Бәйге Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа тыуып үҫкән билдәле шағирҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, шиғри күңелле, ҡәләм тирбәтеүсе яҡташтарыбыҙҙың ижадын пропагандалау, әлегә билдәле булмаған яңы таланттарҙы асыҡлау, йәштәрҙе шиғриәткә, әҙәбиәткә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторола.
Шиғриәт бәйгеһенең шарты буйынса, ошо ауыл биләмәһендә тыуып үҫкән авторҙарҙың әҫәрҙәре уҡылырға те-йеш. Үҙ ижадын йә башҡа шағирҙарҙың шиғырын һөйләп йөрәк һүҙен ишеттерергә теләүселәр конкурсҡа рәхим итһен.