+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Октябрь 2018, 12:40

Ғафури театры саҡыра

Районда Ғафури халыҡ театры ҡуйған спектаклдәрҙе тамашасылар һәр ауылда яратып, бик йылы ҡабул итә.

Быйыл Учалы ҡалаһында уҙған төбәк-ара милли театрҙарҙың “Алтын тирмә” фестивалендә иң яҡшы 20 театр араһында икенсе урын, лауреат исемен алып ҡайтыу театрҙы тағы ла бер баҫҡысҡа юғары күтәрҙе. Әлбиттә, Татарстан, Марий Эл, Силәбе, Ҡурған һәм үҙебеҙҙең республиканың иң көслө халыҡ театрҙары араһында көс һынашыу театрҙың үҫешен күрһәтә.

Яҡташыбыҙ С.Әбүзәровтың “Йәшлеккә ҡайтыу” пьесаһы буйынса “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала” комедия-гротескта ҡатнашҡан һәүәҫкәр артистарыбыҙ һәр береһе ролдәрен еренә еткереп, тырышып уйнаны.

12 сентябрь республикала үткән “Театр төнө” акцияһында ҡатнашып, Яңғыҙҡайында ошо тамашаны сәхнәгә сығарҙыҡ, ә Красноусолда театр миҙгелен 16 октябрҙә 19.00 сәғәттә ошо спектакль менән асырға әҙерләнәбеҙ. 18 октябрҙә Стәрлетамаҡ тамашасыларына ла барырға әҙерлек бара.

Күңелдәребеҙҙе байытып, рухыбыҙҙы нығытып, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып көс-дәрт алып йәшәйек, хөрмәтле театр һөйөүселәр. 16 октябрь киске сәғәт 7-лә район мәҙәниәт һарайында буласаҡ спектаклгә рәхим итегеҙ.
Читайте нас: