- Быйыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителеп, район мәҙәниәт һарайында ошо маҡсатта йылды тантаналы асыуға арналған сара ойошторолдо.
Мәҙәниәт һарайына килеп инеү менән тынлы оркестрҙың дәртле көйө ҡаршы ала. Шунда уҡ Башҡортостан “Китап” нәшриәте тәҡдим иткән китаптарҙы ла ҡарап, һатып алырға мөмкин ине.
Фойела ысын театр донъяһы. Бөтә ерҙә - афишалар, символдар, театрҙарҙың фотоһүрәттәре. Сараға ентекле әҙерләнеп, төрлө персонаждарҙы сағылдырып кейенеп килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, матур күлдәктәрҙә, маска кейеп килгән театр һөйөүселәр…
Алып барыусы Елена Рябова алҡышлауында жюри төркөмө билдәләнде. Улар: ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Зәйтүнә Зәйнешева, “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рима Зверева алдан иғлан ителгән конкурстар буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Әлбиттә, эш еңелдән булмағандыр. “Буласаҡ спектаклдең иң яҡшы афишаһы” номинацияһында 1-се урын - район мәҙәниәт һарайына, 2-се - Еҙем-Ҡаран, 3-сө Буруновка ауыл мәҙәниәт йортона бирелде. Оҙон, матур бал күлдәктәрендә елпеүес (веер) тотоп килгән йыл билдәһе – “Елпеүес – шоу” номинацияһында 1-се урын Яңғыҙҡайын, 2-се - Үтәк, 3-сө Родина ауыл мәҙәниәт йорттарына бирелде. Ә инде “Театрҙың иң яҡшы алиһәһе” конкурсында 1-се урын Табын, 2-се - Мораҡ, 3-сө Еҙем-Ҡаран ауылдары-ның театр алиһәләренә тапшырылды.
“Спектаклдәрҙән ҡатып ҡалған өҙөк” конкурсында Бурлы халыҡ театры (Ф.Бүләков, “Бабай урлау”) 1-се урын, Еҙем-Ҡаран халыҡ театры (М.Ғафури, “Ҡара йөҙҙәр”) 2-се, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре (И.С.Тургенев тормошонан “Мөхәббәт көслөрәк” сюжеты) 3-сө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ был бәйгелә Ғафури халыҡ театрының иң өлкән актрисаһы Флүрә Садиҡованың оҫта һынландырған М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһынан күренеше, Мораҡ ауыл клубының “Көнсығыш әкиәте”, Яңғыҙҡайын халыҡ театрының Ә.Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” спектакленән күренеше тамашасыларға бик оҡшаны.
Тормошобоҙ үҙе театр кеүек. Төрлө күренешкә кереп
донъя артынан сабабыҙ – комедия, драма, трагедия - барыһы ла бар. Спектакль йәки кино ҡараһаҡ, үҙебеҙҙең нисек йәшәү күҙ алдына баҫа, уйланырға мәжбүр итә.
Ике яҡлы бәйләнеш булдырған райондың халыҡ театрҙары беҙгә үҙҙәренең сағыу тамашалары аша уйландырып та, көлдөрөп тә, йәшәүгә көс биреп, йыл һайын яңынан-яңы сығыштары менән ҡыуандырып тора. Көслө коллектив туплап, күңел биреп эшләүсе Ғафури халыҡ театры режиссерҙары Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнешева, Гөлфирә Бәширова, Яңғыҙҡайындан Рәүилә Мусина, Еҙем-Ҡарандан Динира Биктимерова, Сәйетбабанан Рәүилә Юлбарисова, Бурлынан Раушания Мифтахова был кисәлә сәхнәгә саҡырылып, уларға район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Соколова ошо йылда матур уңыштар теләп, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтте.
Театр йылын асып, Ғафури халыҡ театры Салауат Әбүзәровтың “Усаҡ” лирик комедияһын сәхнәгә сығарҙы. Дүрт кеше ҡатнашлығындағы был комедия уйланырға ла, көлөргә лә, хисләнергә лә мәжбүр итте.
…Ауыл өйө. Карауатта ауырыу бала хәрәкәтһеҙ ята, уртала тип әйтерлек мейес ултыра. Бер урында торған гармун да үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Төп героиня Алһыу мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Тормош иптәше менән улы аварияға эләгеп, ире фажиғәлә вафат булған, ә улы йөрөй алмай, етмәһә ҡурҡыуҙан телһеҙ ҡала. Алһыуҙың өйҙә һыуыҡ булыуына йәне көйөп, был хаҡта Әлфиә әхирәтенә һөйләй. Ул күп уйлап тормай мейескә яғып ебәрә, мейес бөтә еренән төтәй башлай. Үҙенең ҡулдары ҡоромланған килеш битен дә һыпырып ала ҡупшы ҡатын. Ул әхирәтенә мейесте тиҙерәк берәйһенән йүнәттерергә кәңәш бирә. Алһыу Шафиҡ бабайҙың улы Азаматтан мейесен ҡарап, һыуыҡ башланғансы сығарып биреүен һорай. Эскелек менән дуҫлашып алған Азамат, йүнләп айнығып та бөтмәҫтән, килеп инеү менән ярты һорап Алһыуҙы аптырата. Бары тик мейесте йүнәтһен, эсерергә лә риза була хужабикә. Эш менән өй араһында йөрөгәндә мейес сығарыусының гармунда уйнап йырлағанын ишетеп ҡала. Моңло кеше алама була алмай ул, - тип уға икенсе төрлө ҡарай башлай. Азамат эш араһында Айнурҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн хәрәкәттәр эшләтә, уның менән аралаша. Эш бөтөп ҡайтырға йыйынғас, Айнур һөйләшә башлай һәм атлап та китә. Алһыу менән Азамат та бергә ҡала. Был хәлгә Әлфиә лә сикһеҙ ҡыуана.
Был лирик комедияла төп ролдәрҙе башҡарған Эльвира Насирова - Алһыу, Алһыу Смирнова - Әлфиә, Фәнзил Ғәлин - Азамат, Динар Вәлиев - Айнур (мәктәп уҡыусыһы) профессиональ артистарҙан кәм уйнаманылар тип әйтергә лә була. Улар тамашасыларҙы әсир итеп, ваҡиғалар уртаһына алып инде. Режиссер Гөлфирә Бәширова әҙерләгән, музыкаль яҡтан Хызыр Нәзиров биҙәгән, рәссам Рәсилә Исхаҡованың һәм башҡаларҙың тырышлығы менән сәхнәгә сығарылған лирик комедия режиссерҙың да, авторҙың да уңышы тип әйтер инем. Үҙеңде ҡулда тотоп, яҡшы эштәр ҡылып, ғаилә усағын дөрләтеп, башҡаларҙы ла, үҙеңде лә бәхетле итеп булғанын тамашасылар аңлап, тойоп ултырғандыр.
Кисә һуңында район мәҙәниәт һарайы директоры Таһир Искәндәровтың, яҡташыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллиндың ҡотлауы ла был байрамға мәртәбә өҫтәне. Уның: “Сибай театрында беҙ әҫәр тапмай интегәбеҙ, ә Салауат Әбүзәров бына ҡайҙа ебәреп ята икән”, - тип шаярыу ҡатыш әйтеүен залдағылар көлөп алҡышланы. Ғафури халҡы Салауат Әбүзәров, Мөнир Ҡунафин кеүек дәртләнеп яҙыр йәштәге яҡташ авторҙары булыуы менән дә бәхетле шул. Ә инде сәхнәлә күргән артистарыбыҙҙың сығыштарын һәр саҡ күңел биреп ҡарап, түҙемһеҙлек менән яңыларын көтәбеҙ. Ял да, күңел йыуанысы ла биргән тамашаларын быйыл да кинәнеп ҡарарбыҙ, бергә театр донъяһында йөҙөрбөҙ тип өмөтләнәбеҙ.