+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
13 Ноября 2018, 09:45

Бер юлы ике Гран-при!

Районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда ике ҙур еңеү: республиканың ике осонда барған бәйгеләрҙән таланттарыбыҙ бер юлы ике Гран-при алып ҡайтты.

Ғафури халыҡ театры артистары фестивалде ойоштороусылар менән.Ғафури халыҡ театры артистары фестивалде ойоштороусылар менән.
Ғафури халыҡ театры артистары фестивалде ойоштороусылар менән.
Туймазы ҡалаһында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсында билдәле ҡурайсыбыҙ һәм йырсыбыҙ Рәмил Ҡотдосов еңеүсе булды. Конкурста республика райондары һәм ҡалалары, шулай уҡ Силәбе, Татарстан һәм Ҡаҙағстандан 70-кә яҡын башҡарыусы сығыш яһаны.

Әбйәлил районында РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Әбүшахманов призына Республика һәүәҫкәр театрҙар фестиваленән Ғафури халыҡ театры ла төп бүләк – Гран-при менән әйләнеп ҡайтты. Улар бәйгегә яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса ҡуйылған “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала” комедия-фарсын тәҡдим иткәйне.

Районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлаған ижадсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, яңы табыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас