+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Музейҙар төнө» – сағыу байрам

Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы йылдың бер төнөндә генә ишектәрен бикләмәй. Һүҙ – Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан ойошторолған «Музейҙар төнө-2018» мәҙәни акцияһы тураһында. Уның төп маҡсаты – музейҙың мөмкинлектәрен күрһәтеү, сағыу һәм үҙенсәлекле программалар менән килеүселәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, музейға йәлеп итеү.

Бер төн эсендә музей акцияһында Ҡаранйылға, Сәйетбаба ауылдары халҡы, Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл клубы коллективы, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Музейҙағы тамашаға кемдәр генә килмәне: оло йәштәге инәй-бабайҙар, ата-әсәләре менән донъяны саҡ таный башлаған кескәйҙәр, мәктәп уҡыусылары – бөтәһе лә күңелдәренә ял алырға, тарихи ҡомартҡыларға күҙ һалырға йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы, акцияла ҡатнашыусыларҙың 70 проценты 16 йәшкә тиклемге йәштәр: егет һәм ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм балалар булды.

Быйылғы проект-акция Ғаилә йылына арналған ине, «Музейҙар төнө»нә килеүселәргә тематик күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы экскурсиялар тәҡдим ителде. Музей етәксеһе Римма Ишмырҙина килгән ҡунаҡтарҙы Табын ырыуының сәсән телле шағиры Ж.Ғ.Кейекбаевтың ҡобайыры менән ҡаршы алып, яҙыусының тормош юлын һәм ижади эшмәкәрлеген, Кейекбаевтар ғаиләһенең рухи ҡиммәттәрен сағылдырған экспозиция менән таныштырҙы, һуңынан ҡунаҡтарҙы сәй табынына саҡырҙы.

Фойела урын алған тематик күргәҙмә менән дә танышты ҡунаҡтар: ул музейҙың барлыҡҡа килеү осорона арналған фотоларҙан ғибәрәт ине.

Балалар өсөн «Бер экспонат тарихы» күргәҙмәһе ойошторолдо. Малайҙарҙың хәтерендә яҙыусының атаһы – Ғиниәтулла Заһиҙулла улының батша армияһында тапшырылған «Аттестаты», Жәлил Кейекбаевтың 1935 йылға ҡараған немец теленән дәфтәре, яҙыу ҡорамалдары, галстугы, эшкә йөрөткән портфеле кеүек экспонаттар уйылып ҡалһа, ҡыҙҙарҙың күңеленә Ж.Ғ. Кейекбаевтың әсәһе – Ғәрифә Мырҙаҡай ҡыҙының камзулы, Жәлил бәләкәй саҡта ултырып йөрөгән ултырғыс кеүек ҡәҙерле ҡомартҡылар менән яҡындан танышыу, «Урман әкиәттәре» китабының яҙылыу тарихы хуш килде.

Башланғыс класс уҡыусылары «Жәлил Табын имзаһы», «ҡулъяҙма», «профессор», «диссертация», «полиглот», «мираҫ» һүҙҙәренең мәғәнәләренә төшөндөләр, шағирҙың «Дуҫ тигәнең шул булыр» ҡобайырын хор менән уҡып ишеттерҙеләр. Балаларҙы кесе йәштән тарихи ваҡиғалар, ҡомартҡылар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу уларҙы рухи яҡтан тәрбиәләй, мәҙәниәткә ылыҡтыра, тигән фекерҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инанды сараға килеүселәр.


Читайте нас: