Конкурс уҙғарыу шарттары: асыҡ конкурс 2019 йылдың 28 февралендә Красноусол ауылында уҙа. Унда махсус вокаль белеме булмаған яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша, йәше һәм шөғөлдәренә ҡарата сикләү юҡ. Урта махсус уҡыу йорттарының вокал бүлектәренең беренсе һәм икенсе курс студенттары ла ҡатнаша ала. Элекке конкурстарҙа Гран-при алыусылар ҡатнаштырылмай.