+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
24 Август 2018, 13:29

Бөркөтлө-Толпарҙан сәләм!


Июль башынан август аҙағына тиклем Толпар ауылы әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса ваҡытлыса Бөркөтлөгә әйләнеп тора. Башта киноға төшөрөү өсөн иҫкерәк өйҙәр, урындар һайлап алынды, декорациялар эшләнде. Ауыл халҡы киносыларға төрлө яҡлап та булышырға тырыша, ихлас ярҙам итә.

Ошо көндәрҙә үгеҙ менән бәйле күренеште төшөрөү булды. Бының өсөн Өфө районының Дмитриевка ауылынан “Виджет” ҡушаматлы тоҡомло үгеҙ килтерҙеләр. Ауырлығы 1 тонна 200 килограмм. Дмитриевка ауылында тоҡомсолоҡ эштәре менән шөғөлләнеүсе асыҡ акционерҙар хужалығы бар икән. Улар “Виджет”ты Киров ҡалаһынан барып алғандар. Данлыҡлы үгеҙ киноға буш төшмәй. Килешеүгә ярашлы, “Виджет” өс көн киноға төшөп, үҙенең хужалығына 97 мең һум аҡса эшләп ҡайтып китте.


Читайте нас: