+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Октябрь 2018, 11:53

“Торналар төйәге – Ғафури”


Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитов, мәҙәниәт минис-тры Әминә Ивней ҡыҙы Шафиҡова, райондың арҙаҡлы шәхестәре Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, фән докторы, профессор, академик Ғиниәт Ҡунафин, журналист, ғалим, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Сәлимов, тележурналист Шәүрә Ғилманова, журналист Фәрит Вахитов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Лира Фәйзуллина, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Рауил Мәхмүтов, яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупова, яҙыусы Лира Яҡшыбаева, шағир, драматург, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, журналист, яҙыусы Марат Әминев, журналист, сатирик яҙыусы Венер Исхаҡов һәм башҡа бик күп билдәле яҡташтарыбыҙ килгәйне.

Филармонияның Ҙур залының фойеһында ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, өҫтәлмә белем биреү, спорт һәм башҡа өлкәләрҙәге уңыш-ҡаҙаныштарҙы яҡтыртҡан күргәҙмәләр ҡуйылғайны. Район оҫталары ла ситтә ҡалмаған – ағас эштәре оҫталары О.Зимин, А.Заплатин, В.Ғүмәров, думбыра эшләү оҫтаһы И.Байбулдин, ҡашмау, түшелдеректәр эшләүсе Л.Күскилдина, биҙәүестәр оҫтаһы Р.Сабитова һәм башҡалар үҙ эштәрен килтергәндәр. М.Ғафури музейының экспонаттары, район тарихы, күренекле шәхестәргә арналған стендтар, яҡташ яҙыусылар ижады, архив документтары – ғөмүмән, бик күп мәғлүмәт тупланғайны күргәҙмәләрҙә.

Йола буйынса, оло ҡунаҡтарҙы, Өфөлә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алып, йырлап-бейеп күңелдәрен күтәреүсе “Асанай” халыҡ фольклор коллективы (етәксеһе – Г.Байбулдина), район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән тынлы оркестр (етәксеһе – С.Князев) сараға байрамса төҫ өҫтәне.

Кисәлә билдәле йырсылар - Юлыҡ ауылы егете Фәрүәз Урманшиндың, тамырҙары Сәйетбаба ауылына барып тоташҡан Азалия Вәлиеваның, моңло тауышы менән әсир иткән Булат Йосоповтың йырҙары үҙенсәлекле матур бүләк булды.

“Башҡортостандың тарих биттәре” фестиваль марафонын Ғафури ра-йонынан сығыусыларҙан тыш, башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡараны. Сара һуңында ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров яҡташтарын презентация менән ҡотланы, районға ярҙам күрһәткән республика хөкүмәтенә, мәҙәниәт министрлығына, фестивалде ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға райондың бай тарихы һәм мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм марафондың эстафетаһын Белорет районына тапшырҙы. Ике район вәкилдәре иҫтәлекле бүләктәр менән алмашты.
Читайте нас: