+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
18 Ғинуар 2019, 12:31

Һөйөү булып кил

Яңы йылға шыршы килгән, Гармундарҙан моң аға. Бөтә ғаләм балҡып тора, Нимә булған донъяға? Шыршыға ҡунған ярты ай, Йылмая көлөп кенә. Елбәҙәк ҡар бөртөктәре Сағылып йым-йым килә. Йондоҙ яуын хәтерләтә Ошо сихри аҡ төндәр. Был яңы йыл үтә матур, Ҡайҙан килгән был йәмдәр? Әллә күктән төшкәнме ул, Әллә ожмах ошомо? Әллә Хоҙай үҙе биргән Фәрештәләр ҡышымы?

Читайте нас: