Ғүмеремдең һуңғы миҙгеле -
Ҡарт тәнемдә йән бар әле,
Мәҡәлдәгесә: үлем сысҡанға,
Һиҙҙермәйсә ҡартлыҡ килде,
Ҡартайҙым тип, көс бөттө тип,
Ҡартайҙыҡ, тип зарланһаҡ та,
Һәр миҙгелдең – үҙ законы,
Ҡартлыҡтың законы бик ҡаты,
- Мираҫыңа ни ҡала? – тип,
- Нимә ҡалыр икән? – тим дә,
Мираҫҡа ана шул “байлыҡ” –
Ауыл урамынан бер ҡарт килә,
Сәләм бирәм уға баш эйеп.
Ә был мәлдә һары япраҡтар
Япраҡтарға ҡарап торҙо бабай,
Ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡулдарын.
Шул япраҡтар, әйтерһең дә, уның
Үткән көндәр, уҙған йылдары.
Ул йылдар бит бушҡа уҙмағандыр,
Үкенес юҡ үткән көндәрҙә.
Ауыр мәлдәр онотолған инде,
Шатлыҡ ҡына ҡалған хәтерҙә.
Иртә яҙҙан тракторы менән
Ул баҫыуға сығып ер һөрҙө.
Туҡ башаҡтар елгә тирбәлгәндә
Тиҫтерҙәре – кемдер көтөү көттө,
Һыйыр һауҙы йәки фермала.
Иҫтәлектәр иҫ китмәле оҙон,
Ғүмер үҙе ҡыҫҡа булһа ла.
Тик берәү ҙә данға ҡыҙыҡманы,
Таҡманылар орден-миҙалды.
Тыуған ерҙең изге тупрағында
Намыҫ менән уҙған эҙ ҡалды.
Урам буйлап атлай уҙаман,
Көҙгө елдәр килеп ҡағыла.
Һары япраҡ уға үткәндәрен
Хәтерләтте бөгөн тағы ла.
Ҡарттар көнө менән ҡотлайым
Ҡалған ғүмеребеҙ үтһә ине