атнабаевтың “Ҡара икмәк” шиғырҙарын уҡыған Ғәйнуллин, Ишмөхәмәтова, И.Ғәзизов, Шәрипова, Иҙрисоваларҙың сығышы матур булды.

Ләкин бәйге булғас, бәйге инде. Өс быуын ғаилә вәкилдәре ҡатнашҡан, сәхнә костюмдарында сығыш яһаған, сәхнәне тейешенсә биҙәгән, тасуири уҡыу һәм юғары башҡарыу оҫталығына эйә булған Ғәлиндар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды.

1-се урынды “Туған тел” шиғыры өсөн Оксана, Рузалина, Рузанна, Тимур Ғәлиевтар ғаиләһе яуланы. 2-се урынға Кемерово фажиғәһенә бағышланған шиғыр уҡыған Айгөл, Руслана, Рушана Тоҡомбәтовалар, 3-сө урынға “Яндырылған хаттар” шиғыры өсөн Ләйсән һәм ҡыҙы Ангелина Долиналар лайыҡ булды.

Байрамда шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә, ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сығыштарҙы ҡунаҡтар Венер Исхаҡов, Айгиз Баймөхәмәтов, Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафури музейы директоры Рәсилә Нәжметдинова, уҡытыусы-ветеран Вәсимә Мөхәрмәтова, Бурлы мәҙәниәт йорто директоры Раушания Мифтаховаларҙан торған жюри баһаланы.

Сәхнә биҙәлеше, музыкаль яҡтан оҙатыу – барыһы ла юғары кимәлдә булды. Һәр ваҡыттағыса, Бурлы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре конкурсты үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Шиғыр бәйгеһе, хәҙер инде Гимнға әйләнгән Рәми Ғариповтың “Туған тел” йыры менән тамамланды.
Читайте нас: