+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
7 Декабрь 2018, 12:51

Еҙем-Ҡаранда – “Йөрәк һүҙе”


Был матур башланғысты Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте лә (башлығы Нурсилә Хәсәнова сарала үҙе лә ҡатнашты) хуплап, сараны ойоштороуға ҙур көс һалған. Шиғриәт кисәһе Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналып, ошо төбәктән сыҡҡан шағирҙар ижадына, бында йәшәүсе ижадсыларҙың әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеү шарт итеп ҡуйылғайны. Бәйгегә проект авторы үҙе, Юлыҡ ауылы килене Наилә Сәфәрғолованың һәм яҡташыбыҙ, яҙыусы-сатирик, “Башҡортостан” республика гәзите журналисы Венер Исхаҡовтың килеүе кисәнең мәртәбәһен арттырҙы.

Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған “Йөрәк һүҙе” кисәһен үҙе яҙған шиғыры менән Өфөлә йәшәүсе Оло Үтәш ауылы ҡыҙы Айһылыу Яҡушева асып, йөрәк һүҙен шиғри юлдар аша эскелектән арыныуға, был афәттән ҡотолоуға оран кеүек йөрәктәргә үтерлек итеп әйтеп бирҙе. Бәләкәй Үтәш ауылында тыуып үҫкән апалы-һеңлеле Әлиә Рәхимова менән Нәжибә Оморҙаҡова (Красноусолда йәшәй) үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары аша тыуған яҡтарына мәҙхиә йырланылар. Шағирәләрҙең тәүгеһе “Тамашасы һөйөүе”, икенсеһе “Тыуған ерҙән илһам алыусы” номинацияларында бүләкләнде. Үзбәк ауылының шиғри күңелле ир-уҙаманы, сәхнәгә милли кейемдә күтәрелгән Илфат Ғәлин “Эй, Аҡмулла! Һинең нәсихәтең быуаттарҙан-быуаттарға юл һалған. Аҡмулланан ҡалған нәсихәтте ҡалдырайыҡ киләсәк быуынға” тип яңғыратты. Ошо уҡ ауылдан Йомабикә Башарова үҙен ысын тел оҫтаһы итеп танытты. Үзбәк ауылында тыуып-үҫеп, әле Себер тарафтарында йәшәүсе Мәүлиҙә Халиҡова үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ошо уҡ ауыл ҡыҙы Гөлфирә Ишкина һәм уның ул-ҡыҙы тамашасы алдында беренсе тапҡыр ғына һынау тотмай. Улар үҙ сығыштарында ғаиләлә иң мөһиме бала булыуын билдәләп, быуындан-быуынға күскән мираҫ – ғаилә бишегенә, бәхетле бала саҡҡа арналған атай-олатайҙары Фәрғәт Ғәлин шиғырҙары аша йөрәк һүҙен еткерҙеләр.

Шиғри һүҙ оҫталыҡ бәйгеһе ҡатнашыусылар күплеге менән айырылды (алдан Үзбәктә һәм Еҙем-Ҡаранда һайлап алыу туры үтте). Әммә бәйге булғас, бәйге инде. Еҙем-Ҡарандан Әлфиә Исҡужина, Абдулланан Фирүзә Әбделмәнова, Ибраһимдан Карина Садиҡова – 3-сө, Үзбәктән Йомабикә Башарова, Илфат Ғәлин 2-се урын яулаһа, сығышы ысын мәғәнәһендә йөрәк һүҙе булып яңғыраған Айһылыу Яҡушеваға 1-се урын бирелде. Ә Гран-приға сығыштары театрлаштырылған тамаша төҫө алған, сәхнә костюмдарында сығыш яһаған, бәйге темаһын теүәл асҡан Гөлфирә Ишкина ғаиләһе лайыҡ булды.

Ғаилә йылында ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙе һаҡлауға, тыуған еребеҙгә ҡарата һөйөү уятыуға, тоғро булыуға ҡоролған бәйгелә ҡатнашыусы бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы, еңеүселәргә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға Дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Айырыуса уңышлы сығыш яһаусыларҙан апалы-һеңлеле Әлиә Рәхимова менән Нәжибә Оморҙаҡованы Красноусол ауылы “Ағинәйҙәр ойошмаһы” исеменән Гөлшат Вәлиева бүләкләп үтте. Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһын һәм бүләген беренсе уҡытыусыһы Йомабикә Башароваға, ә “Мағаш тауышы” ижади берекмәһе етәксеһе Рәмзиә Монасипова йәш ижадсы Алһыу Әбделмәноваға берекмәнең Маҡтау ҡағыҙын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Өфө ҡунағы билдәле сатирик Венер Исхаҡов та байрамға буш ҡул килмәгән, үҙенең ижад емештәре – китаптарын шиғри бәйгелә ҡатнашыусының һәр береһенә бүләк итте. “Йөрәк һүҙе” бәйгеһен уҙғарыуҙа яуаплы, шулай уҡ жюри рәйесе булып торған Үзбәк ауылы шағиры Фәрғәт Ғәлинға Наилә Сәфәрғолова рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, конкурсанттар араһында тап уның шиғырҙарын һайлаусыларҙың бер нисәү булыуы күп нәмә хаҡында һөйләүен әйтте һәм “Үҙенсәлекле автор” номинацияһында бүләкләп үтте. “Табын” район гәзите мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева ла гәзиттең әүҙем ауыл хәбәрсеһе булараҡ Ф.Ғәлинға мөхәрририәттең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Шиғыр бәйгеһе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың “Халҡыма” шиғырына Үзбәк ауылы ижадсылары Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани көй яҙған “Ғафури Гимны” менән тамамланды.
Читайте нас: