+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Октябрь 2018, 14:40

Архив документтарында – Ғафури районы тарихы


Ошолай аталды Ғафури районының барлыҡҡа килеү тарихына һәм үҫешенә арналған күсмә күргәҙмә. Ул 9 октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың тарихи биттәре” фестиваль-марафоны сиктәрендә ойошторолғайны.

Күргәҙмәне ҡараусылар араһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Р.Р.Ишмөхәмәтов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, Ғафури районы-нан сыҡҡан билдәле ғалимдар, яҙыусылар, журналистар, хеҙмәт ветерандары бар ине. Уларҙа төбәктең - Табын башҡорттары йәнтөйәгенең революцияға тиклемге хәле сағылдырылған, шулай уҡ Красноусол, һуңынан Ғафури районының барлыҡҡа килеүе хаҡындағы материалдарҙан торған архив документтары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда беренсе ВКП(б)-ның Красноусол район конференцияһы протоколы, райондың сәйәси-иҡтисади ҡылыҡһырламаһы, ВКП(б)-ның Красноусол райкомы бюроһының 1938 йылда наҙанлыҡты бөтөрөү барышы тураһындағы ҡарары, 1941 йылда РККА өсөн йылы кейем йыйыу буйынса мәғлүмәттәр, СССР Халыҡ комиссарҙары Советы һәм БАССР Халыҡ комиссарҙары Советының халыҡты дөйөм мотлаҡ ПФХО-ға әҙерләү тураһындағы ҡарарҙарын үтәү барышы буйынса мәғлүмәт, Башҡортостан Өлкә комитетына Стәрлетамаҡ ҡалаһының сәнәғәт предприятиеларына һәм район колхоздарына шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү буйынса бирелгән белешмә һәм башҡалар урын алған.

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы баш белгестәре Ә.Ә.Әбүзәров һәм Т.Ф.Иҫәнғолов сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын Ғафури еренең бай тарихи биттәренә йәлеп итте.

БР-ҙың Милли архивы директоры урынбаҫары Н.Б.Сәлимов Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатовҡа архив документтары күсермәләрен район музейына бүләккә тапшырҙы.
Читайте нас: