+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
11 Декабрь 2018, 16:10

“Йондоҙҙар бар ерҙә лә”


Эйе, ғорурланыр шәхестәре әҙ түгел ауылымдың. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ҡәҙриә Ғәзизова, Рәмил Ғимрани, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Юнир Ғәйнуллин, Айгөл Ғәйнуллина, Гөлфирә Үзбәкова, Ленин ордены кавалерҙары Зәкәриә Төхвәтов, Аҫылбай Шәрипов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миңлегөл Вәлиева, “Иң яҡшы кукуруз үҫтереүсе” исеме менән баһаланған Ғәни Халиҡов һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған механизаторҙар, малсы, һауынсылар ауыл ғына түгел, район, республика кимәлендә билдәлелек яуланы. Наградаларға лайыҡ булмаһалар ҙа, ғүмер юлдарында онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдырғандары ла юҡ түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһын, әлбиттә, ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел.

Әлеге кисәгә ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре – ауылдың иң оло кешеһе, тыл һәм хеҙмәт ветераны, 93 йәше менән барған Биктимер Хәлиулла улы Шәрипов, ауыл имамы Илфат Ғәлин, алты бала әсәһе, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүсе, данлыҡлы механизатор (хәҙер мәрхүм) Зәкәриә Төхвәтовтың тормош иптәше Сания Миңнулла ҡыҙы, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Ильясова, шулай уҡ күп бала тәрбиәләп үҫтергән, тырыш хеҙмәте менән Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ булған, бер нисә тапҡыр депутат булып һайланған, заманында 8 йыл КПСС район комитеты бюроһы ағзаһы, 5 йыл Башҡортостан Өлкә комитетында ағза булып торған, СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат булған, “Ағиҙел” хужалығының элекке алдынғы һауынсыһы Тәғзимә Тәлғәт ҡыҙы Мәхийәнова һәм әлеге көндә Себер тарафтарында йәшәгән ауылдашыбыҙ Мәүлиҙә Ғәни ҡыҙы Халиҡова-Хәйруллина саҡырылғайны. Улар һәр береһе сәхнәгә күтәрелеп сығыш яһаны.

Биктимер ағай бала сағында һуғыш йылдарының ауырлығын күргән, һуңынан колхозда төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә, тигән һорауға ул: “Тәмәке тартманым, эскелек менән мауыҡманым, тик торманым”, - тине. Әйткәндәй, ул бөгөн дә һәр ваҡыт хәрәкәттә, урам тирәһендә балаларына ярҙамлаша. Сания апайҙың иҫтәлектәре, Тәғзимә Мәхийәнованың депутат, район комитеты ағзаһы булған саҡтағы эшмәкәрлегенә байҡау яһауы мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды.

- Үзбәк ауылында халыҡ электән ихлас һәм тырыш булды, - тине Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы. – Бында уҡытырға килгәс, мине ситтән килгән кеше тип ҡараманылар, үҙҙәренеке итеп ҡабул иттеләр. Мин килгәндә ауылда һалам башлы өйҙәр, электр юҡ, юлдар үткеһеҙ батҡаҡ ине. Был ауылда нисек йәшәрмен икән, тип уйлағаным иҫтә. Әммә ауылдаштарҙың изге күңелле булыуы мине тиҙ үк тынысландырҙы. Хәҙер, ана, ауыл урамдары асфальт, күп өйҙә газ яна, яңы йорттар ҡалҡа.

Мәүлиҙә Халиҡова шиғырҙар ижад итә. Хәҙер уның 15 йыры бар. Ул уларҙы бергә туплап “Һағыныу һағыштарым йырҙарымда” тип аталған диск сығарған. Кисәлә Мәүлиҙә Ғәни ҡыҙы үҙенең йырҙарын башҡарҙы.

- Ситтә йәшәгәндә тыуған яҡтар бик һағындыра бит ул, - тине Мәүлиҙә Ғәни ҡыҙы. – Ауылымды, туғандарҙы һағынып, хистәремде шиғыр юлдарына һалам. Ҡулыма гармунымды алып, йырлап та алам. Шундай саҡта үҙемдең шиғырыма көй тыуҙы ла инде.

Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Флүрә Ғәзизова алып барған сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауыл ағинәйҙәренең сығышы, Фәнзил Ғәлин, Элмира Ғәлина, Мәғүҙә Нәбиуллина, Мөшәрәфә Мөхийәнова, Минәүзә Ғәлинаның моңло йырҙары, Айгөл Ҡорбанғолова, Яҙгөл һәм Алтынай Әптековаларҙың дәртле бейеүе кисәне йәмләне.
Читайте нас: