+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Урал батыр” – рухи хазиналар төйәге Бөрйән ерендә

Быйыл йәш сәсәндәрҙең, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең ХХ республика конкурсы Башҡортостандың йөҙөк ҡашы һаналған, әкиәти илһамлығын һаҡлаған, башҡорт батырҙары һәм ил уҙамандары тыуған ерҙә, йәмле Бөрйән районының “Ағиҙел” һауыҡтырыу лагерында үтте.

Унда 3 көн буйына 30 район, 6 ҡаланан килгән уҡыусылар үҙ көсөн һынаны, матур тәбиғәт ҡосағында ял итте. Конкурстың төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү.

Уҡыусылар өсөн хужалар бик күп матур саралар ойошторҙо. Кисен сәхнәне ҡунаҡсыл, алсаҡ бөрйәндәр биләне. Иҫке Собханғол, Байназар мәктәбе уҡыусыларының бай йөкмәткеле сығыштары сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Билдәле фольклорсы, ғалимә, конкурстың жюри рәйесе Р.Ә.Солтангәрәйеваның конкурста ҡатнашыусылар менән бергә йорт-илебеҙгә именлек теләп, ҡот-ырыҫ саҡырып әйткән һүҙҙәре был хозур тәбиғәткә йәнә бер биҙәк өҫтәне.

Саф, тулы һыулы, балыҡҡа бай Ағиҙел йылғаһында рәхәтләнеп һыу индек, тарихи урындарға сәйәхәт тә ойошторҙолар. Һәр ташы, һәр һуҡмағы тарих һөйләгән, боронғо легенда-риүәйәттәргә бай Инсебикә ҡаяһына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Шүлгән, Йылҡысыҡҡан күлдәренә, Мәсем тауына, Бапсаҡ бей йөрөгән ерҙәргә барып ҡайтыу уҡыусылар күңелендә тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы, уның менән ғорурланыуҙы көсәйтте генә.

Оло, мәртәбәле сараның алыштырғыһыҙ жюри рәйесе булған Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың музейын асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ.

Ял итеп алғас, эпосты яттан һөйләү бәйгеһе башланды. Был этапта Йөҙимән мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Ленара Шәмсетдинова (етәксеһе Г.Ж.Ишбулдина) ҡатнашты. Ул эпостың 2200 юлын ятлап, ҡумыҙҙа уйнап, думбыра сиртеп һөйләп ишеттерҙе. Өсөнсө көндө командалар ике этапҡа бүленеп, башҡорт эпостарынан өҙөктәр сәхнәләштерҙе. “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт итеүселәрҙән тыш, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпостарын сәхнәләштереүселәр булды. Был этапта беҙҙең Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең ҡыйыу, батыр егеттәре ҡатнашты. Урал образын 6-сы класс уҡыусыһы Юлдаш Байбулдин, Шүлгәнде 10-сы класс уҡыусыһы Урал Мәүлембирҙин, Йәнбирҙе ҡарт, Зәрҡүмде 9-сы кластан Булат Абдуллин, Һомайҙы Ленара Шәмсетдинова бик оҫта башҡарҙы, сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.

Әлбиттә, шуны әйтергә кәрәк, бәйгелә төбәк ярышында ҡатнашып, еңеү яулаған уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең сығышыбыҙҙы төбәк бәйгеһенә тәҡдим итеп, 56 район һәм 6 ҡала араһынан еңеү яулауыбыҙға сикһеҙ шатландыҡ.

Конкурсты йомғаҡлау көнөндә БР мәғариф министры Г.Р.Шафиҡованың ҡатнашыуы был сараның киләсәктә лә дауам ителәсәгенә өмөт уятты. Г.Р.Шафиҡованың ҡулынан Дип-лом һәм иҫтәлекле бүләктәр алыу бәхетенә ирештек. Ә кисен төнгө усаҡ янында уҡыусылар башҡорт йырҙарын йырлап, уйнап-бейеп, бер-береһе менән аралашып, күңел асты.

Шундай матур конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге биргәне, финанс ярҙамы өсөн мәғариф бүлеге етәксеһе З.Р.Әхтәмоваға, туған телдәр буйынса методист А.Б.Басироваға, сценарийыбыҙҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе И.Х.Байбулдинға, сәхнә телен өйрәтеүсе Г.Х.Байбулдинаға, боронғо ҡомартҡылар, төрлө йәнлек тиреләре менән ярҙам итеүсе, беҙҙең өсөн янып көйөүсе “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Р.И.Мәүлетҡоловҡа, методист Р.Х.Лоҡмановаға, беҙҙе ҡая-ташлы, оҙон юлда бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ йөрөтөп алып ҡайтҡан Йөҙимән мәктәбе автобусы водителе Ф.Б.Рәхмәтуллинға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Ҡасандыр рухи хазиналар төйәге – Бөрйән ерендә башланғыс алған был конкурс быйыл да шулай шаулап-гөрләп үтеп китте. Был сара беҙгә бик күп нәмә бирҙе, киләһе йылдарҙа ла ҡатнашырға үҙебеҙгә рух, көс, дәрт, сәм алып ҡайттыҡ.

Халҡыбыҙҙың мәңгелек оло хазинаһы булып танылған “Урал батыр” эпосын данлаусыларҙың күңелендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғорурлыҡ ята. Ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәттәребеҙ – “Урал батыр” эпосын һаҡлаусы, һанлаусы уҡыусыларға “Афарин!” тип кенә әйтке килә. Нисек кенә булмаһын, йәш быуын ауыҙ-тел ижадын, халҡыбыҙҙың мираҫын, мәҙәниәтебеҙҙе белеп, иманлы, әхлаҡлы, тәрбиәле булып үҫергә тейеш.


Читайте нас: