+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Сентябрь 2018, 13:39

Күңел ҡартаймай тиҙәр...

Бар яҡтан да камил кеше булмай, Беҙҙе шулай ҡабул итегеҙ. Юҡ-бар һүҙҙәргә лә бик тиҙ генә Күңелдәр ҙә тора кителеп. Тик йәшәйһе килә бына шулай: Йырлап, бейеп, матур иттереп.

Йән йылыһы эҙләп йыйылғанбыҙ,

Буш булмаҫҡа күңел донъяһы.

Ғүмер буйы эштә янып йөрөгән,

Дәрт-дарманды ҡайҙа ҡуяһың.

Туҡтап булмай икән тиҙ генә,

Күңелдәр бит һаман моң һорай.

Йырлайһылар килә, уйнайһы,

Йөрәк үҙен әле ҡарт тимәй.

Барыр урын булмағандан түгел,

Фекерҙәштәр эҙләп килгәнбеҙ.

Бар яҡтан да камил кеше булмай,

Беҙҙе шулай ҡабул итегеҙ.

Юҡ-бар һүҙҙәргә лә бик тиҙ генә

Күңелдәр ҙә тора кителеп.

Тик йәшәйһе килә бына шулай:

Йырлап, бейеп, матур иттереп.

Беҙҙең Бурлы ауылында күп йылдар инде “Әхирәттәр” клубы эшләп килә. Клуб ойошҡан мәлдәрҙә ауылыбыҙҙың бәйләмгә, тегеү-сигеүгә оҫта апайҙары бергә йыйылышып, матур кофталар, береткалар, тәпешкәләр бәйләй башланы. Ҡул эштәре менән ултырғанда моңло йырҙар ҙа өйрәнделәр. Һуңғы йылдарҙа “Әхирәттәр” эшмәкәрлектәрен тағы ла киңәйтеп, китапханаға йыйылып, яҡташ яҙыусылар ижады менән танышалар. Сәйетбаба ауылына билдәле яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупова менән осрашыуға ла барҙылар. Китапханасы Рәсимә Мөхәмәтдинова үткәргән район семинарында китап уҡыусылар конференцияһында ҡатнаштылар. Хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәткәре Фәнисә Ғөзәйерова әхирәттәрен халыҡ дауаһы үҙенсәлектәре менән даими таныштырып бара. Күрше Ҡормантау ауылынан уларҙың эшмәкәрлеге менән танышырға килеүселәр бик күңелле һәм файҙалы осрашыуҙа булды. Ерек ауылында обелиск асыуҙы ла “Әхирәттәр” үҙ сығыштары менән биҙәне. Районда үткән “Яратам һине, тормош!” конкурсында ла йыл һайын призлы урындар яулайҙар. Быйыл Бурлылағы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын әҙерләүгә күп көс һалдылар. Байрамды әҙерләп үткәреүҙә бигерәк тә Фәриҙә Хисмәтуллинаның роле ҙур булды.

Концерттарҙа сығыш яһау, дини байрамдарҙа ҡатнашыу, айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, ауыр тормошло ғаиләләргә ярҙам итеү – был сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмай “Әхирәттәр”. Ауыл халҡы, ауыл советы, Бурлы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре бик ҡәнәғәт уларҙың эштәренән. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, күңелдәрегеҙ һүрелмәһен, тағы ла оҙаҡ йылдар кешеләргә шатлыҡ өләшеп йәшәгеҙ, “Әхирәттәр”!


Читайте нас: