-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
18 Ғинуар 2019, 12:44

“Мағаш тауышы”нда, асылында, Йөрәк һүҙебеҙ бит һиҙелә

2019 йылға “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары ҙур ижади уңыштар менән аяҡ баҫты. Аҡһаҡалыбыҙ, үҙенең 96 йәшен билдәләгән Вилдан Шәрипов 20-се китабын әҙерләй, сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина йыл да бер китабын нәшер итеп уҡыусыларын ҡыуандыра, һүҙ оҫтаһы Флүрә Хәлилова ике китабының исем туйын үткәрҙе, Миңтимер Кәримов, Фәйез Садиҡовтың шиғырҙары тупланған йыйынтыҡтар донъя күрҙе, Зилә Сәйетбатталова, Фәрғәт Ғәлин, Рәмил Ғимрани, Салауат Йосоповтың бер нисә китап сығарырлыҡ ҡулъяҙма әҫәрҙәре сират көтә.Шулай уҡ шиғриәт һөйөүселәрҙе Әлфиә Исҡужина, Миңзилә Рәхимова, Илфат Ғәлин, Лилиә Миниязова әленән-әле яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тора. Әлеге ваҡытта “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенә 40-тан ашыу ижадсы үҙ әҫәрҙәрен тәҡдим итә.

Сәләмдәрем “Мағаш тауышы”на

“Мағаш тауышы”нда, асылында,

Йөрәк һүҙебеҙ бит һиҙелә.

Унда беҙҙең күңел кисереше

Шиғри юлдар булып теҙелә.

Ғашиҡтарҙың әйтер үҙ һүҙе бар,

Бәхетлерәк улар яҙмышы.

Бәғерҙәрҙе телеп алған кеүек

Яңғыҙҙарҙың йөрәк һағышы.

Моңһоҙҙо ла моңло, хисле итә

Үҙебеҙҙең “Мағаш тауышы”.

Тик ул ғына бүләк итә ала

Күңелдәрҙең шиғри асышын.

Ҡайһы ваҡыт, иләҫләнеп китһәм,

Мин дә алып ҡулға ҡәләмде,

“Мағаш тауышы”на ебәрәмен

Шиғыр булып тыуған сәләмде.

Һәм ул минең серҙәремде һиҙеп,

Башҡаларға һөйләп еткерә.

Хыялыма өмөт нуры һибеп,

Күңелемде йәнә үҫтерә.

Килер көндә, иҫәнлектәр булһа,

Тупаҫланмай торһа ҡәләмем,

“Мағаш тауышы”на, әүәлгесә,

Ебәрермен шиғри сәләмем.

Фәрғәт ҒӘЛИН.
Үзбәк ауылы.

Волгоград

Волгоград, Мамай ҡурғанында

Утыҙ дүрт мең яугир ерләнгән.

Тағы ҡайҙа ундай ҡәберлек бар

Ҡанлы тупраҡ менән күмелгән?

Күмелгәндәр, ә рухтары йәшәй,

Йондоҙ булып күккә ашҡандар.

Һәр яҙ һайын нәфис еҫле сәскә -

Умырзая булып атҡандар.

Һуғыш ҡорбандары хөрмәтенә

Беҙ ҙә һалдыҡ тере сәскәләр.

Улар йәшәй беҙҙең йөрәктәрҙә,

Онотолмай, мәңге иҫтәләр.

Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.

Үҙ төйәгем - Имәнлек

Һәр кемдең дә була үҙ төйәге

Минең өсөн яҡын Имәнлек.

Тирә-яғы әле ялан ғына,

Шаулағандыр элек имәнлек.


Имән ағастары ауҙы инде,

Еләктәрен көтөү тапаны.

Аҙашырлыҡ ине аралары,

Ҡаҙаяҡлы ер ҙә ҡалманы.


Хәтеремдә, баҫыу кәрәк тиеп,

Бүләк ағастарын киҫтеләр.

База буйы аша Еҙемгәсә

Күптән инде елдәр иҫәләр.


Күҙ етмәҫлек иген баҫыуҙарын

Һөрөп сәсмәй инде берәү ҙә.

Урмандарың, еләк, баҫыуҙарың

Кәрәк түгел икән берәүгә.


Имәнлегем йәшәй, һөйөндөрә -

Урам тулы бала-сағаһы.

Ауылымдың йөҙөн үҙгәртерлек

Табылыр ҙа берәй сараһы.

Лилиә МИНИЯЗОВА.
Яугилде ауылы.

Бирмәйбеҙ еребеҙҙе

Яратыуымдың сиге юҡ

Тыуып үҫкән еремде.

Һәр ваҡытта данлайым мин

Яуҙа еңгән илемде.

Кемдәр генә ымһынмаған

Бөйөк Рәсәй еренә,

Әле һаман фашистарҙың

Эмблемаһы күренә.

Көслөләре ҡотороуға

Көсһөҙҙәр баш ваталар.

Бөтә яңы ҡоралдарын

Сик буйына тарталар.

Бирмәбеҙ беҙ еребеҙҙе

Бер кемгә, бер көнгә лә.

Борондан уҡ беҙҙең ергә

Ымһынмаған кем генә.

Еребеҙ ҙур, еребеҙ бай,

Тик ул үҙебеҙ өсөн.

Ул ер өсөн күп һуғышты

Йәлләмәй халҡы көсөн.

Фәйез САДИҠОВ.
Ибраһим ауылы.

Ауылҡайым

Ҡатнаш-ҡатнаш урмандарың,

Гөл-сәскәле яландарың.

Һаумы, ауылым, Ибраһимым,

Һағындым мин Еҙем буйын.

Һағындым мин киң ҡырҙарың,

Еҙемемдең тирәктәрен,

Ҡайтып, һине бер күрһәм дә,

Тынысланыр йөрәккәйем.

Болондарың – гүзәл сәскә,

Өҙөлөп һайрай һандуғасың.

Һөйөүемдең сиге юҡтыр,

Изге ерем, ауылҡайым.

Ялан аяҡ уҙыр инем

Еҙемемдең йылға буйын.

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

Тыуған ерем, һиндә уйым.

Иҫән булһам, бер ҡайтырмын,

Һиңә тағы, Ибраһимым.

Һағыныуымдың сиге юҡ бит,

Түҙемлек бир, эй, Хоҙайым!

Миңзилә РӘХИМОВА.
Абдулла ауылы.

Иманым – таяу

Иманым – таяу,

Айырылмай йәндән.

Шайтан тырыша

Китмәҫкә яндан.

Ағыулы уғын

Аямай ҡаҙай.

Хур итер өсөн

Алдай ҙа алдай.

Донъя ҡорота

Иблис-янъялсы,

Хоҙайҙан булып

Язаһын алһасы.

Доғанан ҡурҡа,

Был шайтан-иблис.

Ҡөрьән белгәнгә

Яҡынаймаҫ һис.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Бәпембә

Яҙғы ялан күрке бәпембә

Һары балауыҙҙай күренә.

Бал ҡорттары үбә битенән,

Билдәле ул бында һәр кемгә.

Бәпембәнең йәшәү дәүере -

Әйтерһең дә, кеше ғүмере.

Ҡояш кеүек көлә йөҙҙәре,

Ҡара ерҙә ерҙең тәү йәме.

Сабый бала – үҫеп килеүе,

Йәш кешеләй – сәскә атҡаны.

Ир-уҙамандай сал сәслеһе,

Ҡарт кешеләй пеләш башлыһы.

Наил МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
Бәләкәй Үтәш ауылы.

Ғүмер көҙө

Иңдәренә ап-аҡ шәлен һалып,

Тағы бер ҡыш килде еремә.

Ҡыштар менән бергә

һәр йыл һайын

Яҡынаям ғүмер көҙөмә.

Ҡышҡы юлдай

тәрән бураҙналар –

Маңлайҙарға эҙҙәр һалына.

Йөрәк кенә һаман ярһып-ярһып,

Үткәндәрен өҙөлөп һағына.

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.

Һайыҫҡандың хыялы

Хыялланды бер һайыҫҡан

Менергә ҡаяларға.

Түбәндә нисек йәшәйҙәр,

Юғарынан ҡарарға.

Һикергеләп таштан-ташҡа

Һайыҫҡан үрмәләне.

Юғарыға менгән һайын

Күрҙе ул күрмәгәнен.

Һауа етмәй, тын ҡыҫыла,

Баш әйләнә, күҙ ҡурҡа...

Хыялынан кире ҡайтты,

Ҡалырмын, тип, хурлыҡҡа.

Осҡан ере һәйбәт ине,

Емтек тә етә ине.

Шыҡырҙап, урман эсендә

Ул ғүмер итә ине.

Хәҙер йәне ҡыл өҫтөндә,

Ни аҫҡа ла, ни өҫкә.

Ала тәне, ҡалтыранып,

Әйләнде күм-күк төҫкә.

Ниһайәт, һайыҫҡан менде

Ҡаяның иң осона.

Ҡалтыранып саҡ-саҡ әйтте

Ғорур ҡая ҡошона:

Төшөр мине, зинһар, бөркөт,

Үҙемдең урманыма.

Хәҙер инде мин үкенәм

Дөм-наҙан булғаныма.

Һайыҫҡанды йәлләп, бөркөт

Ҡайтарҙы урманына.

“Үҙ урыныңды бел”, - тип

Төшөрҙө ҡолағына.

Үҙ урынын белмәне шул,

Һайыҫҡан киҫәмәне.

Үлем тырнағынан алған

Бөркөттө иҫләмәне.

Ә шулай ҙа был һайыҫҡан

Хәҙер сыҡмай урмандан.

Көнләшмәй ул бөркөттәрҙән,

Хатта ҡурҡа ҡуяндан.

Рәмил ҒИМРАНИ.
Красноусол ауылы.

Ғәйеплеме тыуғаныма?

Ғәрип-зәғиф балаларға арнап

Ғәйеплеме тыуғаныма?

Ябай кеше булғаныма?

Эйелмәйсә, бөгөлмәйсә,

Елгә ҡаршы торғаныма?

Ғәйеплеме түҙгәнемә,

Сәскәләрҙе өҙгәнемә?

Һандуғастар һайрауы ла

Үҙәгемде өҙгәненә?

Шундай күркәм был заманда

Яҡындарым булғас янда,

Раббым Аллам көс-хәл бирһен,

Ҡыйынлыҡтан һис тә арымам.

Һөйөнәм мин тыуғаныма,

Бер ғәйепһеҙ булғаныма.

Йөрәккәйем ярһынһа ла,

Бәхетле мин барынан да.

Фәйрүзә ХАСБУЛАТОВА.
Красноусол ауылы.

* * *

Ҡайғы-һағыштарҙы әҙ күрмәнем

Ғүмер юлым үтеп килешләй.

Тик, ниңәлер, әле һәммәһенә

Түҙә инем әле бирешмәй.

Әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән саҡта

Оятһыҙҙар йөрөнө күҙәтеп.

Ҡанһырап та туңған йөрәгемде

Булырмы икән инде иретеп?

Субырҙап та аҡҡан күҙ йәштәрем

Әллә дауа инде ҡуштанға.

Бер уйлаһаң, әллә төкөрәйем,

Сабырһыҙланмайса юҡ-барға.

Ә шулай ҙа күңелем түрҙәрендә

Эшләү гел изгелек дуҫтарға.

Күңелемдең төпһөҙ даръяһында

Таба алмам урын ҡуштанға.

Миңниә ВӘЛИЕВА.
Ҡаранйылға ауылы.

Иҫтәремдә үткән саҡтарым

Яуып торған аҡ ҡар өҫтәренән

Аттар егеп ҡышҡы кистәрҙә,

Тейәлешеп алып йәштәр менән

Үткән саҡтар һаман иҫтәрҙә.

Йылы һымаҡ ине яуған ҡары,

Өшөтмәне бер ҙә бураны.

Аттары ла ауыл урамдарын

Әллә нисә ҡатҡа ураны.

Шул кистәрҙә гармун моңдарына

Бейегәндә елдәр юлдарҙа,

Аттың ғына түгел, яҙмыштарҙың

Дилбегәһе булған ҡулдарҙа.

Алып кереп китте ҡараңғыға

Шығыр-шығыр килеп санаһы.

Кем уйлаһын инде ул саҡтарҙа

Кем атына күпме сабаһы.

Нисә тапҡыр инде туғарылды,

Һаман саба әле саптарым.

Төшөп ҡалмай – хәҙергеһе менән

Бер санала үткән саҡтарым.

Илфат ҒӘЛИН.
Үзбәк ауылы.


Читайте нас: