+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Ғинуар 2019, 13:47

Халыҡ күңеле шиғриәттә сағыла...

Шиғриәт Йыһанды, йәшәйеште, кешелекте танып белеү ысулдарының, моғайын, иң шәбе. Ҡара ҡайғыла ла, һары һағышта ла шиғыр яҙырға дәрт, әмәл тапҡан көслө рухлы кешеләр йәшәй арабыҙҙа. Уларҙың ижад емештәрен халыҡ белергә тейеш. Ошо маҡсаттан “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы тәҡдиме буйынса “Табын иле — илһам иле” исемле шиғыр бәйгеһе ике йыл һайын Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән төбәктәрҙә үткәреләсәк.

Ойоштороусылар:

“Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы;

район гәзиттәре редакциялары.

Бәйгенең маҡсаттары:

- Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондары ерлегендә ижади һәләтле кешеләрҙе асыҡлау һәм уларға ошо йүнәлештә ярҙам күрһәтеү;

- үҫеп килеүсе быуында башҡорт милләтенә, тарихына, шиғриәтенә һөйөү тәрбиәләү;

- башҡорт телен үҫтереү.

Бәйгенең шарттары:

* Ҡатнашыусылар өс төркөмгә: 10-17, 18-34, 35-55 йәштәгеләргә бүленә.

* Бәйге Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында тыуған һәм йәшәгәндәр өсөн үткәрелә.

* Номинациялар – “Тәүге аҙым”, “Тыуған яғыма”, “Халҡымдың яҙмышы”, “Мөхәббәт сере”, “Тәржемә”.

* Быға тиклем башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашмаған, китапта һәм журналдарҙа баҫылмаған шиғырҙар ҡабул ителә.

* Район гәзите редакцияларына һәр автор үҙе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һәм фотоһүрәтен ебәрә (ФИО, адрес, телефон, E-mail), шул рәүешле уны баҫтырыуға рөхсәт бирә. Шулай уҡ ҡатнашыусы ярты битлек (1500 билдә) биографик яҙма, 2–5 шиғыр ебәрә ала.

* Шиғырҙар йыл әйләнәһендә гәзиттәрҙә баҫыласаҡ.

* Конкурсҡа ебәрелгән эштәргә баһалама яһалмай.

* Бәйгеселәрҙең тулы исемлеге йылдың аҙағында (2019 йылдың 20 декабренән һуңламай) гәзиттәрҙең сайтында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урынлаштырыласаҡ һәм конкурс жюрийына тапшырыласаҡ.

* Финалға сыҡҡан авторҙарҙы баһалама ағзалары һайлап ала һәм ул исемлек 2019 йылдың

1 ноябренә тиклем гәзиттә (сайтта) яҡтыртыласаҡ.

* Бәйгеселәрҙе дәртләндереү йәһәтенән исемлеккә ингән авторҙарҙың шиғырҙары “Илһам иле” йыйынтығында баҫыласаҡ.

Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: