+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Октябрь 2018, 17:32
Салауат ЙОСОПОВ шиғырҙары
Күңелемде кинәт моң ялманы… Күңелемде кинәт моң ялманы, Йөрәгемә ҡунды былбыл ҡошом. Көҙҙәремдән яҙ наҙына сумдым, Көтөп торсо, килмә әле, ҡышым. Ирендәрҙең татлы тәмдәренән Малай кеүек, ҡапыл баҙап ҡалдым. Күрмәй торһам тик бер минут ҡына, Аҡылымды юйып, ғазапландым. Дәрт ташҡыны тулы күкрәгемдән Урғып-урғып наҙлы йырҙар тыуҙы. Ә уларҙың һәр бер хәреф-өнө, Ябай түгел ине, нурҙан торҙо. Һөйөү ләззәтенән уй-хистәрем Утлы лава һымаҡ ҡайнай, таша. Ҡайтты төҫлө йәшлегемдең таңы, Ҡайтауаздар булып йылдар аша. Күңелемде сихри моңға сорнап Йөрәгемә ҡунды былбыл ҡошо. Һуңғы һөйөү гөлөн өшөтмәсе, Ашыҡмасы, килмәй торсо, ҡышым. Мөхәббәт Илертте, тилертте, Күктәргә күтәрҙе, Ахмаҡлыҡ, яҙыҡтар Эшләргә этәрҙе. Донъяны буяны Ал, зәңгәр төҫтәргә. Ҡотортто хистәргә Ялҡындар өҫтәргә. Бутаны төштәрҙең, Өндәрҙең араһын. Яп-яҡты көн итте Төндәрҙең ҡараһын. Ҙур итте, ир итте Бер маңҡа малайҙы. Урғылған хистәрҙән Йыһан да тарайҙы. Ҡол итте башбирмәҫ, Буйһонмаҫ йөрәкте. Тормошҡа башҡаса Ҡарарға өйрәтте – МӨХӘББӘТ. Эшем бөтмәй әгәр китеп барһам... Эшем бөтмәй китеп барһам әгәр, Үпкәләмә инде, әсәһе. Ҡалыр ерҙә йыйыр уңыштарым, Ҡалыр изгелектәр сәсәһем. Әйтә алмаған күп һүҙҙәрем ҡалыр, Биреп бөтә алмаған наҙҙарым, Һиңә булған һөйөү хистәремдең Күрһәтә алдым бик-бик аҙҙарын. Күп эшемде башлап ташлағанмын, Остарына сыға алмайса. Сәстәргә сал күптән йүгерһә лә, Ҡылыҡтарым һаман малайса. Ейәндәрҙе һөйөп туя алманым, Балдан татлы балам балаһы. Шулар менән бергә ғүмерлеккә, Эх, ҡалаһы ине, ҡалаһы. Әммә Хоҙай һәр бер бәндәһенә Яҙып ҡуя икән яҙмышын. Ә кешеһе үҙе һайлап ала Был донъяның ҡарғыш, алғышын. Алғышы ла, ҡарғышы ла барҙыр, Ураһың бит – нимә сәсәһең. Эшем бөтмәй китеп барһам әгәр, Үпкәләмә инде, әсәһе. Килер ҡыштарымды һағынам Йә ямғыры, йә ҡарҙары менән Ялҡытып та бөттө был көҙө. Мыжыҡ бисә кеүек гел турһайып, Йәмерәйеп тора күк йөҙө. Аяҡ баҫыр әмәл юҡ һис ергә, Ҡайҙа баҡма, батҡаҡ тубыҡтан. Тәндәр генә түгел, йәндәр өшөй Ҡояш юҡҡа, йылы юҡлыҡтан. Өшәнес көн, айһыҙ төндәренә Илаҡ көҙҙөң, йөрәк, түҙ генә. Эс бошорғос кәйеф тыуҙыра ала Ни эшләптер ошо көҙ генә. Бар донъяны солғап ҡараңғыға, Тағы бер көн тыуа яңынан. Үҙе менән аҡлыҡ, сафлыҡ алып Килер ҡыштарымды һағынам. Баш бала Ағайым юҡ яҡлашырға, Йыуатырға апайым. Үҙең ағай, баш бала, тип, Тылҡып торҙо атайым. Баш бала булып тыуғанмын, Рәхмәт, тимен, Хоҙайға. Тик көнләшеп йәшәнем гел Апай-ағайлыларға. Оло малайҙар туҡмағас Урамда юҡҡа ғына, Иҫемдә, үкһеп иланым Ағайым юҡлығына. Маҡтанған саҡта кемдәрҙер "Еҙнә бәкеһе" менән, Булмағандыр берәй бәндә Бәхетһеҙерәк минән. Әммә яҙмыш бик бай итте Һеңлекәш-ҡустыларға. Терәк булырға тырыштым Үҙем гелән уларға. Ҡустыларҙың яҡлаусыһы, Һеңлеләр йыуанысы. Иң беренсе төштө миңә Туҡмаҡтың йыуан башы. Яҙмышыма зарланманым, Шөкөр, тим, биргәненә. Туғанлыҡты һыуытмайса Йәшәйек бергә генә. Хоҙайҙан шуны һорайым Ысын күңелдәремдән: Бер үк һуңға ҡалдырма, тим, Ҡусты-һеңлеләремдән. Йылды оҙатҡанда Тағы бер йыл ваҡыт даръяһының Сөңгөлөнә сумып юҡ булды. Килер көнгә өмөт менән баҡһам, Үткәндәрҙе уйлап юҡһындым. Май шәм кеүек янып һүнгән көндәр, Ағын һыуҙай аҡҡан айҙары. Сәғәт-минуттары, япраҡ һымаҡ, Ҡойолошоп бөткән ҡайҙалыр. Борсолоп та ҡуям, йәшәлгәндәр Үтмәнеме икән сарыфҡа. Ҡылған ҡылыҡтарым, фиғелдәрем Һыйҙылармы, тиеп, ҡалыпҡа. Бирер бурыстарым ҡалманы, Рәнйемәне, тим, таныштар. Битарафлыҡ менән күңелдәрен Ҡырып ҡуйманыммы яңылыштан. Яҡындарға өләштемме икән, Йөрәк йылылығын бөткәнсә. Тура юлдан ғына йөрөнөммө, Була алдыммы улар көткәнсә. Тағы бер йыл ваҡыт даръяһының Сөңгөлөнә сумған мәлендә Үткәндәрҙе теҙеп, барлап сығам Килгән тиклем аҡыл, хәлемдән. Бизмәндәргә һалған саҡта Хоҙай Эштәремдең яҡшы, яманын, Ауыр тартһын ине изгеләре,Риза булһын ине заманым.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы