-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Октябрь 2018, 17:27

Ашыҡмасы, килмәй торсо, ҡышым...

Салауат Мөхәмәт улы Йосопов Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, район мәктәптәрендә уҡытыусы, директор вазифаларын башҡара, әлеге ваҡытта Красноусол минераль һыу ҡойоу цехында управляющий булып эшләй. Ҡатыны Миләүшә ханым менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, шиғырҙар ижад итә, матур итеп йырлай.

Салауаттың әҫәрҙәре лирик нескәлек, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған. Тормоштоң асылын ул иң элек кеше күңеле, кеше яҙмыштары аша аса, ябай ғына күренештәрҙән дә илаһилыҡ, йәшәү мәғәнәһе таба, дөйөмләштереүҙәр яһай.

“Һуған йолҡа ҡатыным” шиғырында һуған түтәле менән фани донъяларҙа йәшәлгән ғүмер йылдарын йәнәшә һүрәтләй. Көҙ еткәс, түтәлдәрҙән һуған йыйып алабыҙ, араларында төрлөһө бар, серектәре лә осрай. Ғаиләлә бала донъяға килә, үҫә, берәүҙәре шәхес булып формалаша, халҡына, иленә хеҙмәт итә, икенселәре, быҫҡыған шәмдәй, былт-былт итә лә һүнә:

Ҡайһылай уңған һуғаның,
Тулып ята түтәлдә.
Һуған түгел, гүйә, ята
Түтәлеңдә үткәндәр.

Ошондай поэтик табыштарҙы Салауаттың һәр шиғырында осратырға мөмкин:

Бар донъяны солғап ҡараңғыға
Тағы бер көн тыуа яңынан.
Үҙе менән аҡлыҡ, сафлыҡ алып
Килер ҡыштарымды һағынам.

Матур тормош юлы үткән, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ихтирамын яулаған сал сәсле ҡәләмдәшебеҙҙең киләсәге яҡты, бәхетле, ижады тос булыуына ышанам.
Читайте нас: