+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Октябрь 2018, 14:33

Алтын сыҡҡан ерендә ҡәҙерле

Популяр йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Татарстанда һәм күрше өлкәләрҙә генә түгел, тыуған республикаһында ла күпләп сығыш яһай. Йәй башында Өфөлә өс көн рәттән барған концертына эләгә алмағас, яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән тамашаны ҡарау бәхете тейҙе.

Залда алма төшөрлөк тә урын булмауы, тамашасылар араһында йәштәр генә түгел, бәләкәс балалар, өлкән йәштәге ағай-апайҙарҙың да булыуынан Радик Юлъяҡшиндың ижадына йәш сикләүҙәре юҡ икәнлеген аңларға мөмкин. Сөнки йәштәр өсөн эстрада йырҙарын башҡарыусы булараҡ сәхнәгә сыҡҡан йырсы 20-30 йыл элек ижад ителгән ретро йырҙарҙы ла замансалаштырып, бөгөнгө йәштәрҙә үткәндәргә ҡарата ихтирам уята алған. “Уфтанма”, “Ғүмерҙәр үтә” кеүек йырҙарҙы башҡарғанда залдағыларҙың бер һүҙен дә төшөрөп ҡалдырмай бергә йырлауы шуға ишара. Бынан тыш башҡорт теленә хәүеф янағанда киләсәк быуында үҙенең йырҙары аша телгә һөйөү уята белеүе һоҡланғыс күренеш. Ә инде сәхнәгә тамашасылар араһынан дүрт йәшлек София сығып, Радик менән бергә “Девочка моя” йырын тере тауышҡа икәүләшеп башҡарғас, ысынлап та, бөгөнгө көндә киң аудиторияның күңелен яулаусы профессиональ йырсыларҙың береһе тип танырға була.

Бындай уңыштың сере нимәлә һуң? Быға тиклем, йырсының тәүге һөнәре психолог, шуға кеше күңеленә юлды тиҙ таба белә, тигәндәрен ишеткәнем булды. Миңә ҡалһа, иң тәү сиратта Юлъяҡшинда “йондоҙ ауырыуы” юҡ, һауалана белмәй, икенсенән Ғафури халҡына хас ихласлыҡ та бар унда. Ә тамашасы ҡыланыу менән ихласлыҡты тиҙ айыра, юҡҡа ғына ихласлыҡ – ярты дин, тимәйҙәр бит. Шуға ла, һәр яңы сыҡҡан йыры хитҡа әйләнеп, халыҡ араһында тиҙ арала тарала.

Бер нисә телдә йырлап туғандаш халыҡтар араһында дуҫлыҡ күперен нығытҡан, бөгөнгө көндә башҡорт эстрадаһын үҫтереүгә күп көс һалған, үҙенең һәләте менән генә түгел, уңғанлығы, булдыҡлылығы менән дә һоҡланыу уятҡан йырсы артабан да тамашасыһын әленән-әле яңы йырҙары менән һөйөндөрһөн, ә уның тырышлығын беҙҙең йәмғиәттә лә күрә белеп, төрлө йәштәр премияларына, юғары наградаларға тәҡдим ителһен ине. Алтын сыҡҡан ерендә ҡәҙерле, тиҙәр. Бүтәндәр беҙҙең Радикты үҙенеке яһағансы, иң тәүҙә юғары баһаларҙы уға тыуған ерендә алырға насип булһын. Ул быға күптән лайыҡ.
Читайте нас: